Э́сттар (лат. Aesti) — хәҙерге Эстонияның урта быуат халҡының көнбайыш европа (башлыса латин) сығанаҡтарында ҡабул ителгән атамаһы[1]. Боронғо рус сығанаҡтарында уға Истер (ПСРЛ Т.XXXIII c.142) тап килә, ә һуңғы телгә алыуҙарҙа — «чудь».

1685 йылғы француз картаһында эсттар

Боронғо Эстонияның халҡы үҙгәртергә

Эстония территорияһында Пулли һәм Кунда торамаларында табылған иң боронғо артефакттар кунда археологик мәҙәниәтенә ҡарай. Неолит осоронда уларға алмашҡа нарва мәҙәниәте халыҡтары килә. Уларҙың барыһының да этник сығышы билдәһеҙ.

Антика авторҙары эстийҙары үҙгәртергә

Висла эргәһендә йәшәүсе Aestii — Тациттың «Германдарҙың килеп сығышы һәм Германияның урынлашыуы тураһында» трактатында телгә алынған халыҡ[2].

Тацит тасуирламаһы буйынса, эстийҙар — боронғо балттарҙың көнбайыш ҡәбиләләренең береһе булыуы мөмкин. Был ҡәбилә гәүһәр йыйған һәм уны Рим империяһына һатҡан.

Антик авторҙарында эсттарҙы телгә алыуҙар бик ҡыҫҡа, шунлыҡтан уларҙың килеп сығышын һәм йәшәү ареалын билдәләүе мөмкин түгел.

Урта быуат эсттары үҙгәртергә

 
Исторические области Эстонияның тарихи өлкәләре

Хәҙерге Эстония биләмәәрендә йәшәүсе халыҡ булараҡ эсттартәүге тапҡыр XIII быуат ливония хроникаларында (айырым әйткәндә, Генрих Латвийскийҙа) тасуирлана. Генрих Латвийский үҙенең хроникаһында эсттарҙың фин-уғыр сығышлы халыҡ тип билдәләмәй һәм уларҙың телдәре тураһында яҙмай. Уларҙың антик латин авторҙарынан ҡалған атамаһын урта быуат авторҙары уны хаталы рәүештә «көнсығыш», «ост» («Көнсығыш ер» — Эстланд) терминынан барлыҡҡа килгән тип уйлағандар.

Эстонияла тәүге тапҡыр 1857 йылда элекке атама maarahvad (эст. maarahvas, һүҙмә-һүҙ «ер халҡы», йәғни Мара алиһәһе кешеләре, бында Maaema — ер-әсә) урынына «Perno postimees» гәзитен ойоштороусыһы Йохан Вольдемар Яннсен «eesti rahvas» (эстония кешеләре), һуңыраҡ «ээстласед» яңы атамаһын индергән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. The Uralic language family: facts, myths and statistics. — Oxford, UK: Blackwell, 2002. — P. 21–23. — ISBN 0-631-23170-6.
  2. «Эстии поклоняются праматери богов и как отличительный знак своего культа носят на себе изображения вепрей; они им заменяют оружие и оберегают чтящих богиню даже в гуще врагов. Меч у них — редкость; употребляют же они чаще всего дреколье. Хлеба и другие плоды земные выращивают они усерднее, чем принято у германцев с присущей им нерадивостью. Больше того, они обшаривают и море и на берегу, и на отмелях единственные из всех собирают янтарь, который сами они называют глесом (glesum). У них самих он никак не используется; собирают они его в натуральном виде, доставляют нашим купцам таким же необработанным и, к своему удивлению, получают за него цену.»

    Тацит. О происхождении германцев и местоположении Германии, Из произведения римского историка Тацита «Германия» о древних балтах (I в. н. э.).

Һылтанмалар үҙгәртергә