Эйяфьядлайёкюдль

Эйяфьядлайё́кюдль[1] (Эйяфьядлайёкудль[2]; исл. Eyjafjallajökull‎, [ˈɛɪjaˌfjatlaˌjœːkʏtl̥] ) — ҙурлығы буйынса Исландияла алтынсы боҙлоҡ. Исландияның көньяғында, Рейкьявиктан 125 км (77 миль) алыҫлыҡта урынлашҡан. Ошо боҙлоҡ (бер өлөшө күрше Мюрдальсйёкудль боҙлоғо) аҫтында конус формаһындағы үҙ исеме булмаған, матбуғатта ябайлаштырып боҙлоҡ исеме менән йөрөтөлә торған Эйяфьядлайёкюдль вулканы урынлашҡан.

Эйяфьядлайёкюдль

2010 йылдың 20 мартына тиклем
УрынлашыуыИсландия
Вулкан формаһыСтратовулкан
Кратер диаметры3—4 мең м
Һуңғы атылыу2010 йылдың 20 мартында башлана һәм хәҙерге көнгә тиклем дауам итә
Тау түбәһе бейеклеге1666 м

Бейеклеге 1666 метр, майҙаны яҡынса 100 кв. км. Вулкан кратеры диаметры 3—4 км (2010 йылға тиклем боҙ менән ҡапланған))[3].

Көньяҡ ситендә Скоугар ҡасабаһы урынлашҡан. Боҙлоҡтан билдәле Скоугафосс шарлауығы булған Скоугау (исл. Skógá‎) йылғаһы бушлана[4].

 
2010 йылдың 27 марты

18211823 йылдарҙа вулкан атылғандан һуң вулкан йоҡлаған тип иҫәпләнгән[3]. Вулкандың һуңғы атылыуы 2010 йылдың 10 мартында 22:30 һәм 23:30 сәғәттә GMT[5] башлана. Боҙлоҡтоң көнсығыш өлөшөндә 0,5 км самаһы ярыҡ барлыҡҡа килә, был ваҡытта көл сығарып ташлау күҙәтелмәй.

2010 йылдың 14 апрелендә вулкан атылыуы көсәйә[6], вулкан көлөн һауаға сығарып ташлау күбәйә. Был, 16—20 апрельдә һәм өлөшләтә майҙа, Европа өҫтөндә һауа киңлеген ябыуға сәбәпсе була.

VEI шкалаһы буйынса вулкан көсөргәнешлеге билдәһеҙ. Эйяфьятлайокудль вулканы — бетонланға ҡарар ителгән беренсе вулкан[7].

Исеме ислан телендә (исл. Eyjafjallajökull‎) — утрау тауҙары боҙлоғо тигәнде аңлата.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Написание «Эйяфьядлайёкюдль» присутствует на советских и российских картах: карта Исландии (ПКО «Картография», ГУГК, 1981), Атлас мира (Роскартография, 1999).
  2. Написание «Эйяфьядлайёкудль» присутствует на советских топографических картах выпуска 1960-х годов, в Большой советской энциклопедии, большинстве научных трудов на русском языке по географии и геологии Исландии.
  3. 3,0 3,1 Вулкан Эйяфьятлайокудль в Исландии. Справка  (рус.), РИА Новости (15 апреля 2010). 16 апрель 2010 тикшерелгән.
  4. Вулкан Эйяфьялайокуль // Всё о геологии
  5. Eruption on Fimmvörðuháls (eng), Исландская метеорологическая служба (21.3.2010). 18 апрель 2010 тикшерелгән.
  6. По мнению заместителя директора ИГРАН по науке Аркадия Тишкова, то, что поднялось в воздух в Исландии, пока даже не достигло объёма 1 куб. км Масштаб извержения вулкана в Исландии резко уступает масштабу психоза, начавшегося в Европе, считают российские учёные 2010 йыл 23 апрель архивланған. // Ами-ТАСС, 16.04.2010.
  7. Эйяфьятлайокудль вулканы — бетонланға ҡарар ителгән беренсе вулкан 2010 йыл 27 июнь архивланған.