Коллектив договор
Коллектив договор — ойошмала йә индивидуаль эшҡыуарҙың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе һәм хеҙмәткәр менән эш биреүсе вәкилдәре (РФ Хеҙмәт кодексының 40-сы статьяһы) араһында төҙөлә торған хоҡуҡи акт. Предприятиела коллектив договорҙы эш биреүсе менән хеҙмәткәрҙәр профсоюзы йәки, хеҙмәткәрҙәр профсоюзға берләшмәгән булһа, уларҙың тулы хоҡуҡлы вәкилдәре төҙөй.
Коллектив договорҙарҙың йөкмәткеһе һәм структураһы
үҙгәртергәКоллектив договорҙың йөкмәткеһе һәм структураһы коллектив һөйләшеүҙең яҡтары тарафынан билдәләнә. Коллектив договорға яҡтарҙың түбәндәге һорауҙар буйынса үҙ-ара йөкләмәләре индерелергә мөмкин: хеҙмәткә түләүҙең формалары, системалары һәм күләмдәре, аҡсалата бүләкләүҙәр, пособиелар, компенсация, өҫтәп түләүҙәр; хаҡтар үҫешенә, инфляция кимәленә, коллектив договорҙа ҡаралған күрһәткестәрҙе үтәүгә ҡарап, хеҙмәткә түләүҙе көйләү механизмы; мәшғүллек, ҡайтанан уҡытыу, хеҙмәткәрҙәрҙе бушатыу шарттары; хеҙмәт ваҡытының һәм ял ваҡытының, отпускыларҙың оҙайлығы; йәштәрҙең хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәтен һаҡлауҙы яҡшыртыу; ирекле һәм мотлаҡ медицина страховкаһы; предприятиены, ведомство торлағын хосусилаштырғанда хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәттәрен күҙәтеү; производствола экологик хәүефһеҙлек һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һаҡлау; эште уҡыу менән бергә алып барған хеҙмәткәрҙәр өсөн льготалар; коллектив договорҙың үтәлешенә контроль; яҡтарҙың яуаплылығы, социаль партнерлыҡ, профсоюздың, хеҙмәткәрҙәр тарафынан вәкәләтлек бирелгән бүтән башҡарма органдарҙың эшләүе өсөн шарттар тыуҙырыу; был коллектив договорға индерелгән шарттар ваҡытында һәм тулы күләмдә үтәлгән осраҡта, забастовкаларҙан баш тартыу.
Рәсәй Федерацияһында коллектив договорҙар төҙөү процедураһын көйләү үҙенсәлектәре
үҙгәртергә- Коллектив договор өс йылға ҡабул ителә һәм дөйөм осорға (мөҙҙәткә) оҙайтыла ала.
- Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 7-се бүлеге менән көйләнә[1].
- .[2]