Эпидавралағы театр
Эпидавралағы театр (грек. Θέατρο της Επιδαύρου) — иң яҡшы һаҡланып килгән боронғо, шул уҡ ваҡытта ғәмәлдә булған һәм иҫ киткес акустикаһы һәм эстетикаһы менән айырылып торған грек театры,[4]. Асклепион янындағы Эпидаврала, бәләкәй Лигурион ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан.
Эпидавралағы театр | |
Дәүләт | Греция[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Эпидаврос[d] |
Урын | Sanctuary of Asclepius, Epidaurus[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 455 метр |
Архитектор | Поликлет Младший[d][2] |
Архитектура стиле | Боронғо Греция архитектураһы |
Рәсми асылыу датаһы | IV быуат[2] |
Мираҫ статусы | археологический памятник Греции[d] |
Тасуирлау биттәре | odysseus.culture.gr/h/2/… |
Досье в | Schweizerische Theatersammlung[d][3] |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from the theatre of Epidaurus[d] |
Эпидавралағы театр Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәАнтик һәм боронғо грек театры беҙҙең эраға тиклем 340 һәм 330 йылдар араһында төҙөлгән. Павсаний яҙмалары буйынса архитекторы Аргос ҡалаһынан Кесе Поликлет булған[5]. Театр Эпидавралағы асклепион бай ҡатламдарына күңел асыу өсөн төҙөлгән — пациенттарҙың психик һәм физик һаулығына ыңғай йоғонто яһай тип иҫәпләнгән. Боронғо театр 15000-дән ашыу тамашасыны һыйҙыра һәм ике өлөшкә бүленә. 21 рәте ябай кешеләр өсөн, ә аҫҡы 34 рәт дин әһелдәре һәм хакимдар өсөн була.
Боронғо театр ҡаҙыу эштәренән һуң асыла, уны Афина археологик йәмғиәте эгидаһы аҫтында 1870—1926 йылдар осоронда археолог Кавадиас Панагис үткәрә (Παναγιώτης Καββαδίας),
Бер нисә йыл үткәс, археологик эштәрҙән һуң, 1938 йылда театр тәүге спектаклде ҡабул итә. Был ҡуйылыш Софоклдың «Электра» трагедияһы була, төп ролдәрҙе Катин Паксино һәм Елени Пападаки уйнай[6]. Сығыштар Икенсе донъя һуғышы башланыу менән туҡтала. 1950 йылдар башында, күберәк тамашасылар ҡабул итеү маҡсатында, реставрация эштәре үткәрелә һәм 1955 йылдан алып Эпидаврала, һәр йәй боронғо театр сәхнәһендә ҡуйылыштарҙы күрһәткән театр фестивале уҙа. Эпидавралағы фестиваль сиктәрендә ҡайһы бер бөйөк сит ил һәм грек артистары ҡатнаша, шул иҫәптән билдәле грек опера йырсыһы Мария Каллас та була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 http://www.theatre-architecture.eu/db/?theatreId=355 (ингл.) — Arts and Theatre Institute.
- ↑ https://www.museums.ch/org/de/Schweizerische-Theatersammlung
- ↑ Philip Ball. Why the Greeks could hear plays from the back row (ингл.). Nature (23 март 2007). Дата обращения: 12 июнь 2011. Архивировано 11 август 2012 года.(инг.). Nature (2007-03-23). Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 август 2012. 12 июнь 2011 тикшерелгән.
- ↑ Павсаний. Описание Эллады. II, 27, 5
- ↑ History (ингл.). Hellenic Festival. Дата обращения: 11 июнь 2011. Архивировано 11 август 2012 года. 2012 йыл 22 июнь архивланған.(инг.). Hellenic Festival. Тәүге сығанаҡтан 2012 йыл 22 июнь архивланған. архивланған 11 август 2012. 11 июнь 2011 тикшерелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Hellenic Festival (ингл.). Hellenic Festival. Дата обращения: 11 июнь 2011. Архивировано 14 май 2012 года. 2012 йыл 18 май архивланған.(инг.)