Шыршы баҙары (картина)
«Шыршы баҙары» (рус. Ёлочный торг) — рус рәссамы Борис Кустодиевтың 1918 йылда яҙылған картинаһы. Ф.А.Коваленко исемендәге Краснодар край художество музейында һаҡлана. Киндер, май; 98x98 см.
|
Б.М.Кустодиев |
Шыршы баҙары, 1918 |
киндер, май. 98×98 см |
Ф.А. Коваленко исемендәге Краснодар художество музейы, Краснодар, Ҡыҙыл урамы, 13 |
Авторы
үҙгәртергәКустодиев Борис Михайлович Әстерханда дини семинария уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуа. 1896 йылда дини семинарияны тамамлағас, Кустодиев Петербургҡа юллана һәм Художество академияһына уҡырға инә. И.Е. Репиндың оҫтаханаһында шөғөлләнеп, Кустодиев натуранан күп яҙа, донъяның гүзәл күп төрлөлөгөн күрһәтеү оҫталығына эйә булырға ынтыла. Репин йәш рәссамды «Дәүләт Советы ултырышы» картинаһына авторҙашлыҡҡа йәлеп итә (1901—1903, Рус музейы, Петербург). Шул йылдарҙа уҡ Кустодиев- портретсының виртуоз таланты (И.Я. Билибин, 1901) күренә башлай[1]. Петербургта һәм Мәскәүҙә йәшәгәндә, Кустодиев йыш ҡына рус провинцияһының күркәм урындарына, иң элек, ҡалаларға һәм Үрге Волга ауылдарына йөрөй, унда рәссам бумалаһы менән рус традицион көнкүрешенең билдәле образдары («йәрминкәләр», «масленицалар», «ауыл байрамдары» сериялары) һәм сағыу халыҡ типждары («сауҙагәрҙәр», «сауҙагәр ҡатындары», «мунсаларҙа һылыуҡайҙар - урыҫ венералары») тыуа[2]. 1917 йылғы революциянан һуң революция темаһына байтаҡ картиналар яҙа, революцияның йыллығы уңайынан Петроград ҡалаһын биҙәүҙә ҡатнаша.
Борис Михайлович Кустодиев 1927 йылда Ленинградта вафат була.
Картина тарихы
үҙгәртергәХалыҡ байрамдары һәм күңел асыуҙар рәссамдың иң яратҡан темаларының береһе була. Ошо тематикалағы картиналар үҙенсәлекле сағыулығы, шулай уҡ иң ваҡ деталдәрҙең тормошсанлығы һәм төрлө төҫтә булыуы менән айырылып тора. Петербургтағы Художество академияһында уҡығанда диплом эше темаһы өсөн рәссам тап ошондай сюжет һайлаған. Уға ауылдарға күп йөрөргә тура килә һәм этюдтар, жанр күренештәрен, пейзаждарҙы, крәҫтиәндәрҙең портреттарын төшөрә. Раштыуа, әлбиттә, уның ижадында айырым урын биләй. 1918 йылда төшөрөлгән «Шыршы сауҙаһы» картинаһы ла ошо темаға ҡарай[3].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәБеренсе планда ҡарлы шыршылар һәм байрамға әҙерләнеүсе сыбар халыҡ төркөмө һүрәтләнгән. Ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар — бөтәһе лә йылы кейенгән һәм шатлыҡлы ығы-зығыға сумған. Кемдер Яңы йыл шыршыһын һайлап, өйҙәренә йүнәлә, башҡалар иһә бейек, мөһабәт ағастар менән һоҡлана һәм, үҙ-ара, бәлки, байрам ағасын һайлау тураһында фекер алыша. Картинала иң йылы һәм күҙҙәрҙе йәлеп иткән өлөш — йондоҙҙар, шарҙар һәм гирляндалар менән биҙәлгән ҙур булмаған өс шыршы. Эргәһендә балалар ҙа баҫып тора, улар ҙа шулай уҡ бәләкәйҙәр һәм, күрәһең, уларҙы хайран ҡалып ҡарайҙар. Картинала һауа перспективаһы бар — кеше һындары ни тиклем алыҫтараҡ урынлашҡан булһа, улар аҡ төҫтәге буранда шул тиклем тоноғораҡ күренә[4]..
Ысынбарлыҡ бында ғәжәйеп рәүештә фантастика менән урелә: тере деталдәр менән тулы матур әкиәт беҙҙең алға килеп баҫа. Рәссам, ысын әкиәтсе кеүек, был хикмәтле хикәйәләүҙә ҡыҙыҡлы нәмәләрҙе һыҙыҡ өҫтөнә ала, унда мөмкин булған бөтә етди мәғлүмәтте йәшерә. Шыршы баҙары рәссам тарафынан байрам тамашаһы кеүек һүрәтләнгән. Картина арауығы сәхнә майҙансығын хәтерләтә.
Шыршы силуэттары декорация кеүек күренә, сыбар халыҡ төркөме актёрҙар труппаһы кеүек тойола, ә тамашасы иһә көслө шатлыҡлы музыка ишетергә әҙер... «Сәхнә» өстөндә, һауала иреүсе, ҡышҡы ҡояш нурҙарында сиркәү ҡалҡып тора[5]. Был жанр сәхнәһендә пейзажға ҙур урын бирелгән — ҡарлы күк йөҙө фонында сиркәү көмбәҙе әкиәт кеүек күренә, йәрминкәләге сауҙаның төп предметы — шыршылар ҡупшы ҡышҡы кейемдәргә кейенгән.
Кустодиев һыҙыҡ, рәсем, төҫлө таптар уйынына ҙур әһәмиәт бирә. Ул мәлдең шатлыҡлы характерын билдәләү өсөн сағыу һәм ҡапма-ҡаршы төҫтәр ҡулланған. Картинаның зәңгәр, аҡһыл төҫтәре тынысландыра, шатландыра, байрам алдынан мөғжизә көтөп ултырыуҙың нәфис һәм шиғри атмосфераһын тыуҙыра[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Дело было в январе». Лучшие картины про Новый год и Рождество
- ↑ Борис Кустодиев
- ↑ История одного шедевра: Борис Кустодиев "Ёлочный торг"
- ↑ Новый год в искусстве XX века
- ↑ О чём рассказывают новогодние картины русских и советских художников . Культурология. Дата обращения: 8 ғинуар 2024.
- ↑ Описание картины «Елочный торг» — Борис Кустодиев