Эбла
Эбла (Ибла[1] хәҙерге Телль-Марди́х ғәр. تل مرديخ) ҡаласығы — боронғо Сүриә территорияһында б. э. т. III мең йыллыҡ уртаһында йәшәгән семит сауҙа ҡала-дәүләте. Эбла Сүриәлә Евфрат бөгөлөнән көнбайышта, хәҙерге Алеппонан көньяҡ-көнбайышта 53 километрҙа урынлашҡан. Эбла Сүриәнең иң боронғо цивилизацияларының береһе булып тора.
Эбла | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 3000 |
---|---|
Дәүләт | Сүриә |
Административ-территориаль берәмек | Идлиб[d] |
Ҡулланылған тел | ханаанские языки[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | б. э. т. 2240 |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iii)[d] һәм (vi)[d] |
Эбла Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЭбланың беренсе батшалығы
үҙгәртергәЭблаға нигеҙ һалыусылар — б. э. т. IV мең йыллыҡ уртаһында Көньяҡ-Көнсығыш Ғәрәбстандан Сүриәгә күсеп килгән семит сығышлы боронғо халыҡ, эблаиттар. Эблаиттар Шумер-аккад шына яҙыуын ҡулланған. Игнас Гельб эблаиттарҙы үҙәк Месопотамиянан көнбайыш Левантҡа тиклем һуҙылған "Киш цивилизация традицияһы"на индерә. «Эбла» һүҙенең мәғәнәһе өҫтөнә ҡала төҙөлгән «аҡ таш»ҡа ҡайтып ҡала.
Был ҡалаға б. э. т. 3500 йылдар тирәһендә нигеҙ һалынған. Б. э. т. 3000 һәм 2400 йылдар араһындағы «Мардих IIA» иртә осоронда Эблала беренсе батша һарайы төҙөлгән булған. Осор аҙағына Мари ҡала-дәүләте менән йөҙ йыллыҡ һуғыш тура килгән: иң тәүҙә мари лугале Саʿуму эблаиттарҙың күп кенә биләмәләрен баҫып алған, әммә б. э. т. XXV уртаһында Эбла батшаһы Кун-Даму Мариҙы тар-мар иткән.
XXIV быуатҡа тап килгән «архивтар осоро» («Мардих IIB1») унда табылған бай батша архивына ҡарата ҡулланыла. Архив хужалыҡ документацияһын һәм Мариға һалым түләүсе Игриш-Халам идараһы осоронан башлап дипломатик хат алышыуҙы үҙ эсенә ала. Эбла йәнә Иркаб-Даму батша дәүерендә һөжүмгә күсә; уның Абарсал дәүләт-ҡала менән килешеүе тарихта беҙгә билдәле булған иң боронғо килешеүҙәрҙең береһе булып тора. Был осорҙа вәзирҙәрҙең — бигерәк тә Ибриум менән уның улы Ибби-Сипиштың, Мариға һәм фетнәсел вассалдәргә ҡаршы хәрби кампанияларға етәкселек иткән Иркаб-Даму һәм Исар-Даму батшалар ҡарамағында роле айырыуса арта. Ибби-Сипиш етәкселегендә эблаит ғәскәре һәм уларҙың Киш һәм Нагаранан булған союздаштары Терка янында марийҙарҙы тар-мар иткән.
Сәскә атҡан осоронда Эбла төньяҡ һәм көнсығыш Сүриәнең дәүләт-ҡалалары араһында алдынғы көс булған һәм хәҙерге Сүриә Ғәрәп Республикаһының яртыһын тиерлек биләгән. Уға 60-тан ашыу ҡала буйһонған, ә Эблаит яҙмаларында иң мөһиме — Арми. Эбланың хужалыҡ һәм сәйәси йоғонтоһо көнбайышта Урта диңгеҙ яры буйындағы Финикия Библыһынан алып, көнсығышта Евфраттың урта ағымынан Мариға тиклем һәм төньяҡта Урса’умдан көньяҡта Дамаск биҫтәләренә тиклем таралған. Ҡала Боронғо Месопотамия, Элам һәм Мысыр менән йәнле сауҙа һәм сәйәси бәйләнештәргә эйә булған.
