Ислам Эквадорҙа — аҙсылыҡ дине. Тикшеренеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса Эквадорҙа ислам динен яҡынса 2000 кеше тота, был 16 965 000 кеше тәшкил иткән халыҡтың дөйөм һанынан 0,011 % тәшкил итә.[1]

Эквадорҙа ислам
Дәүләт  Эквадор

Тарихы үҙгәртергә

Эквадорға күсенеп килгән тәүге мосолмандар Беренсе донъя һуғышы осоронда Яҡын Көнсығыштан, ә шунан һуң Ғосман империяһының элекке территорияларынан бында килеп төпләнгән ғәрәптәрҙән тора. Улар башлыса Кито, Амбато һәм Гуаякилелә йәшәй башлай, шулай уҡ Манаби, Лос-Риос һәм Эсмеральдас провинцияларында ла мосолмандарҙың бәләкәйерәк общиналары бар. XX быуаттың 40-сы йылдарында левантия христиандары һәм мосолмандары Лекла исеме аҫтында донъяуи этник ойошма булдыра, ул 80-се йылдарҙа Ғәрәп клубы тип үҙгәртелә. 1990-сы йылдар урталарына Эквадорҙың ислам динен ҡабул иткән граждандары һәм был илгә күсенеп килгән мосолмандар Эквадорҙың баш ҡалаһы Китоның Лос-Ширис һәм Элой Альфаро урамдарындағы шәхси фатирҙы община ағзаларына ғибәҙәт ҡылыу урыны булараҡ файҙалана, бигерәк тә йома көндәрендә. Аҙағыраҡ Мысыр илселеге шул уҡ маҡсаттар өсөн тағы ла бер шәхси фатирҙы бирә. 1994 йылдың 15 октябрендә ойошторолған Ислам үҙәге Эквадор хөкүмәте тарафынан танылған тәүге мосолман дини ойойшмаһы була. Халед ибн әл-Вәлид мәсете 1991 йылда эшләй башлай. Гуаякилеләге Әл-Һижрә Ислам үҙәгенә нигеҙҙе 2004 йылда Эквадорҙан Хуан Сауд, Пакистандан Али Саид һәм Һиндостандан Мажар Фарук һала.[2]

Хәҙерге торошо үҙгәртергә

Эквадор мосолмандарының күпселеге сөнниҙәр. Әлеге ваҡытта Халед ибн-әл-Вәлид мәсетенә шәйех Мөхәммәт Мәмдух идара итә һәм Китола йәшәгән бөтә мосолмандар өсөн уның ишектәре асыҡ.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Table: Muslim Population by Country  (инг.), Pew Research Center's Religion & Public Life Project (27 January 2011). 6 май 2018 тикшерелгән.
  2. Islam in Ecuador. www.islamawareness.net. Дата обращения: 7 май 2018. Архивировано 12 ноябрь 2017 года.