Эсхин

боронғо грек ораторы

Эсхин (бор. грек. Αἰσχίνης; б.э.т. 389 — б.э.т. 314 йылдар) — боронғо грек дәүләт эшмәкәре, ун аттик ораторҙың береһе.

Эсхин
бор. грек. Αἰσχίνης
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Древние Афины[d]
Тыуған көнө б. э. т. 390[1]
Тыуған урыны Афина
Вафат булған көнө б. э. т. 322[1]
Вафат булған урыны Самос[d], Северные Эгейские острова[d], Греция
Яҙма әҫәрҙәр теле боронғо грек теле[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, дипломат, оратор, яҙыусы
Биләгән вазифаһы илсе[d]
Член дема Kothokidai[d][2]
Эра Антика
Подтверждено в Mare Magnum volume 82[d][3]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу Aeschin.[4]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Aeschines
 Эсхин Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Афинала тыуа, ата-әсәһе бай булмаһа ла, абруйлы кешеләр була. Атаһы Атромет таҙа яҙыу фәнен уҡыта, әсәһе Глаукотеа фәҡирҙәр өсөн дини йолаларҙа ярҙамлаша. Башта Эсхин мәктәптә атаһының ярҙамсыһы була, шунан актёрлыҡта һәләттәрен һынап ҡарай, артабан армияла хеҙмәт итә, хеҙмәткәр була. Бер нисә хәрби кампанияла ҡатнаша, үҙен шәп ойоштороусы һәм оратор итеп таныта. Олинфты ҡамағандан һуң Пелопоннеста илселек составында була, Филипп Македонскийға ҡаршы кампания ойоштора.

Б.э.т. 347 йылдың яҙында Эсхин Аркадияла Мегалополистағы ун мең кешелек йыйын алдындағы сығышы менән уларҙы Филиппҡа ҡаршы берләшергә күндерә. Б.э.т. 347 йылдың йәйендә Филиппҡа барған тыныс илселек ҡатнашыусыһы була һәм уны илселәрҙең тәҡдимдәрен ҡабул итергә күндерә. Икенсе илселек ваҡытында (б.э.т. 346 йыл), солох килешеүен ратификациялағанда, уның һүлпәнлеге Демосфен менән Тимархты сығырҙан сығара һәм хыянатта ғәйепләүгә нигеҙ бирә. Эсхин үҙен оҫта оратор итеп күрһәтә һәм Демосфен таҡҡан бөтә ғәйептәрҙе кире ҡаға. Б.э.т. 343 йылда Демосфен уға һөжүмде яңырта, һәм Эсхин йәнә сағыу телмәр менән яуап бирә.

Үҙ сиратында Эсхин Демосфенға ҡаршы бер нисә етди ғәйепләү ҡуя, әммә был юлы Демосфен еңә. Ҙур штраф түләүҙән ҡотолоу өсөн Эсхин Родосҡа һөргөнгә китә, унда риторика мәктәбе аса, һуңыраҡ Самосҡа күсә, ошонда етмеш дүрт йәшендә вафат була.

Эсхиндың өс телмәре һаҡланған, борон уларҙы «Өс грация» тип атағандар.

Шулай уҡ Эсхиндың 12 фиктив хаты йыйынтығы ла һаҡланған, йыйынтыҡ һуңғы антиклыҡ осоронда төҙөлгән[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Oxford Classical Dictionary (ингл.) / S. Hornblower, A. Spawforth, E. EidinowOxford: OUP, 2012. — ISBN 978-0-19-173525-7
  2. (not translated to la) Prosopographia Attica (лат.)Berolinum: 1901.
  3. http://www.maru.firenze.sbn.it/MareMagnum/mare_magnum.htm
  4. http://stephanus.tlg.uci.edu/lsj/01-authors_and_works.html
  5. Античная эпистолография: Очерки. — М.: Наука, 1967. — С. 203—204.

Текстар һәм тәржемәләр

үҙгәртергә
  • Эсхин. Речи против Ктесифонта (III). / Пер. К. Нейлисова. СПб., 1887. 119 стр.
  • Оратор Эсхин. Речь II. / Пер. и примеч. Курс проф. Н. И. Новосадского. М., 1912. 86, 79 стр.
  • Эсхин. Речи. / Пер. Л. М. Глускиной (III), Н. И. Новосадского (II), Э. Д. Фролова (I). // Вестник древней истории. 1962. № 3-4.
  • Эсхин. О предательском посольстве (II). / Пер. С. Ошерова. Против Ктесифонта о венке (III). / Пер. С. Ошерова, М. Гаспарова. // Ораторы Греции. М., 1985. С. 127—210.
  • В серии «Loeb classical library» сочинения изданы под № 106.
  • В серии «Collection Budé» сочинения опубликованы в 2 томах: Eschine. Discours:
    • Tome I: Contre Timarque. — Sur l’Ambassade infidèle. Texte établi et traduit par G. de Budé et V. Martin. 5e tirage 2002. XXIX, 307 p. ISBN 978-2-251-00113-5
    • Tome II: Contre Ctésiphon. — Lettres. Texte établi et traduit par G. de Budé et V. Martin. Index. 5e tirage 2002. 276 p. ISBN 978-2-251-00114-2

Һылтанмалар

үҙгәртергә