Эстония тәбиғи фәндәр университеты

Тартулағы университет

Эстония тәбиғи фәндәр университеты (эст.  Eesti Maaülikool, EMÜ) — Тарту ҡалаһында (Эстония) урынлашҡан университет, Эстониянең элеккеге ауыл хужалығы университеты, 1951 йылда балдыҡҡа килгән һәм 2005 йылдың ноябрендә үҙгәртелгән һәм реконструкцияланған.

Эстония тәбиғи фәндәр университеты
Нигеҙләү датаһы 1951
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Eesti Maaülikool[1]
Дәүләт  Эстония
Ойошма ағзаһы Consortium of European Taxonomic Facilities[d][2]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы юридическое лицо перед общественным законом[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Тарту, Эстония[3]
Адрес Kreutzwaldi 1, Tartu 51006[4]
Рәсми сайт emu.ee
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Category:Academic staff of the Estonian University of Life Sciences[d]
 Эстония тәбиғи фәндәр университеты Викимилектә

Эстония тәбиғи фәндәр университеты, академик һәм тикшереү практикаһында кеше йәшәүе өсөн кәрәкле тәбиғәтте файҙаланыу, шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте һәм тәбиғи мираҫты һаҡлауға өҫтөнлөк биреүсе Эстонияла берҙән-бер вуз булап тора. Эстония тәбиғи фәндәр университеты ауыл хужалығы, урман хужалығы, малсылыҡ, ветеринария, иҡтисад, аҙыҡ-түлек етештереү технологиялары һәм экологик хәүефһеҙлек үҙәге булып тора.

Университет Халаҡ-ара BOVA селтәре ағзаһы булып тора.

2009 йылда университетта 4704 студент белем алған. Университетта 983 кеше эшләй, шул иҫәптән 228 уҡытыусы һәм 159 фәнни хеҙмәткәр.[5]

Университет ауыл һәм урман хужалығы өлкәһендәге 100 иң яҡшы университеттар иҫәбенә керә. [6]

Университеттың тамырҙары ауыл һәм урман жужалығын өйрәнеүсе һәм тикшереүсе Тарту университетынан башлана. 1632 йылда университетты асыу тантанаһында Швед канцлеры һә университетҡа нигеҙ һалыусы Юхан Шютте «был ил крәҫтиәндәре лә белем байлығын алһын ине», тип белдерә. Ошо белдереүҙән һуң Эстонияла ауыл хужалығы буйынса белем биреү башлана.


Тарту университеты асылғандан һуң, 1802 йылда профессор Иоганна Вильгельм Краузе булышлығы менән ауыл хужалығы кафедраһы төҙөлә. Башта [[агрономия]ны философия факультетында, ә һуңынан физика һәм математика факультетында кҡыталар. Был уҡыу йорто [[Европа] һәм Рәсәй империяһында яҡшы танылған була. 1919 йылда университет Эстон университеты булараҡ асылғас, агрономия һәм урман факультеттарынан торған ауыл хужалығы факультетына нигеҙ һалына. Факультеттың тикшеренеү станцияларе һәм эксперименталь участоктары була, унда студенттар ғәмәли тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә алған. Иҫке Тарту ветеринария институты нигеҙендә ветеринария фәндәре факультетына нигеҙ һалына. Был ике факультеттан 1951 йылда т яңы үҙаллы университет үҙәге, ә атап әйткәндә, Эстония ауыл хужалыгы академияһы тип үҙгәртелә.

Эстония ауыл хужалығы академияһы туранан-тура Советтар Союзы ауыл хужалығы министрлығына буйһона һәм ауыл хужалығының төрлө өлкәләре өсөн белгестәр әҙерләй. Был хәл 1980-сы йылдар аҙағына тиклем дауам итә.

1991 йылда Эстония үҙҙалылыҡ алғандан һуң, Эстония ауыл хужалығы университеты Академия тип үҙгәртелә. Уҡыу йорто ауыл хужалығында һәм урман хужалығында булған талаптарына ярашлы рестеруктуризация үтә (колхоз һәм совхоздар бөтөрөлә). Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ландшафт архитектураһы, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм һатыу, ландшафтты һаҡлау, ғәмәли гидробиология, тирә-яҡ мөхит иҡтисады һәм тәбиғәть ресурстары менән идара итеү кеүек яңы белгестәр әҙерләнде.

2004 йыл аҙағына тиклем университетта алты факультет (агрономия, ауыл хужалығы машиналары төҙөлөшөе, иҡтисади һәм социаль фәндәр, урман хужалығы, ауыл инженерияһы һәм ветеринария) һәм һигеҙ институт (Эстония агробиоүҙәге, EVIKA үҫемлектәр биотехнологияһының Эстония фәнни-тикшеренеү институты, Урман фәнни-тикшеренеү институты, Хайуандар тураһында фән институты, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау институты, Эксперименталь биология институты, Зоология һәм ботаника институты һәм Полли Баҡсасылыҡ институты) була.

Шуға ҡарамаҫтан, уҡыу йорто тотороҡло хәлдә булмай. 2004 йылда Эстония Европа Союзына ингәс, яраҡлашыу өсөн Эстония тәбиғи фәндәр университеты тип исемен алыштыра.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Тышҡы һылтанмалар

үҙгәртергә