Эгрет[1], йәки эгретка (франц. aigrette — латыш теленән селән) баш кейеменә йәки сәскә беркетелә торған брошкаға оҡшаш зәргәр биҙәүес. Ҡағиҙә булараҡ, эгреттың төп элементы булып ҡош ҡауырһыны йәки ҡауырһын шәлкеме тора, әммә үҫемлек мотивтары менән изделиелар ҙа осрай. Биҙәүестәр һуңғы Виктория дәүерендә (1880-се — 1890-сы йылдар) һәм 1920-се йылдарҙа модала була.

Актриса Вивиан Рич, 1916

Эгреттарға оҡшаш биҙәүестәр төрлө мәҙәниәттәрҙә билдәле: ҡауырһын һәм аҫыл таштарҙан эшләнгән оҡшаш биҙәүестәрҙе Төркиәлә һәм Һиндостанда юғары ҡатлам ир-егеттәре төрбәндә йөрөткән. XIX быуатта Европа армияларының форма баш кейемендә вертикаль ҡауырһындар шәлкеме солтан тип атала.

Классик эгретҡа яҡын биҙәүесте рококо осоро портреттарында, шул иҫәптән Мария-Антуанеттаның 1775 йыл тирәһендә яҙылған портретында күрергә мөмкин. XIX быуаттың типик эгреты алтын йәки платинанан эшләнгән һәм аҫыл таштар, йышыраҡ бриллиант менән биҙәлгән броштан ғибәрәт, һәм брошкаға ҡош ҡауырһыны, ҡағиҙә булараҡ, аҡ селән ҡауырһыны беркетелә (шуның арҡаһында биҙәүестәр үҙ исемен ала). Әммә төрлө формалағы эгреттар ҙа осрай, "ҡош" темаһына иң йыш альтернатива булып үҫемлек мотивтары (ювелир ботаҡтар һәм сәскәләр букеттары) тора. Биҙәүестәргә нәфислек биреү өсөн уның деталдәрен en tremblant (франц. «ҡалтырау») техникаһында, йәғни уның ҡайһы бер фрагменттары хәрәкәтле (мәҫәлән, сәскә йәки тамсы рәүешендәге сулпылар) итеп эшләнгән.

Эгреттар эшләпәгә, ҡулсаға йәик туранан-тура сәскә беркетелә. Эгрет бигерәк тә XIX быуат аҙағында, модала турнюр булған саҡта популяр була: арттан күләмдең артыуы арҡаһында ҡатын-ҡыҙ силуэтын күҙ менән оҙонайтырға кәрәк була, шуға күрә модаға эшләпәләр һәм вертикаль йүнәлештәге аксессуарҙар менән тулыландырылған бейек причёскалар инә. Ҡош ҡауырһыны менән аксессуарҙарҙың популярлығы шул тиклем юғары була, был мода ҡоштарҙың бер нисә төрөн, шул иҫәптән аҡ селәнде тулыһынса юҡ итеүгә килтерә. Венесуэлала ғына 1898 йылда 1,5 миллиондан ашыу аҡ селән юҡ ителә[2]. Һары суҡышлы селән эгрет модаһы ваҡытында тулыһынса юҡ ителә, ә һуңынан үҙенең һанын тергеҙә алмай.

XIX быуатта төрбәндән айырым Бохара эгреты. Алтын, рубин, зөбәржәт һәм бриллиант

Эгрет популярлығының яңы пигы 1920-се йылдарға тура килә; ул саҡта биҙәүестәрҙе нәҙек ҡулсаға йәки тиараға, ғәҙәттә, ҡабырғанан беркеткәндәр.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. (анат.) длинные перья в брачном наряде у самцов белой цапли и некоторых близких видов.
  2. Maurice Burton, Robert Burton. International Wildlife Encyclopedia, 2002, p. 753

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Султан (украшение)
  • Корона Пехлеви
  • Корона Киани

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Эгретка(недоступная ссылка) Энциклопедия моды