Штейнберг Сергей Самойлович

СССР ғалимы

Штейнберг Сергей Самойлович (Самуилович) (1872 йыл1940 йыл) — СССР ғалимы, металдар буйынса белгес; профессор (1927), техник фәндәре докторы (1934), СССР Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы (1939)[1][2]

Штейнберг Сергей Самойлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 8 (20) октябрь 1872
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 сентябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Восточное кладбище[d]
Атаһы Самуил Иванович Штейнберг[d]
Балалары Дмитрий Сергеевич Штейнберг[d]
Һөнәр төрө металлург
Эш урыны Урал дәүләт техник университеты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

130 баҫма эш авторы, шул иҫәптән 10 монография. Уралда термист-металл белгестәре мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Самойлович Штейнберг 1872 йылдың 8 октябрендә Мәскәүҙә табип-психиатр С. И. Штейнберг ғаиләһендә тыуған.

1906 йылда Германияла Фрайберг тау академияһын тамамлай. 1906—1910 йылдарҙа Йүрүҙән заводында мартен цехы мастеры булып эшләй. 1910—1919 йылдарҙа Мотовилихин заводында металл-график лабораторияһын етәкләй, 1922 йылда «Пороги» заводы директоры була[3], артабан 1926 йылға тиклем Златоуста «Уралмет» тау-металлургия тресының электр-металлургия бүлеге мөдире була[4]. Грамолин-Штейнберг мейесен конструкторлай.

1925 йылдан алып С. С. Штейнберг Свердловск ҡалаһында Урал политехник институтының металловедение һәм термик эшкәртеү кафедраһы мөдире була. Бер үк ваҡытта 1926—1930 йылдарҙа ул үҙе нигеҙ һалған Металдар институтының Урал бүлеге менән етәкселек итә, ә 1932 эшләй СССР Фәндәр академияһының Урал филиалында эшләй, унда ул 1939 йылдан Металлургия, металловедение һәм металдар физикаһы институтын етәкләй, уның составына УФТИ-ның (М. Н. Михеев исемендәге физика институты) лабораториялары ла инә.

1922-23 йылдарҙа Штейнберг СССР-ҙа беренсе тапҡыр уйлап таба һәм Белорет ҡорос сым заводында металл арҡандар өсөн юғары ныҡлыҡлы ҡорос сымдар сорттарын етештереү ысулын индерә. 1930 йылда ул Үрге Иҫәт металлургия заводында электротехника металын етештереү буйынса эштәрҙе етәкләй.

1940 йылдың 7 сентябрендә Свердловск ҡалаһында вафат була. Көнсығыш зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1930).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә