Ырымбур тарпанияһы
Ырымбур тарпанияһы — Ырымбур өлкәһендәге Сазан ҡасабаһы янында асыҡ һауалағы дала зоопаркы.
Ырымбур тарпанияһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|
Тарихы
үҙгәртергә«Ырымбур Тарпанияһы» дала парк-биостанцияһы Рәсәй өсөн яңы типтағы ООПТ — айырым һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе булараҡ уйланылған. Ул Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлеге дала Институтының структура бүлексәһе булып тора. Паркты булдырыу маҡсаттары:
- агротуризмды үҫтереү;
- дала хайуандары популяцияһын һаҡлау;
- көтөүлек малсылығын тергеҙеү;
- Рәсәйҙең файҙаланылмаған ерҙәрен файҙалы рациональ файҙаланыу;
- тораҡ пункттарҙың социаль-иҡтисади үҫеше.
2014 йылдың 28 майында Мәскәү заповеднигынан Үҙәккә беренсе тояҡлылар, шул иҫәптән Пржевальский аттары[1] һәм бер пар кианг килтерелә. 2016 йылда уларҙың беренсе ҡолоно тыуа[2]. 2016 йылда Ростов өлкәһенән 4 як килтерәләр.
Бөгөнгө көндә стационар майҙаны 35 га тәшкил итә.
Әлеге ваҡытта стационар биләмәләрендә Евразия дала һәм ярым сүллек ландшафының түбәндәге тояҡлылары бар: Пржевальский аттары, ике үркәсле дөйәләр, киангтар, яктар, дебетле кәзәләр. Планда: дала бизоны, марал, кулан, һәм башҡалар[1].
Ырымбур Тарпанияһы биләмәһендә IUCN Ҡыҙыл исемлеккә индерелгән 16 юғалып барыусы төр теркәлгән:
- ҡоштар (9);
- бөжәктәр (5);
- һөтимәрҙәр (2).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Степной стационар Института степи УрО РАН ('Оренбургская Тарпания') 2020 йыл 9 август архивланған.
- ↑ В «Оренбургской тарпании» родился первый жеребенок лошади Пржевальского 2018 йыл 27 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мильков Ф. Н. Чкаловские степи. — Чкалов: Чкаловское книжное изд-во, 1947. — 92 с.