Барсуков Эдуард Григорьевич

(Эдуард Барсуков битенән йүнәлтелде)

Эдуард Григорьевич Барсуков ( (Дондағы Ростов ҡалаһында 1934 йылдың 11 февралендә тыуған) — шағир, журналист, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995 йыл).

Эдуард Григорьевич Барсуков
Тыуған көнө:

11.02.1934

Тыуған урыны:

Дондағы Ростов

Гражданлығы:

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Наградалары:
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»
Тышҡы рәсемдәр
Эдуард Григорьевич Барсуков

Биографияһы

үҙгәртергә

Эдуард Григорьевич Барсуков Дондағы Ростовта хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа. 1952—1956 йылдарҙа Ростов университетының тарих-филология факультетында уҡый. Уҡып бөткәс юллама буйынса ауыл мәктәтәрендә уҡытыусы булып эшләй, Үзбәкстан мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

Дондағы Ростовҡа әйләнеп ҡайтҡас, ул журналист эше менән шөғөлләнә: фабрика сығарған әҙ тиражлы гәзиттә әҙәби хеҙмәткәр була, артабан өлкә «Комсомолец» йәштәр гәзитендә, һуңғараҡ өлкә Эске эштәр идаралығы гәзитендә журналист булып эшләй.

1970-1994 йылдарҙа Эдуард Григорьевич Барсуков Эске эштәр идаралығында аппарат хеҙмәткәре булып эшләй, хәҙер Рәсәй Эшке эстәр министрлығының пенсионеры.

Э. Барсуковтың тәүге «Дом на Буденновском» тигән шиғыры «Большевистская смена» гәзитендә 1949 йылда баҫылып сыға. Ошо ваҡыттан алып уның шиғырҙары Ростов ҡала һәм өлкә гәзиттәрендә, «Дон» альманахы һәм журналында, Воронеж ҡалаһының «Подъём» журналында, Ростов китап нәшриәте һәм «Молодая гвардия»ла, «Литературная газета»ла, Болгарияның «Вит» гәзитендә, Венгрияның «Альфёльд» гәзитендә һәм башҡа баҫмаларҙа сығып тора.

Э. Барсуковтың тәүге шиғырҙар китабы «Багряные леса» Ростов нәшриәтендә 1968 йылда сыға, 1993 йылда «Гефест» нәшриәте «Вечное небо» шиғри йыйынтығын «Орбита» һәм «Новая книга» нәшриәттәрендә сығара, 1999 һәм 2003 йылдарҙа уның «Театр судьбы» һәм «Гроза на двоих» шиғырҙар китабы донъя күрә.

Эдуард Григорьевич Барсуковтың шиғырҙары лирика менән һуғарылған, ижадының төп темаһы — тәбиғәт һәм сәнғәт, хәҙерге заман кешеһенең донъялағы урыны. Уның шиғриәте публицистик гражданлыҡ пафослы.

Э. Г. Барсуковтың әҫәрҙәре 1956 йылданбашлап «Подъём» (Воронеж); «Господин Ростов»; «Донская волна»; «Ajfold»: «Ковчег»; «Донской современник»; «Нива» (Казахстан) журналдарында баҫылып тора.

Эдуард Григорьевичтың шиғырҙары Мәскәүҙә, Ростовта сыҡҡан «Молодые голоса», «Молодые, разные», «Поэзия рабочих рук», «День донской поэзии», «В шинели, сшитой из огня…», «Донщина, дочь моей России…», «Шолохов: уроки мужества и доброты», «Уголовный розыск. Криминальный мир Ростова», «Солдат войны — солдат правопорядка» коллектив йыйынтыҡтарында нәшер ителә.

Эдуард Григорьевич Барсуков — В. А. Закруткин исемендәге конкурс лауреаты, Ул шулай уҡ Дон эске эштәр ғәскәре һәм органдарының ветерандар Советының президиум ағзаһы.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Медаль «Ветеран труда»

Медаль «За выслугу лет в МВД»

Төп баҫмалары

үҙгәртергә
  • Багряные леса. Стихи. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1968.
  • Вечное небо. Стихи. — Ростов-н/Д: изд-во «Гефест», 1993.
  • Театр судьбы. Стихи. — Ростов-н/Д: ООО «Орбита», 1999.
  • Гроза на двоих. Стихи. — Ростов-н/Д: изд-во «Новая книга», 2003.
  • И древо жизни шелестит листвой. Стихи. — Ростов-н/Д: изд-во журнала «Ковчег», 2008.
  • Щенок повышенной опасности. Стихи. — Таганрог: изд-во «Нюанс», 2010.
  • Голоса, которые не отзвучали. Воспоминания, размышления, эссе. — Таганрог: изд-во «Нюанс», 2010.
  • Весна в заснеженном окне. Стихи. — Ростов-н/Д: изд-во «Альтаир», 2012.
  • Сливалось с музыкою слово. Стихи. — Ростов-н/Д: изд-во «Альтаир», 2012.
  • Звезда надежды. Стихи. — Ростов-н/Д: изд-во «Альтаир», 2012.
  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5

Һылтанмалар

үҙгәртергә