Ыласын — Ишембай районындағы мәмерйә. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ҡурсалау майҙаны 100 гектар самаһы . Һаҡлау даирәһе — Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә киң япраҡлы урман уратып алған эзбизташ мәмерйәһе.[1]

Ыласын
башҡ. Ыласын
Координаты: пропущена долгота
Ил
Тәрәнлеге28 м
Оҙонлоғо487 м
һыйҙырышлы тоҡомдарэзбизташ 
Рәсәй
Красная точка
Ыласын
Ишембай районы
Красная точка
Ыласын
 Ыласын Викимилектә

Ишембай районының Хажи ауылынан көньяҡ-көнсығышта 1,5 км алыҫлыҡта Утынғол йылғаһының ҡоро үҙәнендә (Һеләүек йылғаһы бассейны) урынлашҡан.

Урта карбон осорондағы эзбиэташтан торған карст мәмейәһе.

Көнсығышҡа, төньяҡ-көнсығышҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа залдары һуҙылған галереянан тора. Мәмерйәнең оҙонлоғо — 487 м, уртаса киңлеге — 10 м, уртаса бейеклеге — 5 м, амплитудаһы 28 м, майҙаны 1025 м², күләме 5287 м³.

Мәмерйәнең ауыҙы (киңлеге 12 метр, бейеклеге 7,6 метр) упҡын воронка төбөнән 170 метр бейеклектә урынлашҡан. Өҫтәрәк тағы ла эргәләге залдарҙың дүрт инеү юлы бар. Төп инеү юлынан төшкәндә 30 метр самаһы боҙлоҡтан барырға, артабан 80 метрлыҡ галерея башлана.

Ингән урында мәмерйәнең түшәме яҫы, һирәк кенә тамып тороусы сталактит һәм ҡыуыш көпшәләр һәм суҡ менән ҡапланған. Ҡабырға стеналары вертикаль, иҙәне ваҡ ташлы һәм балсыҡлы, боҙ сталагмиттар (7 метрға тиклем) осрай. Төп галереянан төньяҡ-көнсығышҡа (20 метр), көньяҡ-көнсығышҡа (100 метр) һәм көньяҡҡа юлдар һуҙылған. Көньяҡҡа һуҙылған коридор аҙағында 0,2—1,5 мерт тәрәнлекле күл бар. Зал иҙәне балсыҡ, ваҡ хайуан һөйәктәре менән ҡапланған, стенаһы сталактит һәм кальцит ҡабығы менән биҙәлгән.

Йәйен температура 2—6°С. Мәмерйә ауыҙында ыласындар йәшәй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. CD Econet 2014 йыл 14 июль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә