Шуршалов Владимир Михайлович

Шуршалов Владимир Михайлович (6 июль 1913 йыл — август 1990 йыл) — юрист, халыҡ-ара хоҡуҡ белгесе; Һарытау юридик институтын тамамлаған (1939), юридик фәндәр докторы, халыҡ-ара хоҡуҡ теорияһы тураһында диссертация яҡлаған (1959), Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының (РУДН) халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире һәм профессоры (1967—1979), СССР Сит ил эштәре министрлығы Дипломатик академияһының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире (1979—1984).

Шуршалов Владимир Михайлович
Тыуған көнө

6 июль 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Вафат көнө

август 1990 (77 йәш)

Ғилми дәрәжәһе

юридик фәндәр докторы

Биографияһы

үҙгәртергә

Владимир Шуршалов Рәсәй империяһы Һарытау губернаһында 1913 йылдың 6 июлендә крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Етем ҡала һәм эшләй башлай; бер үк ваҡытта киске эшселәр мәктәбендә уҡый. 1932—1934 йылдарҙа РККА-ла — Урта Азияла торған хәрби частарҙа хеҙмәт итә. Армия хеҙмәтенән һуң, Шуршалов студент булып китә. 1939 йылда отлтчие менән Һарытау юридик институтын тамамлағас, ул һарытау өлкә прокуратураһына эшкә ебәрелә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Шуршалов прокуратурала эштә ҡалдырыла, ә 1944 йылда — СССР Генераль прокуратураһына күсерелә. Һуғыштан һуң, 1946 йылда, уны ВКП(б) Үҙәк комитеты юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Мәктәпте тамамлағандан һуң уны ВКП(Б) Үҙәк комитеты ҡарамағындағы яңы ғына төҙөлгән Ижтимағи фәндәр академияһына ебәрәләр. 1949 йылда ул «Халыҡ-ара опекалау режимы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була. Шуршалов бик күп миҙалдар, шул иҫәптән «Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте һәм батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Диссертация яҡлағандан һуң, Шуршалов таратыу буйынса ЛьвовҡаЛьвов дәүләт университеты юридик факультетының деканы итеп ебәрелергә тейеш була. Әммә сығарылыштан һуңғы уҡыусыларҙы бүлеү буйынса ултырыш комиссияһы (комиссия рәйесе Михаил Суслов) Шуршаловты ВКП(Б) Үҙәк комитеты аппаратына — инструктор вазифаһына ебәрә. Был аппаратта ул 1953 йылдың июленә тиклем эшләй; Ленин (Воробьевы) тауындағы яңы Мәскәү университеты бинаһында өсөн Ленин (Воробьевый) тауы төҙөүҙә ҡатнаша.

1953 йылда — Үҙәк комитет аппаратында КПСС-тың беренсе секретары Никита Хрущев үҙәртеүҙәр индереүе арҡаһында — Шуршалов СССР Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Дәүләт һәи хоҡуҡ институтына фәнни эшкә күсә: унда сектор мөдире була. Шул ваҡытта уның бер нисә мәҡәләһе һәм монографияһы баҫылып сыҡҡан була. Институтта эшләү ваҡытsylа ek ике яңы монография әҙерләй һәм докторлыҡ диссертацияһын яҙа. Партия функционеры Шуршалов 1958 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай алмай; институттың ғилми советы уның эшен хупламай. Әммә киләһе йылда уҡ ул «Халыҡ-ара килешеүҙең төп мәсьәләләре теорияһы» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

1967 йылда Шуршалов Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетында (РУДН) эшләй, унда халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире була. 1979 йылда уны СССР Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире итеп эшләргә саҡыра — 1984 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем Шуршалов ошо вазифаһында эшләй. Советтар Союзы тарҡалыу осоронда, 1990 йылдың август айында, Владимир Михайлович Шуршалов вафат була.

Владимир Шуршалов халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөү менән бәйле юридик мәсьәләләр менән шөғөлләнә; дәүләт эске закондарын халыҡ-ара килешеүҙәр менән алмаштырыуға ныҡ ҡаршы була — халыҡ-ара килешеүҙәрҙең дәүләт закондарынан өҫтөнлөгө өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ, тип иҫәпләй :

  • Общеевропейский договор о коллективной безопасности в Европе // Советское государство и право. — 1954. — № 5. — С. 13—24.
  • Об объекте международного права // Советское государство и право. — 1957. — № 3. — С. 53—61.
  • «Основания действительности международных договоров» (М., 1957);
  • «Основные вопросы теории международного права» (М., 1958);
  • «Международные правоотношения» (М., 1971);
  • Учебное пособие «Право международных договоров» (М., 1973).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Современные российские юристы : Кто есть кто в юридической науке и практике : Справочник / Сост. В. Н. Додонов и др. — М. : Юстицинформ, 2001. — 400 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә