Элизе Рихтер
Элизе Рихтер (нем. Elise Richter; 2 март 1865 йыл — 23 июнь 1943 йыл) — Австрияның филолог-ғалимы; Вена университеты тарихында иң беренсе булып (1905) «фән докторы» дәрәжәһен алған ҡатын-ҡыҙ.
Элизе Рихтер | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ[1][2][…] |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 2 март 1865[3][2][…] |
Тыуған урыны | Вена, Австрия империяһы[5] |
Вафат булған көнө | 21 июнь 1943[4][6][…] (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Терезиенштадт[d], Терезин[d], Литомержице[d], Чехия[7][5] |
Место содержания под стражей | Терезиенштадт-гетто[d][8] |
Һөнәр төрө | профессор, әҙәби тәнҡитсе, романист |
Эш биреүсе | Вена университеты |
Исем | Dr. Elise Richter[7] |
Уҡыу йорто | Вена университеты |
Ғилми дәрәжә | фән докторы[d][7][8] |
Әүҙемлек урыны | Вена[2] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Отечественный фронт[d] |
Область интересов | романистика[d] |
![]() |
БиографияһыҮҙгәртергә
Австро-Венгрияның Вена ҡалаһында йәһүд Maximilian Richter һәм уның ҡатыны Emilie Lackenbacher ғаиләһендә 1865 йылдың 2 мартында тыуған; уның апаһы — Элен Вена университетында фәлсәфә фәне буйынса 1901 йылда ғалим исемен яулаған була.
20 йәшендә Элизе ревматизм менән ауырып киткән һәм ғүмеренең аҙағына тиклем ревматизмдан этләнгән. 1891 йылдан алып ул Вена университетында ҡунаҡ сифатында ҡайһы бер лекцияларҙы тыңлаған. Ҡатын-ҡыҙҙарға имтихандар тоторға рөхсәт ителгәс, 1896 йылда ул Венаның шәхси Академия гимназияһында белем алыуы тураһында аттестат алған. Бер йыл уҙғас, Вена университетының фәлсәфә факультетына уҡырға ингән.1905 йылда ул , ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе булып, роман телдәре буйынса хабилитирланған доктор дәрәжәһенә күтәрелеп, 1921 йылда экстра-ординарлы профессор булып тәғәйенләнгән. 1920 йылдан алып Элизе Австрия академик ҡатын-ҡыҙҙар Ассоциацияһын етәкләгән. (нем. Verband der Akademikerinnen Österreichs).
Аншлюстан һуң, Австрияла йәһүдтәргә сәйәси ҡараш үҙгәргәнлектән , ул үҙ посынан китергә мәжбүр булған. Апаһы Элен менән бергә ул 1942 йылдың 9 октябрендә Терезиенштадт концентрацион лагерына депортацияланған һәм унда 1943 йылдың 23 июнендә вафат булған
ХәтерҮҙгәртергә
- Австрия фәнни Фондының (FWF) Элизе Рихтер программаһы профессор дәрәжәһенә күтәрелеү өсөн уҡыған ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур ярҙам күрһәтә.[9]
- 1999 йылдан алып Немец романистары берләшмәһе романистика өлкәһендәге иң яҡшы диплом эшен башҡарыусыға Рихтер исемендәге 1500 евро призын тапшырып килә.
- Венаның Флоридсдорф районында 2008 йылда бер урамға Рихтер исеме бирелгән.
- 2016 йылдың йәйендә Элизе Рихтерҙың бюсты Вена университетында урынлаштырыласаҡ .[10]
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ OCLC. Record #19723742 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека, Австрийская национальная библиотека Record #118600389 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 4,0 4,1 Elise Richter // FemBio: Банк данных о выдающихся женщинах
- ↑ 5,0 5,1 Gadzinski A. Elise Richter // KALLIOPE Austria (нем.): Frauen in Gesellschaft, Kultur und Wissenschaft — Wien: Bundesministerium für Europa, Integration und Äußeres, 2015. — S. 223—224. — ISBN 978-3-9503655-5-9
- ↑ Elise Richter // [Elise Richter Frauen in Bewegung 1848–1938] — Австрийская национальная библиотека, 2006.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 https://www.holocaust.cz/en/database-of-victims/victim/56878/ — Прага: Terezín Initiative Institute.
- ↑ 8,0 8,1 https://www.pamatnik-terezin.cz/prisoner/te-richter-elise
- ↑ Elise-Richter-Programm (нем.)(нем.
- ↑ Sieben Frauendenkmäler für Uni Wien (нем.)(нем.