Эргма Эне (эст. Ene Ergma) (29 февраль, 1944 йыл) — эстон астрофизигы һәм сәйәсмәне, Эстония Фәндәр академияһы ағзаһы. 20032006 һәм 20072014 йылдарҙа Рийгикогу (Эстония парламенты) рәйесе була. 2007 йылдың майынан — «Ватан союзы һәм Res Publica» партияһы рәйесе урынбаҫары.

Эргма Эне
эст. Ene Ergma
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Эстония
Тыуған көнө 29 февраль 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (80 йәш)
Тыуған урыны Раквере[d]
Атаһы Vambola Ergma[d][1]
Әсәһе Helmi Ergma[d][1]
Һөнәр төрө физик, сәйәсмән, астроном
Эш урыны Тарту университеты[d]
Биләгән вазифаһы депутат Рийгикогу[d], депутат Рийгикогу[d][2], председатель Рийгикогу[d], председатель Рийгикогу[d] һәм депутат Рийгикогу[d][3]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Тарту университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Партия Res Publica[d][4], Отечество[d][4] һәм Партия реформ Эстонии[d][5]
Участвовал в выборах Президентские выборы в Эстонии (2016)[d]
Ойошма ағзаһы Эстонская академия наук[d] һәм Шведская королевская академия инженерных наук[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Полярной звезды орден Трёх звёзд орден Белой звезды 4-го класса орден Государственного герба Большой крест I степени почётного знака «За заслуги перед Австрийской Республикой» кавалер Большого креста ордена «За заслуги перед Итальянской Республикой» Большой крест ордена Инфанта дона Энрике командор со звездой ордена Заслуг перед Республикой Польша
 Эргма Эне Викимилектә

Эне Эргма Вильянди (1962) ҡалаһында К. Р. Якобсон исемендәге урта мәктәпте тамамлай. Тарту университетының (19621964) физика факультетында һәм Мәскәү дәүләт университетының (1969) физика факультеты астрономия бүлеген тамамлай. Шунда уҡ физика-математика фәндәре кандидаты (1972) исемен ала, ә 1984 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Фәнни карьераһы

үҙгәртергә

Эргма Эстон ССР-ы Фәндәр академияһының Астрономия институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй (19721974), кесе, һуңынан өлкән ғилми хеҙмәткәр, ғилми секретарь, СССР Фәндәр академияһының (19741988) Астрономия институтының ғилми етәксеһе була. 19881992 йылдарҙа — Тарту университетының теоретик физика һәм астрофизика кафедраһы профессоры, 19921998 йылдарҙа — Теоретик физика институты мөдире. Фәнни карьераның юғары нөктәһе — Эстония Фәндәре академияһының вице-президенты вазифаһы була (19992004).

Эне Эргма ТЕА Эстон энциклопедияһының (2008) мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы булып тора.

Сәйәси эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

2002 йылда «Res Publica» партияһына инә. 2003 йылда X Рийгикогу депутаты була. Шулай XI һәм XII Рийгикогу депутаты була. Һуңғы икеһендә парламент рәйесе вазифаһын биләй. 2006 йылда президентлыҡҡа дәғүә итә. Эстон парламентыныъң 2/3 тауышын йыя алмай еңелә. 2007 йылдан берләшкән «Ватан Союзы һәм Res Publica» фирҡәһенең рәйес урынбаҫары.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә