Энос[1] (грек. Αίνος) — Грецияла Кефалиния утрауының иң бейек тау түбәһе. Бейеклеге 1627 м тәшкил итә.

Энос
Рәсем
Яҡынса бейеклеге 1628 метр
Дәүләт  Греция
Административ-территориаль берәмек Кефалиния[d] һәм Аргостолион[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Кефалиния[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1628 метр
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән эзбизташ
Оҙонлоҡ 10 km
Карта
 Энос Викимилектә

Тау теҙмәһенең күп өлөшө милли парктың хоҡуҡи статусына эйә. Утрауҙа ғына түгел, бөтә архипелагта ла иң ҙур булған Энос тауының бейеклеге 1600 метрҙан ашып китә. Энос битләүҙәре кефалиния пихтаһы Abies cephalonica һәм Греция өсөн уникаль булған үҙенсәлекле ҡара ҡарағай менән ҡапланған Pinus nigra (ҡарағай урмандары 700 м 1200 м тиклем араһындағы бейеклектәрҙә осрай). Тауҙы ҡаплаған ошо ҡарағайҙар арҡаһында Энос битләүҙәре алыҫтан ҡара тиерлек күренә. Сыуаҡ көндәрҙә панорама Пелопоннес һәм Этолия көнбайышына һәм Закинф, Лефкас, Итака утрауҙарына булған күренештәрҙе үҙ эсенән ала. Туристик инфраструктура юҡ. Энос түбәһендә ҡасандыр Зевс Эониссий ғибәҙәтханаһы торған, хәҙер унда утрауҙың метеостанцияһы һәм радиовышкаһы урынлашҡан.

Энос битләүҙәрендә ҡарағай урмандары

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Греция. Справочная карта. Масштаб 1:1 000 000 / Главный редактор Я. А. Топчиян. — М.: Роскартография, 2001. — (Страны мира. Европа). — 2000 экз.