Эстон милли хәрәкәте
Эстон милли хәрәкәте (тарихтан ғәҙәттә уяныу осоро булараҡ билдәле эст. Ärkamisaeg) — эстондарҙың үҙҙәрен, үҙбилдәләнешкә хоҡуҡлы милләт булыуын аңлауҙың тарихи, сәйәси һәм мәҙәни процессы. Ул яҡынса 1850 йылдарҙа, эстондар ҙур хоҡуҡтар алғас, башлана һәм 1918 йылға, Эстонияның бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәнсе дауам итә. Ҡайһы берҙә 1987—1988 йылдарҙағы Совет Эстонияһындағы ваҡиғаларҙы ла шулай атайҙар[1].
Эстондарҙың милли үҙаңы XIX быуатта барлыҡҡа килә[2], этник үҙенсәлектәрен аңлауҙың айырым билдәләре алдан да күҙәтелә[3]. XVIII быуат аҙағында Эстонияла элекке maarahvas атамаһы менән бергә eestlane үҙатамаһы киң тарала [4]. Был ваҡытта Эстония Рәсәй империяһында була. Тәүраттың эстон телендәге тәржемәһе 1739 йылда эшләнә, ә эстон телендә брошюралар һаны 1750 йылда 18 булһа, 1790 йылдарҙа 24-кә етә. Быуат аҙағына оло йәштәге эстон крәҫтиәндәренең яртыһынан ашыуын уҡый белә. Беренсе университет белеме алған һәм үҙҙәрен эстондар тип атаусылар Фельман Роберт Фридрих (1798—1850), Кристьян Яак Петерсон (1801—1822) һәм Фридрих Рейнхольд Крейцвальд (1803—1882) була. Власть элитаһы немец телле һәм мәҙәниәтле булып ҡала. Балтиканың немец яҙыусыһы Меркель Гарлиб (1769—1850) эстондарға башҡа халыҡтар менән тиң итеп ҡараған естофилдарҙың береһе була. Ул эстон милли хәрәкәтенең әйҙәүсеһе лә, XIX быуат урталарында Балтика немецтарының тормошон үҙенә өлгө итеп ала. Әммә быуат уртаһында Карл Роберт Якобсон (1841—1882), Якоб Группа һәм Иоганн Вольдемар Яннсен (1819—1890) кеүек эсон лидерҙары амбицииоз булып китә һәм был ваҡытта милли хәрәктәрре уңышлы барған финдар йүнәлешенә, шулай уҡ күрше латыштарғы һәм уларҙың младолатыш хәрәкәтенә ынтыла.
1862 йылда «Калевипоэг» героик эпосын баҫтырыу һәм 1869 йылда тәүге йыр фестивален ойоштороу әһәмиәтле мәҙәни ҡаҙаныш була. 1860 йылдар аҙағында эстондар немец мәҙәни һәм сәйәси гегемонияһы менән ризалашырға телмәй. 1880 һәм 1890 йылдарҙа руслаштырыуға тырышыға тиклем уларҙың Рәсәй империяһына ыңғай мөнәсәбәтте күҙәтелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Kutsar, D. (1995).
- ↑ Gellner, Ernest (1996).
- ↑ Raun, Toivo U. (2003).
- ↑ Ariste, Paul (1956).