Моғайын, тап Эбланың етеш тормошо уның түбәнгә тәгәрәүенә сәбәпсе булғандыр: ҡала байлығы Түбәнге Месопотамияла Шаррумкен (Боронғо Саргон) нигеҙ һалған ҡеүәтле аккад империяһының иғтибарын йәлеп иткән. Б. э. т. XXIII быуатта Эбла һәм уның «G» батша һарайы яндырылған булған. Күпселек ғалимдар Эбла беренсе батшалығының һәләк булыуын Боронғо Саргондың ҡаланы емереүе менән бәйләй. Үҙенең яҙмаларында Саргон, уға Эбланы ҡаланың баш илаһы Даган биргән, һәм ул, Саргон, уның идарасыларынан һалым түләтә алған, тип хәбәр итә. Уның ейәне Нарам-Суэн (б. э. т. 2236—200) уның ҡеүәтен бөтөнләй һүндергәндер һәм, бәлки, Нур тауҙарының урман битләүҙәренә йүнәлеп, Эбла биләмәһенең күпселек өлөшөн үҙ державаһына ҡушҡандыр. Эбланың емерелеүе археологик ҡаҙылмалар менән раҫланған, ғалимдарҙың күпселеге тап Нарам-Суэн идара иткән ваҡытта, уның ҡушыуы буйынса ҡала яндырылған, тип иҫәпләй. Айырым тикшеренеүселәр әйтеүенсә, беренсе Эбла батшалығы емерелеүенең башҡа сәбәптәре лә бар: Джованни Петтинато — Лагаштан Эаннатум йәки Умманан Лугальзагеси, Альфонсо Арчи һәм Мария Биганың баҫып алыуы — күптән түгел емереүҙәр өсөн үс алған мариҙар яғынан агрессия, Майкл Астур — заманса һәләкәт (аккадтарҙың Иблуны тар-мар итеүе тураһындағы отчётын ул хәҙерге Ираҡ территорияһындағы башҡа ҡала менән бәйләй).
Икенсе Эбла батшалығы
үҙгәртергәУрҙың өсөнсө династияһы яҙмалары раҫлауынса, Эбла тиҙҙән яңынан төҙөлгән («Мардих IIB2»). Эбланың икенсе батшалығы менән элекке күсәгилешлекте дауам иткән һәм шулай уҡ дини ғибәҙәтханаларҙың архитектураһында һәм уларға табыныуҙа ла сағылған урындағы яңы династия идара иткән. Табылған яҙмалары, матди мәғлүмәте етмәгәнлектән, Эбланы телгә алған күршеләренең сығанаҡтарына мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, Лагаштан Гудеа Уршу эргәһендәге «Эбла тауҙарынан» эрбет (кедр) килтереүҙе һорай, унан күренеүенсә, был биләмә Каркемиштан төньяҡҡа табан хәҙерге Төркиә территорияһы эблаит хакимлығы аҫтында булған. Ур батшаһы Амар-Суэн идараһының етенсе йылына арналған текстар (б. э. т. 2040 й. тирәһе) Эбла илсеһен (энси — «мегум») телгә ала. Шул ваҡытта һуңғыһы, вассаль бәйлелектең характеры аҙағынаса асыҡ булмаһа ла, Урға һалым килтергән.
Икенсе Эбла ла (б. э. т. 2050 һәм 1950 йылдар араһында) уттан зыян күргән. Майкл Астур быны б. э. т. 2030 йылда билдәһеҙ Икинкалис ҡалаһынан элекке эблаит вассалдары етәкләгән Куррит баҫып инеүе эҙемтәһе тип иҫәпләй. Эбланы юҡ итеү 1983 йылда асылған хетт-хуррит эпик "Әсирлектән азат итеү тураһында йырҙар"ында телгә алына. Унда «Зазалла» исемле кеше етәкселегендәге Эблаит йыйылышы Мека батшаһына Икинкалис әсирҙәрен ярлыҡарға бирмәй, был үҙ сиратында йәшен батшаһы куррит илаһы Тешубтың асыу тыуҙыра, һәм ул ҡаланы емерә.
Өсөнсө Эбла батшалығы
үҙгәртергәЭблалағы төп династияның түңкәрелеүе аморей ҡәбиләләренә бушап ҡалған ҡалаға күсергә мөмкинлек биргән. Бында улар үҙҙәренең династияһына нигеҙ һалған һәм яңынан һарайҙар, ғибәҙәтханалар төҙөгән. Өсөнсө Эбланың «А» осоронда (б. э. т. 2000—800 йй.) ҡала планлы рәүештә тергеҙелгән, ә «B» осоронда (б. э. т. 1800—1600 йй.) киңәйтелгән. Әммә ҡала б. э. т. XXIV быуатта иң юғары сәскә атыу осоро менән сағыштырырлыҡ кимәлгә башҡа бер ҡасан да күтәрелмәгән.
Был Эбланың һуңғы, өсөнсө батшалығы Ямхад дәүләтенең (үҙәге Алеппола урынлашҡан) союздашы булған. Ямхад батшаһы Ярим-Лима III идара иткәндә, Эбла уға вассал бойондороҡло хәлдә булған. Ҡала шулай уҡ Ямхадҡа бәйле Алалахтағы яҙмаларында иҫкә алынған: эблаит принцессаһы Алалах батшаһының улы Аммитакумға кейәүгә сыҡҡан. Шул осорҙағы Эбла идарасыларының береһе булып, Мысыр фирғәүене Хотепибренан бүләк — «Кәзәләр башлығы ҡәберлеге» тип аталған урында табылған церемониялар (тантана) үткәргәндә ҡулланылған суҡмар — алған Иммее сығыш яһаған.
Яҡынса б. э. т. 1600 йылда хетт батшаһы Мурсили I Эблаит батшалығын бөтөнләй тар-мар иткән. Эбланы тулыһынса емереү б. э. т. XVII быуатына, йәғни ҡулында Яҡын Көнсығыш дәүләттәренең күбеһе Месопотамия территорияһына һәм уға күрше төбәктәрҙәге Загрос таулы райондарына баҫып ингән касситтар осорона ҡарай. Эблы биләмәһендәге артабанғы дүрт торама — «Мардих IV» (б. э. т. 1600—1200), «Мардих V» (б. э. т. 535 й. тиклем), «Мардих VI» (б. э. 60 йылына тиклем) һәм «Мардих VII» (б. э. III—VII быуаты) ҙур булмаған ауылдар булып ҡала. Һуңынан был урын ташландыҡҡа әүерелә.
Мәҙәниәте
үҙгәртергәТеле
үҙгәртергәЭблаит теле семит төркөмөнә ҡарай һәм, көнсығыш семит тармағына инеп, аккад теле менән күп уртаҡлыҡҡа эйә, һәм, бәлки, Саргонға тиклемге осорҙоң аккад теле диалекты булып торалыр. Әммә ул көнбайыш семит телдәренең күп үҙенсәлектәренә эйә[2][3]. Эблаит грамматикаһы аккад теле грамматикаһына яҡын, әммә лексикаһы һәм ҡайһы бер грамматик формалары уны көнбайыш семит телдәре менән яҡынайта[4].
Был телдең ниндәйҙер төркөмгә ҡарауына бәйле бәхәстәр ғалимдарҙы ике лагерға бүлде: итальян ғалим-археологтары эблаит теле афразий телдәренең семит төркөмөнөң төньяҡ-көнбайыш төркөмсәләренә ҡарай тип иҫәпләне, ә Гелб һәм башҡалар эблаит телен аккад телдәренә яҡын семит телдәре төркөмөнөң көнсығыш төркөмсәһөнөң диалекты тип иҫәпләне.
Һуңынан аккад теле аша эблаит теленә шумер сығышлы һүҙҙәр үтеп инә. Б. э. т. III мең йыллыҡтың икенсе яртыһынан алып эблаит телендә яҙылған бик күп шына яҙыулы документтар билдәле.
Мәғарифы
үҙгәртергәЭбла идарасылары белем биреүгә ҙур иғтибар бүлгән, Месопотамияның шумер ҡалаларында таралған уҡытыу алымдарын файҙаланып, белем биреүҙе иғтибарлы контролдә тотҡан. Эбла мәктәптәренең үҙҙәренең студенттарын буласаҡ дәүләт хеҙмәте вазифалары өсөн әҙерләүен күрһәткән бихисап уҡыу эштәре табылған.
Иҡтисад һәм сауҙа
үҙгәртергәЭбланың имен тормошо үҫешкән ауыл хужалығына нигеҙләнгән: төньяҡ Сүриә тупрағы арпа, бойҙай, зәйтүн ағасы, финик, виноград, гранат һәм башҡа культуралар үҫтерергә, эре һәм ваҡ мал үрсетергә мөмкинлек биргән. Ҡалала туҡымалар һәм төрлө металл изделиелар етештереү яйға һалынған, Эбла иҡтисадында зәйтүн майы, шарап, һыра кеүек ауыл хужалығы продукттарына мөһим роль бирелгән.
Эблаиттар алтын, көмөш, баҡыр, аҡ ҡурғаш, аҫыл таштар, шулай уҡ һарыҡ индергән. Фарсыстан, Анатолия һәм Кипрҙан Шумерға һәм Мысырға алып барылған сауҙа юлдары сатында урынлашҡанлыҡтан, ҡала сәскә атҡан. Кейем-һалым һәм туҡымалар, төрлө кәсепселек әйберҙәре, зәйтүн майы экспорттың төп статьялары булған.
Эбланың күршеләре менән сәйәси мөнәсәбәттәре лә иҡтисад менән тығыҙ бәйләнгән. Дәүләт архивында төрлө ҡалалар менән төҙөлгән килешеү экземплярҙары һаҡлана, улар араһында күптәр Эбланың хакимлығын танылған. Буйһоноуҙан баш тартҡан Мари ҡалаһына ҡаршы һуғыш походы ойоштора, ул Мари өсөн еңелеү менән тамамлана һәм Эблаға көмөш һәм алтын менән һалым түләргә мәжбүр була.
Сәйәси структура
үҙгәртергәЭбланың сәйәси тарихы бик яҡшы билдәле түгел. Бәлки, бай һәм абруйлы сауҙагәрҙәр олигархияһы илдең ысын батшаһы булғандыр.
Эбла менән «малликум» титулын йөрөткән юлбашсы-ҡанбаба (жрец) идара иткән. Уның власы нәҫел буйынса тапшырылмаған, билдәле бер ваҡыт дауамында тормошҡа ашырылған. Ҡарарҙар ҡабул итеүҙә шулай уҡ аҡһаҡалдар советы ҡатнашҡан. Юлбашсы тәғәйенләгән администраторҙар баш ҡала менән идара иткән. Шулай уҡ айырым ғәскәр башлыҡтары — лугали ҙа булған.
Тикшереү тарихы
үҙгәртергә1960 йылдарҙа итальян археологтары әйтеүенсә, Алеппонан көньяҡҡа табан 90 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Телль-Мардих — ул Эбланың боронғо документтарында телгә алынған билдәле хараба. Ҡаласыҡта ҡаҙыныу эштәрен 1964 йылда Паоло Маттиэ етәкселегендә Италия археологик экспедицияһы (1990-сы йылдарҙа тергеҙелә) башлай.
Эблала ҡаҙыныу эштәре барышында баҫҡыслы башня — зиккурат ҡалдыҡтарын табылды. Уның буйынса Эбла батшаһы һарайҙан тантаналы сығыш яһағанда унан атлап төшкән. Зиккуратты анализлау уның 4400 йыл элек яндырылмаған кирбестән төҙөлөүен күрһәтте. Зиккураттың бейеклеге яҡынса алты метр. Батша ғаиләһенеке булған бай алтын биҙәүестәр ҙә табылған.
Шулай уҡ б. э. т. III мең йыллығына ҡараған батша һарайы ҡалдыҡтары һәм б. э. т. II мең йыллыҡҡа ҡараған бер нисә ҡорам һәм монументаль ҡапҡа табылған. Унда күп һанлы Афғанстан лазуриты (ляпис лазурь), Боронғо Мысырҙан вазалар һәм туҫтаҡтар табылған. Был Эбла ҡалаһының боронғо Көнсығыштағы сауҙа селтәрендә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын раҫлай.
Эбланың батша архивы
үҙгәртергә1975 йылда археологтар б. э. т. III мең йыллыҡ менән билдәләнгән Эбла батшаның мөһабәт архивын (Ebla tablets) тапҡан. Киләһе 10 йыл дауамында ғалимдар 20 мең самаһы балсыҡ таҡталарҙы һәм уларҙың фрагменттарын ҡаҙып сығарған. Архив эблаит һәм шумер телдәрендә шына яҙмалы күп табличкаларҙан торған. Уларҙа балалар өсөн күнекмәләр, тарихта тәүге тапҡыр билдәле булған зәйтүн ағасы тураһында хәбәр, Эбланың иҡтисады тураһында мәғлүмәт, ҡала хакимиәте, поэмалар, дини гимндар һәм башҡалар тасуирланған.
Документтарҙың 80 %-ҡа яҡыны — игенселек, малсылыҡ, туҡыу производствоһы, ҡиммәтле металдар һәм урман һатып алыу һәм һатыу, һалым түләү, ҡорбан килтереү, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү һ. б. менән бәйле иҡтисади-административ документация. Хәҙер был таҡталарҙың күбеһе Алеппо музейында һәм Дамаск милли музейында һаҡлана.
Шулай уҡ ҡайһы бер халыҡ-ара килешеүҙәр бар, уларҙың иң мөһиме — Эбла менән Ашшур араһындағы сауҙа килешеүе. Батша указдары, мөрәжәғәттәре, шулай уҡ лексик текстар — бер нисә критерий (топонимдар, исемдәр, профессиялар, йәнлектәр, балыҡтар, ҡоштар атамалары, ҡулланылған терминдар) буйынса төркөмләнгән һүҙҙәр исемлеге, иероглифтар исемлеге, грамматик формалар таблицаһы һәм хатта шумер-эблаит һүҙлектәре һ.б. — әһәмиәтле урын биләй. Әҙәби әҫәрҙәр бик аҙ; улар араһында башлыса өшкөрөүҙәр һәм гимндар бар.
Дини-мифологик текстарҙа, шумер, аккад һәм көнбайыш-семит илаһтарының синкретизмы тураһында һөйләп, төрлө илаһтарҙың биш йөҙләгән исеме иҫкә алына. Эбланың төп аллаһы «Тутталь Даганы», «Сивад Даганы» һәм «Ханаан Даганы» исемдәре аҫтында сығыш яһаған. «Ханаан» һүҙенең барлыҡҡа килеүе был исемдең боронғо килеп сығышын асыҡ раҫлай, шулай уҡ "ханаанея"ның этник мәғәнәһе ғәҙәттәгенән күпкә олораҡ булған гипотезаны раҫлай.
Текстарҙың береһендә яҙылғанса, дәүләт-ҡалалала 260 мең кеше булып, 22 мең кеше туранан-тура ҡалала йәшәгән. Археологтар дәүләттең юғары үҫеше дәүерендә, б. э. т. XXV үткән быуатта, ҡала диуарҙары 30 меңгә тиклем кешене һыйҙыра алғанын раҫлай. Икенсе таблица Эбла батшаһының яҡынса 3 мең ярым акр майҙан биләгән зәйтүн ағасы үҫкән ҙур яланы булыуын билдәләй.
Эблалағы ҡаҙыныу, айырыуса уның архивын асыу Яҡын Көнсығыш цивилизацияларының башы тураһындағы күҙаллауҙарҙы яңынан ҡарарға мәжбүр итте. Б. э. т. III—II йылдарҙа күсмә халыҡтар йәшәгән Сүриә һәм Палестина Месопотамия һәм Мысырҙың юғары цивилизацияларынан үҫеш йәһәтенән артта ҡалған тип һаналған. Әммә Эбла өлгөһөндә күренеүенсә, был төбәктә юғары үҫешкән ҡала-дәүләттәр ҙә булған.
Эбла батшалары
үҙгәртергәБатшаның исеме | Хакимлыҡ йылдары | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|
Беренсе батшалыҡ | ||
Сакуме | б. э. т. 3100 йыл тирәһе[5] | |
Су (.) (…) | Исеме раҫланған[6]. | |
Ладау | ||
Абугар | ||
Намнелану | ||
Думудар | ||
Ибла (Эбла батшаһы) | ||
Кулбану | ||
Ассану | ||
Самиу | ||
Зиалу | ||
Энману | б. э. т. 2740 йыл тирәһе[7] | |
Наману | б. э. т. 2720 йыл[7] | |
Эйе (.) (.) | б. э. т. 2700 йыл тирәһе[7] | Исеме раҫланған[6]. |
Сагису[en] | около 2680 года до н. э.[7] | |
Дане’ум | б. э. т. 2660 йыл тирәһе[7] | |
Иббини-Лим | около 2640 года до н. э.[7] | |
Ишрут-Даму | б. э. т. 2620 тирәһе[7] | |
Исиду | б. э. т. 2600 тирәһе[7] | |
Исрут-Халам | б. э. т. 2580 тирәһе[7] | |
Иксуд | б. э. т. 2560 тирәһе[7] | |
Талда-Лим | б. э. т. 2540 тирәһе[7] | |
Абур-Лим | б. э. т. 2520 тирәһе[7] | |
Агур-Лим | б. э. т. 2500 тирәһе[7] | |
Иб-Даму | б. э. т. 2480 тирәһе[7] | Күлтәпәлә уның исемен яҙылған мисәт табыла[8]. |
Бага-Даму | б. э. т. 2600 тирәһе[7] | |
Энар-Даму | б. э. т. 2440 тирәһе[7] | Ҡорбан килтереү исемлектәрендә илаһлаштырылған батшалар араһында иң күп иҫкә алынғаны[5]. |
Эшар-Малик | б. э. т. 2420 тирәһе[7] | |
Кун-Даму (Kun-Damu) | б. э. т. 2400 тирәһе[7] | |
Адуб-Даму | б. э. т. 2380 тирәһе[7] | Ҡыҫҡа арауыҡта идара иткән[9]. |
Игриш-Халам (Igrish-Halam) | около 2360 года до н. э.[7] | 12 йыл хакимлыҡ иткән[10]. |
Иркаб-Даму (Irkab-Damu) | б. э. т. 2340 тирәһе[7] | 11 йыл хакимлыҡ иткән[11]. Восстание визиря Ибриума[en][12]. |
Исар-Даму (Isar-Damu) | б. э. т. 2320 тирәһе[7] | 35 йыл тирәһе хакимлыҡ иткән[11]. Восстание визиря Ибби-Сипиша[en][12]. |
Ир’ак-Даму | Принц оҙаҡ хакимлыҡ итә алмаған[6]. | |
Өсөнсө батшалыҡ | ||
Иббит-Лим (Ibbit-Lim) | б. э. т. 2000 тирәһе[13] | Игриш-Хептың улы. Эбланың беренсе билдәле аморей батшаһы. Уның статуяһы б. э. т. 1900 йыл тирәһендә ҡуйылған[14] |
Иммея (Immeya) | б. э. т. 1750 йылдар тирәһе[15] | Уның ҡәберлеге «Кәзәләр башлығы ҡәбере» тип танылған[16]. |
Хамму(….) | Иммеяның, мотлаҡ туранан-тура булмаһа ла, вариҫы. Исеме асыҡ күренмәй, боҙолғандыр, моғайын, Хаммурапилыр[17]. | |
Индилимма (Indilimma) | б. э. т. 1600 йылдар тирәһе[18] |
Палеогенетика
үҙгәртергәЭбланан бронза осоро ETM026 өлгөһөндә T (Y-ДНК) Y-хромосомалы T1a-M70>L162) гаплотөркөмө һәм K (мтДНК) (K1a4 митохондриаль гаплотөркөмө) гаплотөркөмө билдәләнгән[19]. Эбланан ETM012 өлгөһөндә J гаплотөркөмө(Y-ДНК) J1-ZS2652 Y-хромосомалы гаплотөркөм) билдәләнгән[20].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Эбла // Советская историческая энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. Под ред. Е. М. Жукова. 1973—1982.
- ↑ Alan S. Kaye. Semitic studies, Volume 1. — 1991. — С. 550.
- ↑ Robert Hetzron. The Semitic Languages. — 2013. — С. 101.
- ↑ Watson E. Mills,Roger Aubrey Bullard. Mercer Dictionary of the Bible. — 1990. — С. 226.
- ↑ 5,0 5,1 Cyrus Herzl Gordon, Gary Rendsburg, Nathan H. Winter. Eblaitica: Essays on the Ebla Archives and Eblaite Language, Volume 4 (инг.). — 2002. — P. 222. — ISBN 978-1-57506-060-6.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Cyrus Herzl Gordon,Gary Rendsburg,Nathan H. Winter. Eblaitica: Essays on the Ebla Archives and Eblaite Language, Volume 4 (инг.). — 2002. — P. 219. — ISBN 978-1-57506-060-6.
- ↑ 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 7,13 7,14 7,15 7,16 7,17 7,18 7,19 7,20 7,21 William J. Hamblin. Warfare in the Ancient Near East to 1600 BC (инг.). — 2006. — P. 241, 242. — ISBN 978-1-134-52062-6.
- ↑ Hans Gustav Güterbock,K. Aslihan Yener,Harry A. Hoffner,Simrit Dhesi. Recent Developments in Hittite Archaeology and History (инг.). — 2002. — P. 25. — ISBN 978-1-57506-053-8.
- ↑ Hartmut Kühne; Rainer Maria Czichon; Florian Janoscha Kreppner. 4 ICAANE. — 2008. — С. 68. — ISBN 978-3-447-05757-8.
- ↑ Douglas Frayne. Pre-Sargonic Period: Early Periods, Volume 1 (2700–2350 BC) (инг.). — 2008. — P. 148. — ISBN 978-1-4426-9047-9.
- ↑ 11,0 11,1 Alfonso Archi and Maria Giovanna Biga, In Search of Armi, Journal of Cuneiform Studies Vol. 63, pp. 5-34 . The American Schools of Oriental Research (2011). Дата обращения: 17 декабрь 2014.
- ↑ 12,0 12,1 Eric M. Meyers. The Oxford encyclopedia of archaeology in the Near East, Volume 2 (инг.). — 1997. — P. 181. — ISBN 978-0-19-511216-0.
- ↑ Luigi Cagni. La lingua di Ebla: Atti del Convegno Internazionale (Napoli, 21-23 april 1980) (итал.). — 1981. — С. 78.
- ↑ Ҡалып:Книга:Циркин Ю. Б.: История библейских стран
- ↑ Joan Aruz. Cultures in Contact: From Mesopotamia to the Mediterranean in the Second Millennium B.C (инг.). — 2013. — P. 10. — ISBN 978-1-58839-475-0.
- ↑ Joan Aruz,Kim Benzel,Jean M. Evans. Beyond Babylon: Art, Trade, and Diplomacy in the Second Millennium B.C (инг.). — 2008. — P. 35. — ISBN 978-1-58839-295-4.
- ↑ Paolo Matthiae. Ebla: la città del trono : archeologia e storia (итал.). — 2010. — С. 218. — ISBN 978-88-06-20258-3.
- ↑ American Schools of Oriental Research. The Biblical Archaeologist, Volume 47. — 1984. — С. 3.
- ↑ Skourtanioti E., Erdal Y. S., Frangipane M. et al (2020 May). «Genomic History of Neolithic to Bronze Age Anatolia, Northern Levant, and Southern Caucasus». Cell 181 (5): 1158—1175.e28. DOI:10.1016/j.cell.2020.04.044. PMID 32470401.
- ↑ J-ZS2652 YTree . Дата обращения: 22 август 2021. Архивировано 22 август 2021 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Древняя Эбла (Раскопки в Сирии). Сост. и введ. П. Маттиэ. Общ. ред. и закл. статья И. М. Дьяконова. М., 1985.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Эбла 2016 йыл 9 март архивланған. // smartwebsite.ru
- История Эблы 2007 йыл 29 сентябрь архивланған. // istoriya.ru
- История Эблы 2007 йыл 10 март архивланған. в «Энциклопедии Кругосвет»