Эстония Хөкүмәте

(Эстония хөкүмәте битенән йүнәлтелде)

Республика Хөкүмәте (эст. Vabariigi Valitsus) — Эстон Республикаһының юғары башҡарма власына эйә булған конституцион орган.

Республика Хөкүмәте
эст. Vabariigi Valitsus'
Эстония гербы
Стенбок йорто
Дөйөм мәғлүмәт
Штаб-квартира Rahukohtu 3, 15161 Tallinn
Премьер-министр Юри Ратас
Сайт
www.valitsus.ee
Сәйәсәт
Эстония

Был мәҡәлә — түбәндәге серия өлөшө:
Эстония
сәйәси системаһы

  • Эстонской Республикаһының конституцияһы
  • Президент
    • Керсти Кальюлайд
  • Премьер-министр
    • Юри Ратас
  • Хөкүмәт
    • Юри Ратас хөкүмәте
  • Рийгикогу
    • Спикер Рийгикогу
      • Эйки Нестор
  • Юғары Суд
  • Эстония банкы
  • Дәүләт контроле
  • Юстиция канцлеры
  • Һайлауҙар: 2015 — 2011 — 2007 — 2003
  • Сәйәси фирҡәләр
  • Сәйәсмәндәр
  • Уездар (маакондар)
  • Урындағы уҙидаралыҡтар
    • Таллин (муниципалитет)
      • Таллин мэры
      • Таллин ҡала йыйылышы
  • Европа Союзы сәйәсәте
  • Тышҡы сәйәсәт
  • Кеше хоҡуҡтары
  • Интернациональ хәрәкәт
  • Йырлаусы революция

Хөкүмәт үҙенең эшмәкәрлеге менән Рийгикогу — Эстония парламентына отчёт бирергә тейешле. Парламент депутаттары министрҙарҙан һорайҙар, һәм министрҙар уларға тәғәйенләнгән срокта яуап әҙерләргә тейеш.

Формалашыу тәртибе 

үҙгәртергә

Эстония  парламент  республикаһы булғанлыҡтан, премьер-министр тәғәйенләгәндә хәл иткес һүҙҙе ил  парламенты — Рийгикогу әйтә.

Хөкүмәт башлығына кандидат, элгәрге хөкүмәт составы отставкаға киткәндән һуң 14 көн эсендә, Республика Президенты  тарафынан рәсми рәүештә тәғәйенләнә. Ҡағиҙә булараҡ, Рийгикогула күрһәтелгән сәйәси көстәр лидерҙары менән кәңәшләшкәндән һуң,  дәүләт башлығы тарафынан тәғәйен ҡарар ҡабул ителә. Республика Президенты тарафынан тәғәйенләнгән яңы составтағы кабинет ысынбарлыҡта (реаль) формалашһын өсөн, кандидат парламент — Рийгикогунан  тура килә торған вәкәләтлек алырға тейеш булған. Парламент премьер-министр кандидатураһы буйынса ,уның буласаҡ хөкүмәт формалашыу нигеҙҙәре тураһындағы докладын  тыңлағандан һуң, асыҡ тауыш биреү юлы менән ҡарар ҡабул итә.

Парламент тәҡдим ителгән кандидатураны хуплаған осраҡта премьер-министр артабанғы 7 көн эсендә хөкүмәт составын дәүләт башлығы менән таныштыра, дәүләт башлығы, үҙ сиратында, хөкүмәт ағзаларын вазифаға тәғәйенләй. Конституция буйынса президент хөкүмәт вазифаларына тәғәйенләүҙән баш тарта алмағанлыҡтан (кандидатураларҙың закон талаптарына һыймаған, тормошта була алмаҫлыҡ, тип һаналған,  осраҡтарын — мәҫәлән, эстон гражданлығы булмау сәбәпле, юридик хоҡуҡһыҙ булыуҙы һ.б. иҫәпкә алмағанда), һуңғы этап формаль ғына, тип билдәләргә кәрәк. Хөкүмәт ағзаларының рәсми рәүештә вазифаға тәғәйенләнеүе Рийгикогу алдында ант итеүҙән башлана.

Президент тәҡдим иткән тәүге кандидатураны парламент кире ҡаҡҡан осраҡта, президент яңы  кандидатура күрһәтеү хоҡуғына эйә. Республика Президенты тәҡдим иткән кандидатураны ҡабаттан кире ҡаҡҡан  йәиһә дәүләт башлығы ҡабатлап  кандидатура күрһәтеүҙән баш тартҡан осраҡта, премьер-министр вазифаһына кандидат күрһәтеү хоҡуғы Рийгикогуға күсә. Парламент, премьер-министр кандидатын  күрһәтеү хоҡуғынан файҙаланып, 14 көн сиктәрендә Президентты  хөкүмәт составы менән таныштырып өлгөрмәгән осраҡта,  Президент үҙенең ҡарары менән парламентҡа сираттан тыш һайлауҙар ойоштороу тураһында иғлан итә.

Ғәмәлдәге хөкүмәт составындағы үҙгәрештәр (айырым министрҙарҙы эштән сығарыу һәм тәғәйенләү), премьер-министр күрһәтеүенә таянып, Республика Президенты ҡарары менән рәсмиләштерелә. Ғәмәлдә ҡулланылған  законға ярашлы, премьер-министр күрһәткән Президентҡа (баш тартыуға формаль хоҡуҡғы юҡ) кандидатты раҫлау өсөн өс көн бирелгән.

Рийгикогу, дөйөм алғанда, хөкүмәткә, айырым алғанда, конкрет министрҙарға  ышанмаусанлыҡ вотумын әйтеп бирә, уларҙың кисектергеһеҙ эштән сығарылыуына килтерә. Хөкүмәткә ышанмаснлыҡ күрһәткән осраҡта дөйөм хөкүмәт Президентҡа парламентҡа сроктан тыш һайлауҙар иғлан итеү юлланмаһын бирә ала. Отставкаға киткән йәки ебәрелгән хөкүмәт, яңы хөкүмәт килгән моментҡа саҡлы, көндәлек бурыстарын башҡара. Власть вакуумын булдырмау маҡсатында, Республика Президенты ҡарары менән иҫке хөкүмәт, тик яңы формалашҡан кабинет составы вазифаға килгәндән һуң ғына, рәсми рәүештә вазифанан бушатыла.

Республика Хөкүмәте шулай уҡ Рийгикогуның яңы составы саҡырылғандан һуң ғына эш башҡарыуҙан туҡтай.

Вәкәләттәре

үҙгәртергә

Эстония конституцияһына һәм закондарына ярашлы, хөкүмәт түбәндәге функцияларҙы тормошҡа ашыра:

  • дәүләттең эске һәм тышҡы сәйәсәтен тормошҡа ашыра;
  • хөкүмәт учреждениелары эшмәкәрлегенә йүнәлеш бирә һәм координациялай;
  • Рийгикогу закондарын, постановлениеларын, Республика Президентының ҡарарҙарын һәм бойороҡтарын тормошҡа ашырыуҙы ойоштора;
  • Закон проекттарын, сит илдәр менән килешеүҙәрҙе ратификациялау һәм денонсациялау өсөн Рийгикогуға тәҡдим итә;
  • дәүләт бюджеты проектын эшләй һәм Рийгикогуға тәҡдим итә, дәүләт бюджетын тормошҡа ашырыуҙы ойоштора һәм уның үтәлеше тураһында Рийгикогуға отчёт бирә;
  • закондар нигеҙендә һәм закондарҙы үтәү хаҡына ҡарарҙар һәм күрһәтмәләр сығара;
  • башҡа дәүләттәр менән мөнәсәбәттәр ойоштора;
  • тәбиғәт ҡазалары, афәт йәғни йоғошло ауырыуҙар булған осраҡтарҙа республикала йә уның бер өлөшөндә ғәҙәттән тыш хәл иғлан итә.

Эш тәртибе һәм ҡарарҙар ҡабул итеү

үҙгәртергә

Хөкүмәт ҡарарҙары премьер-министр йә конкрет сфера өсөн яуаплы министр күрһәтеүе буйынса ҡабул ителә.

Премьер-министр

үҙгәртергә
 
Паткуль ҡарау платформаһынан хөкүмәт бинаһы күренеше
 
Хөкүмәт бинаһының эске ихатаһы
 
Хөкүмәт бинаһына һәм дәүләт канцелярияһына төп инеү урыны
 
Коммунистик террор барышында һәләк булған хөкүмәт ағзаларына бағышланған иҫтәлекле таҡта

Эстония Премьер-министры республика Хөкүмәте, уның эшмәкәрлеге менән етәкселек итә һәм хөкүмәтте ил эсендә лә, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә лә сағылдыра. Премьер-министр бер үк ваҡытта ниндәйҙер министр урынын биләй, шулай уҡ теләһә ниндәй башҡа дәүләт һәм муниципаль вазифа башҡара, коммерция предприятиеһы советы һәм идараһына инә, фәнни һәм преподавателлек хеҙмәтенән башҡа, эшҡыуарлыҡ йәғни түләүле эшмәкәрлек менән шөғөлләнә алмай.

«Республика Хөкүмәт тураһында» законына ярашлы, премьер-министр:

  • хөкүмәт ултырыштарын алып бара;
  • хөкүмәт норматив акттарына ҡултамға ҡуя (ҡарарҙар һәм күрһәтмәләр);
  • һәр министрҙан эшмәкәрлеге буйынса аңлатмалар талап итә;
  • закон тарафынан билдәләнгән осраҡтар буйынса күрһәтмәләр бирә;
  • Республика Президентына хөкүмәт составын үҙгәртеү мәғлүмәтен бирә;
  • судта Республика Хөкүмәте исеменән сығыш яһай йәғни, вәкәләттәр биреп, судта сығыш яһау өсөн башҡа шәхестәрҙе һайлай;
  • Европа союзы юғары советында һәм Европа берләшмәһе дәүләт башлыҡтары һәм унда ағзалыҡта торған хөкүмәттәр осрашыуҙарында Эстонияны кәүҙәләндерә, шулай уҡ был осрашыуҙарҙа республиканың рәсми позицияһын формалаштырыуға етәкселек итә;
  • Конституция йәки закон тарафынан үҙенең иңенә һалынған башҡа бурыстарҙы үтәй.

Премьер-министрҙы алмаштырып тороу хоҡуғына премьер-министр үҙе тәғәйенләгән һәм ҡушҡан тәртиптә эшләгән ике министр эйә. Был маҡсатта тәғәйенләнгән ике министрҙың да премьер-министр бурыстарын үтәү мөмкинлеге юҡ икән, был бурыс хөкүмәт ағзаларының иң өлкән йәштәгеһенә күсә. Премьер-министрҙы алмаштырған министр хөкүмәт отставкаһы тураһында иғлан (премьер-министрҙың вафаты айҡанлы булғанда ғына) хоҡуғына эйә түгел , шулай уҡ президентҡа министрҙарҙы тәғәйенләү һәм эштән сығарыу хоҡуғы бирелмәгән.

Министрлыҡтар

үҙгәртергә

Эстония закон сығарыу эше дәүләт идаралығы структураһында түбәндәге министрлыҡтарҙы күҙ уңында тота:

  • мәғариф һәм фән министрлығы;
  • юстиция министрлығы ;
  • оборона министрлығы;
  • тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы;
  • мәҙәниәт министрлығы;
  • иҡтисад һәм коммуникациялар министрлығы;
  • ауыл хужалығы министрлығы;
  • финанс министрлығы;
  • эске эштәр министрлығы;
  • ижтимағи эштәр министрлығы;
  • сит ил эштәре министрлығы.

