Эстонияның дәүләт ҡоролошо
Эстония — бойондороҡһоҙ демократик парламент республикаһы, унда юғарғы власть — халыҡ.
Сәйәсәт |
Эстония |
Был мәҡәлә — түбәндәге серия өлөшө: |
|
|
Рийгикогу
үҙгәртергәДәүләттең юғарғы вәкиллекле һәм закондар сығарыусы органы — Рийгикогу тип аталған бер палаталы парламент, ул 101 депутаттан тора һәм 4 йылға бер һайлана. Парламент һайлауында Эстонияның 18 йәше тулған граждандары ғына тауыш бирергә хоҡуҡлы. Эстония территорияһында йәшәгән тәғәйен гражданлығы булмаған кешеләр, шулай уҡ сит ил граждандары, Эстонияла күпме йәшәүҙәренә һәм ҡайһы илдә тыуыуҙарына ҡарамаҫтан, парламент һайлауында ҡатнашыу хоҡуғына эйә түгел.
Парламенттың хәҙерге составы 2015 йылдың 1 мартында һайланған.
Парламент составы[1]:
- Реформалар партияһы (эст. Eesti Reformierakond): фракция составында— 30 депутат.
- Центристар партияһы (эст. Eesti Keskerakond): фракция составында — 27 депутат.
- Эстонияның социал-демократик партияһы (эст. Sotsiaaldemokraatlik Erakond): фракция составында — 15 депутат.
- Ватан союзы һәм Res Publica (эст. Erakond Isamaa ja Res Publica Liit): фракция составында — 14 депутат.
- Эстонияның ирекле партияһы — 8 депутат.
- Эстонияның консерватив халыҡ партияһы — 7 депутат.
Парламент рәйесе (спикер) — Эйки Нестор (Эстонияның социал-демократик партияһы); беренсе вице-спикер (коалициянан) — Хелир-Валдор Сеэдер (ИРЛ); икенсе вице-спикер (оппозициянан) — Юри Ратас (Центристар партияһы).[2]
Республика Хөкүмәте
үҙгәртергәРеспублика Хөкүмәте (эст. Vabariigi Valitsus) башҡарма власты ғәмәлгә ашыра. Премьер-министр хөкүмәт башлығы булып тора, уның кандидатураһы парламентта вәкиллекле булған сәйәси көстәрҙең лидерҙары менән консультациялар үткәргәндән һуң Республика Президенты тарафынан тәҡдим ителә. Тәҡдим ителгән кандидатураны парламент раҫлаған осраҡта, Республика Президентына хөкүмәт составы тәҡдим ителә, ул үҙенең указы менән хөкүмәт ағзаларын рәсми рәүештә вазифаға тәғәйенләй.
Республика Президенты
үҙгәртергәПрезидент дәүләт башлығы булып тора һәм башлыса вәкиллек һәм формаль юридик функциялар башҡара. Президент шулай уҡ формаль рәүештә республика Оборона Көстәренең юғары баш командующийы тип иҫәпләнә.
Эстония президенттары
үҙгәртергә- Константин Пятс (эст. Konstantin Päts) 1938—1940
Эстонияның СССР составына индерелеүе һәм ЭССР-ҙың яңы Конституцияһы ҡабул ителеүе сәбәпле 1940 йылда Республика Президенты вазифаһы бөтөрөлә (хәҙерге Эстонияла был ғәмәлдәрҙе законһыҙ һәм легитимһыҙ тип иҫәпләйҙәр). Совет власы йылдарында эстон дәүләтенең формаль башлығы тип Эстон ССР-ының Юғары Советы Президиумы рәйесе һанала. ЭССР Министрҙар Советы рәйесе башҡарма властың башлығы була.
1992 йылғы референдумда ҡабул ителгән һәм әлеге ваҡытта ғәмәлдә булған Эстония Конституцияһы Республика Президенты институтын тергеҙә, ләкин, 1938 йылғы Коституция биргән вәкәләттәр менән сағыштырғанда, Президенттың хәҙерге вәкәләттәре байтаҡҡа тарыраҡ.
- Леннарт Мери (эст. Lennart Georg Meri) 1992—2001
- Арнольд Рюйтель (эст. Arnold Rüütel) 2001—2006
- Тоомас Хендрик Ильвес (эст. Toomas Hedrik Ilves) 2006—2016
- Керсти Кальюлайд (эст. Kersti Kaljulaid) 2016-
Европарламент депутаттары
үҙгәртергәЕвропа берләшмәһе ағзаһы булараҡ, Эстонияның Европа парламентында 6 депутатлы вәкиллеге бар; был депутаттар ирекле, дөйөм, бер рәүешле һәм тура һайлауҙа йәшерен тауыш биреү юлы менән 5 йылға һайлана. Был һайлауҙа тауыш биреү хоҡуғына Эстонияның 18 йәше тулған юридик хоҡуҡлы граждандары, шулай уҡ Эстония гражданы булмаған, үҙҙәре граждан булған илдә тауыш биреү хоҡуғынан мәхрүм ителмәгән, Эстония территорияһында даими йәшәгән һәм 18 йәше тулған Европа берләшмәһе граждандары тауыш биреү хоҡуғына эйә.
Тәүге һайлау 2004 йылда була. Ул саҡта Эстония социал-демократик партияһы еңә. Ул 3 мандат ала. Реформалар партияһы, Центристар партияһы һәм Ватан Союзы 1-әр мандатҡа эйә була.
Киләһе һайлау 2009 йылда була. Был юлы оппозиция (Центристар партияһы) еңә. Ул 2 мандат ала. Уның артынан саҡ ҡына ҡалышып партияһыҙ бойондороҡһоҙ кандидат Индрек Таранд үтә. Реформалар партияһы, Ватан Союзы һәм Res Publica һәм Эстонияның социал-демократик партияһы берәр мандатлы була.
Дәүләт суды
үҙгәртергәЭстонияның Дәүләт суды Тарту ҡалаһында урынлашҡан. Дәүләт суды судьяларын Дәүләт суды рәйесе тәҡдиме буйынса Рийгикогу тәғәйенләй. Дәүләт суды рәйесе вазифаға Рийгикогу тарафынан Республика Президенты тәҡдиме буйынса тәғәйенләнә. Дәүләт суды бер үк ваҡытта юғары суд һәм конституция суды функцияларын да башҡара.
Башҡа конституцион органдар
үҙгәртергәЮстиция канцлеры
үҙгәртергәЮстиция канцлеры закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары, шулай уҡ урындарҙарғы үҙидаралыҡтар сығарған норматив акттарҙың конституция талаптарына яуап биреүен күҙәтеү функцияһы йөкмәтелгән бойондороҡһоҙ вазифалы кеше булып тора. Әгәр юстиция канцлеры был акттарҙың ҡайһыһылыр Конституцияға йә законға ҡаршы килә тип таба икән, ул актты сығарған органға 20 көн эсендә үҙенең актын Конституцияға йә законға ярашлы хәлгә килтереүҙе талап иткән бойороҡ сығара. Әгәр 20 көн эсендә юстиция канцлерының бойороғо үтәлмәһә, канцлер Дәүләт судына ярашлы булмаған актты ғәмәлдә түгел тип таныу тураһында юллама бирә. Юстиция канцлеры хөкүмәт һәм парламент ултырыштарында һүҙ алыу хоҡуғы менән ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Юстиция канцлеры шулай уҡ омбудсмен функцияларын үтәй.
Юстиция канцлеры йылына бер тапҡыр Рийгикогуға эшмәкәрлеге тураһына отчет бирә. Рийгикогу депутаттары юстиция канцлерына запростар бирергә хоҡуҡлы, ул ошо запростарға тейешле тәртиптә яуап бирергә бурыслы.
Юстиция канцлеры вазифаға Рийгикогу тарафынан Республика Президенты тәҡдиме буйынса ете йылға тәғәйенләнә һәм вазифаһынан тик суд ҡарары менән генә бушатыла ала.
Рийгикогу ағзаһын, Республика Хөкүмәте ағзаһын, Республика Президентын, Дәүләт контролёрын, Дәүләт суды рәйесен йәки ағзаһын енәйәт яуаплылығына тарттырыу тик юстиция канцлерының ғаризаһы (ул Рийгикогуның конституцион составының күпселеге тарафынан раҫланған булырға тейеш) буйынса ғына тормошҡа ашырыла ала. Юстиция канцлеры үҙе тик Республика Президенты ғаризаһы буйынса һәм Рийгикогу ризалығы менән генә енәйәт яуаплылығына тарттырыла ала.
Дәүләт контроле
үҙгәртергәДәүләт контроле иҡтисади контролде тормоша ашыра торған бойондороҡһоҙ дәүләт органы булып тора. Дәүләт контролёры Дәүләт контроленең башлығы була, уны вазифаға Республика Президентының ғаризаһы буйынса биш йылға Рийгикогу тәғәйенләй.
Урындағы үҙидаралыҡтар
үҙгәртергәУрындағы һорауҙар урындағы үҙидаралыҡтар тарафынан үҙ аллы закондарға ярашлы хәл ителә.
Электрон дәүләт
үҙгәртергә2000 йылдан башлап Эстония хөкүмәте, Интернеттағы электрон документтар алып барыу селтәрен файҙаланып, министрҙар кабинетының ҡағыҙһыҙ эшләүенә күсте.[3] Европа комиссияһы конкурсы һөҙөмтәләре буйынса, дәүләт секторын электрон документацияға күсереү проекты Европала иң яҡшыһы тип танылды, шул рәүешле 500-ләп учреждение, шул иҫәптән министрлыҡтар, өйәҙ управалары һәм бөтә департаменттар һәм инспекциялар тиерлек документтарҙы электрон алмашыуға ҡушылды.[4] 2009 йылдың ғинуарына, Эстонияла ID-картаға эйә булыусылар һаны 1 миллиондан ашыу була (Эстония халҡының 90 проценты). ID-карта шәхесте раҫлаған документ булып тора. Эстонияның 15 йәше тулған бөтә граждандары һәм Эстонияла йәшәргә рөхсәт таныҡлығы булған даими йәшәүселәр ID-картаға эйә.[3]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рийгикогу
- Правительство Республики
- Президент Республики 2017 йыл 22 ғинуар архивланған. (на русском языке)
- Президент Республики 2017 йыл 20 март архивланған. (на английском языке)
- Государственный суд
- Канцлер юстиции