Эмма Мейсснер
Эмма Мейсснер (швед. Emma Meissner, 30 октябрь 1866 — 20 ноябрь 1942) — швед опера йырсыһы (сопрано) һәм театр актрисаһы.
Эмма Мейсснер | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған көнө | 30 октябрь 1866[2][3] |
Тыуған урыны | Карлстад[d], Карлстад[d], Вермланд[d], Швеция[2][3] |
Вафат булған көнө | 20 ноябрь 1942[2] (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Энгельбрект[d], Стокгольм[d], Стокгольмское обер-губернаторство[d], Швеция[2] |
Ерләнгән урыны | Северное кладбище[d][4][5] |
Хәләл ефете | Hjalmar Meissner[d][2] |
Һөнәр төрө | актёр, кино актёры, operetta singer |
Йырсы тауышы | сопрано[d] |
Жанр | оперетта[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Эмма Мейсснер Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЭмма Оливия Экстрем 1866 йылда Карлстадта тыуған. Ата-әсәһе Юхан Фредрик Экстрём һәм Анна Брита Петтерсон.
1881—1883 йылдарҙа Стокгольм ҡалаһында Mindre teatern театрында хорҙа йырлай. Тәүге ролен Sjökadetten операһында башҡара. 1884—1885 йылдарҙа Эмма Стокгольм консерваторияһында уҡый, артабан Фриц Альбергта һәм Сигне Хеббела уҡый.
Уҡыуҙан һуң Эмма 1888—1889 йылдарҙа Стокгольмда Södra Teatern театрында эшләй. 1890 йылда Стокгольмдың Vasateatern «Микадо» операһында ул Ям-Ям ролен башҡара. 1891 йылда Элизабет Йортберг менән бергә варьете йырсыһы булараҡ Норвегия, Дания, Бөйөк Британия, Германияла Европаның төрлө ҡалаларында сығыш яһай. Артабан ул Oscarsteatern театрында эшләй. 1907 йылда бында Франц Легарҙың «Күңелле тол ҡатын» беренсе швед опереттаһында төп ролдә уйнай. Эмма барлығы йөҙҙән ашыу төрлө постановкаларҙа ҡатнаша.
Эмма менән 1903 йылда тауышһыҙ «Лили» фильмында роль башҡарып, кино актрисаһы була. Бөтәһе 15 кинотаҫмаға төшә.
1894—1897 йылдарҙа Эмма казначей Роберт Бергта кейәүҙә була. 1899 йылда ул Яльмар Мейсснерҙың ҡатыны була, ире 1925 йылға тиклем Альберт Ранфт театрҙарында, Король опрераһында һәм Гетеберг симфоник оркестрҙа дирижер булып эшләй.
Эмма Мейсснер 1942 йылда вафат була һәм Стокгольмда ерләнә.
Фильмографияһы
үҙгәртергә- Lili (1903)
- Den glada änkan (1907)
- Amerikaminnen (1908)
- Skilda tiders danser (1909)
- Filmdrottningen (1913)
- Hemslavinnor (1923)
- Falska miljonären (1931)
- Vi som går köksvägen (1932)
- Eva går ombord (1934)
- Intermezzo (1936)
- Sara lär sig folkvett (1937)
- Pappas pojke (1937)
- Familjen Andersson (1937)
- Stackars Ferdinand (bortklippt) (1941)
- Fåfängans marknad (1962)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://calmview.musikverk.se/CalmView/Record.aspx?src=CalmView.Persons&id=DS/UK/1276 — 2017.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Emma O Meissner — Б. 334.
- ↑ 3,0 3,1 Karlstads stadsförsamlings kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/VA/13275/C I/10 (1861-1873), bildid: A0022404_00082
- ↑ Norra Begravningsplatsen: Kändisarna
- ↑ Meissner, EMMA OLIVIA — Svenskagravar.se.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://runeberg.org/hvar8dag/15/0374.html
- http://www.swedishmusicalheritage.com/composers/arlberg-fritz/
- https://sok.riksarkivet.se/sbl/Presentation.aspx?id=12674
- https://sok.riksarkivet.se/sbl/Presentation.aspx?id=9243
- https://sok.riksarkivet.se/Sbl/Presentation.aspx?id=9244
- https://sok.riksarkivet.se/sbl/Presentation.aspx?id=7539