Эстерхази (торт)
мадъяр торты
«Эстерха́зи» — Венгрияла, Австрияла һәм Германияла популяр булған баҙам (миндаль) һәм шоколадлы торт. 1848—1849 йылдарҙағы революция осоронда Венгрияның сит ил эштәре министры кенәз Пал Антал Эстерхази хөрмәтенә аталған.
Эстерхази | |
нем. Esterházy-Torte | |
Кем хөрмәтенә аталған | Пал Антал Эстерхази[d] |
---|---|
Ил | Венгрия |
Кухня (аш-һыуы) | Венгр ашамлыҡтары |
Ашамлыҡ төрө | Десерт |
Эстерхази Викимилектә |
Эстерхази торты миндаль, аҡ май һәм он өҫтәп, туҡылған аҡһым массаһынан бешерелгән һәм коньяк өҫтәп, бер-береһенә майлы крем менән тоташтырылған биш ҡатламдан (корж) тора. Торттың өҫкө өлөшө аҡ шәкәр глазураның ҡалын ҡатламы менән ҡапланған, унда шыйыҡ шоколад менән Эстерхази торттарына хас селтәрле һүрәт төшөрәләр.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәIngrid Haslinger. Esterházy Torte // Die Wiener Küche. Eine Kulturgeschichte. — Wien: Mandelbaum Verlag, 2018. — S. 262. — 396 S. — ISBN 978385476-558-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- myhungary.net:«Эстерхази» торты
- gastronom.ru:«Эстерхази» торт рецепты
- YouTube сайтында Мадъяр мәҙәни үҙәге. Эстерхази торты