Эос
Эос (бор. грек. Ἕως эпик. Ἠώς микен. a-wo-i-jo «иртәнге шәфәҡ»; ПИЕ *h₂éwsōs)[2] — боронғо грек мифологияһында таң алиһәһе[3].
Эос | |
бор. грек. Ἠώς | |
Туғандары | |
---|---|
Тормош иптәше | |
Эос Викимилектә | |
Эос иртә таңдан океандан сыға һәм матур аттар егелгән арбала күккә күтәрелә.
Гомер атағанса, алһыу бармаҡтар менән алиһә иртәнсәк үҙенең ложаһынан күтәрелә, диңгеҙ төпкөлөнән илаһи Лампос һәм Фаэтон аттарында йөҙөп сыға һәм йыһанды яҡтылыҡ менән балҡыта. Гомерҙа уҡ Аврора көн алиһәһе тип атала һәм (бигерәк тә трагиктарҙа) Гемера (көн) менән тиңләштерелә.
Эос исеме һинд-европа *h2aus-os- тамырынан сыҡҡан.
Рим мифологияһында Эос Аврораға, славян телендә — Денницаға, балт мифологияһында — Аушраға Һиндостанда Ушасҡа тап килә.
Уны Паллантиада тип атайҙар[4].
Эос хөрмәтенә аталған Эос астероиды (221) 1882 йылда асылған.
Сығышы
үҙгәртергәГиперион һәм титанида Тейяның ҡыҙы[5][6], Гелиос һәм Селенаның һеңлеһе[7].
Башҡа варианттар буйынса, ул Гелиостың ҡыҙы була; Ҡайһы берҙә әсәһе Төн тип тә иҫәпләнә.
«Теогония» нөсхәһендә Эос «Эригенея» эпитеты менән атала, Ἠριγένεια — "иң тыуҙырыусы»[8] йәки «бөтәһенән элек тыуҙырыусы»[9], шуға ҡайһы берҙә икенсе аллаһы тәғәлә тип хата ҡабул итәләр.
Һөйгәндәре һәм тоҡомо
үҙгәртергәКүп һанлы мифтар буйынса, Эос ҡайнар йөрәкле була һәм үлемле матур егет менән мауыға. Быны Эостың Арес менән бер нисә тапҡыр ложаһын бүлешеүе һәм Афродита, Арестың һөйәркәһе булғанлыҡтан, Эоста йәш үлем кешеһенә мәңгелек дәрт уята, тип аңлаталар. Тап ошоноң менән аңлатыла ла инде, үткәргән төндән оялыусы таңдың ҡан ҡыҙыл төҫө.
Уның мәхәббәте менән файҙаланған үлемлеләрҙән, шағирҙар Клит һәм Тифонды, шулай уҡ Прокриданың ире Кефалды атай. Әгәр һөйөү предметы Эосҡа үҙ теләге менән бирелмәһә, ул уны урлай. Шулай итеп ул Клитты, Кефалды бәлки, Ганимедты урлай. Орион уның һөйгән йәре[10], ә Тифон ире булып китә.
Уның иҫ киткес матурлығы менән мауығып, Эос Зевстан үлемһеҙлек һорай, ә мәңге йәшлеген һаҡлау үтенесен өҫтәргә онота. Оҙон бәхетле тормоштан һуң Тифон — көндөҙгө яҡтылыҡтың кәүҙәләнеше — ҡартайғас, Эос уны яңғыҙ бүлмәгә бикләй, унан ҡайһы берҙә Тифондың ҡарт тауышы ғына яңғырай. Риүәйәткә ярашлы, Эос уны ҡыҙғаныуынан өй сиңерткәһенә әйләндерә[11].
Был никахтан Эостың улдары Эмафион һәм Эфиопияның буласаҡ батшаһы Мемнон тыуа, уға Троя янында Ахилл менән алышырға тура килә һәм уның ҡулынан үлә[12]. Эос яратҡан улының кәүҙәһен Эфиопияға күсерә, унда, боронғо грек шағирҙары күҙаллауы буйынса, Гелиостың һарайы урынлаша, һәм күп күҙ йәштәрен —иртәнге ысыҡты түгеп, мәңге илай. Мемнондың вафатынан һуң Эос Зевстан уның һеңлеләрен Мемнонид ҡоштарына әйләндереүҙе һорай[13].
Икенсе версия буйынса: ире Астрей, балалары: Анемалар (елдәр) һәи Астралар (йондоҙҙар).
Сәнғәттә
үҙгәртергәЭсхилдың «Взвешивание душ» трагедияһының төп геройы [14].
Гомерҙан башлап шағирҙар Эостың матурлығын һәм уның бөйөклөгөн һүрәтләй. Уның эпитеты шулай аңлатыла: «Ҡояш сығыр алдынан күктә үҙәктән таралған алһыу һыҙаттар күренә, улар ҡулдарының тарбаҡлы бармаҡтарын хәтерләтә»[15].
-
Эос
(Эвелин де Морган, 1895) -
Тифон һәм Эос
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Аврора (богиня)
- Заря (мифология)
- Усиньш
- Ганимед
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Любкер Ф. Ἠώς (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 473.
- ↑ Предметно-понятийный словарь греческого языка: Микенский период. — Л., 1986. — С. 64.
- ↑ Гомер. Одиссея II 1.
- ↑ Овидий. Метаморфозы IX 422; XV 191.
- ↑ Гиперион, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Гесиод. Теогония 371.
- ↑ Гелиос // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Вейсман А. Д.. Греческо-русский словарь. — стлб. 528, 266.
- ↑ Комментарий к англ. переводу «Теогонии» (H.G. Evelyn-White)
- ↑ Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 4, 4.
- ↑ Тифон, супруг Эос // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Эос // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Гесиод, фр. 353 М.-У.
- ↑ Радт, фр. 329.
- ↑ Ярхо В. Н. Примечания // Гомер. Одиссея. — М., 2000. — С. 367.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Обнорский Н. П.,. Эос // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Энциклопедия античной мифологии: Эос 2022 йыл 7 июль архивланған.