Март Лаар Хөкүмәте (1999 — 2002)

үҙгәртергә

Март Лаар Эстония хөкүмәте менән 1041 көн, 1999 йылдың 25 мартынан 2002 йылдың 28 ғинуарына саҡлы етәкселек иткән. Реформалар партияһы, Ватан берлеге һәм Уртасалыҡ партияһынан торған (тәүге исеме Социал-демократик партия) «өслө берлеге», («тройственнй союз») тип аталған хөкүмәт формалашҡан.

Сийм Каллас Хөкүмәте (2002 — 2003)

үҙгәртергә

Юхан Партс Хөкүмәте (2003 — 2005)

үҙгәртергә

Андрус Ансиптың беренсе хөкүмәте (2005 — 2007)

үҙгәртергә

Андрус Ансиптың тәүге хөкүмәте власть башында 723 көн, 2005 йылдың 13 апреленән 2007 йылдың 5 апреленә саҡлы власть башында торған. Хөкүмәтте формалаштырыуҙа өс партия: Партия Реформалар партияһы, Үҙәк партия һәм Халыҡ союзы ҡатнашҡан.

Андрус Ансиптың икенсе хөкүмәте (2007 — 2011)

үҙгәртергә

Андрус Ансиптың икенсе хөкүмәте власта 1463 көн, 2007 йылдың 5 апреленән 2011 йылдың 6 апреленә саҡлы, Рийгикогуға сираттағы һайлауҙар араһында, хәҙерге заман Эстонияһының тулы дүрт йыллыҡ дәүерендә тәүге хөкүмәте булған.

Хөкүмәттең был составының эшмәкәрлек башы 2007 йылдың апрелендәге Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлеге булған Бронза һалдат һәйкәлен ҡаланан ситкә күсереп ултыртыу менән бәйле кризис йылдары менән тап килде.

Андрус Ансиптың өсөнсө хөкүмәте (2011 — 2014)

үҙгәртергә

2011 йылдың яҙында уҙған Рийгикогуға һайлауҙарҙа Ватан һәм Рес Публика Союзы менән партнёрлыҡ мөнәсәбәтендә торған Реформалар Партияһы яңы коалицион хөкүмәт булдырҙы. Андрус Ансип, еңеп сыҡҡан партия лидеры булараҡ, 2011 йылдың 4 апрелендә ил президенты тарафынан премьер-министр посына күрһәтелде һәм икенсе көнгә, 2011 йылдың 5 апреленә үк, хөкүмәт формалаштырыу вәкәләте алды. Андрус Ансиптың өсөнсө хөкүмәте Республика Президенты ҡарары менән, Рийгикогуға ант килтереп, тулыһынса шул уҡ көндө вазифаға тәғәйенләнде.

Таави Рыйвастың беренсе хөкүмәте (2014  й. марты —  2015 й. апреле)

үҙгәртергә

Хөкүмәттең был составы ике партия — Реформалар Партияһы һәм Социал-демократик партия нигеҙендә формалашҡан, һәм власть башында 380 көн (2014 й. 26 мартынан 2015 й. 9 апреленә саҡлы) торған. Рийгикогуға һайлау һөҙөмтәләре буйынса, идара итеүсе коалиция һәм хөкүмәттең составы 2015 йылдың 1 мартында алып барылған коалицион һөйләшеүҙәр уҙғарғандан һуң үҙгәргән.

Таави Рыйвастың икенсе хөкүмәте (2015 й. апреле — 2016 й. ноябре)

үҙгәртергә

Хөкүмәттең был составы өс партия — Реформалар Партияһы, Эстония Социал-демократик партияһы һәм Ватан һәм Рес Публика Союзы нигеҙендә формалашҡан.

Юри Ратастың беренсе хөкүмәте (2016 й. ноябренән хәҙрге көнгә саҡлы)

үҙгәртергә

Тышҡы һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә