Викидатала элемент юҡ

Шоңҡар — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Шоңҡар исеме бар

Этимологияһы

үҙгәртергә

Шоңҡар — саф башҡорт исеме, ҡош исеменән алынған[1]. Шоңҡар исеменән Шоңҡаров фамилияһы барлыҡҡа килгән.

Фамилияла

үҙгәртергә

Шоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улы (1 ғинуар 1931 йыл — 4 март 1994 йыл) — башҡорт фольклорсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Шоңҡар (лат. Falco rusticolus, (рус.) Кречет) — ыласын һымаҡтар отрядындағы, ыласындар ғаиләһендәге ҡош.

Шоңҡар (журнал) — Башҡортостан йәштәренен ижтимағи-сәйәси журналы.

«Шоңҡар» (әҙәби берекмә) — Башҡорт дәүләт университетының филология фәндәре докторы Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы етәкләгән әҙәби берекмәһе.

«Шоңҡар» (төркөм) — башҡорт эстрадаһындағы төркөм.

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Сыбар шоңҡар — Роберт Байымовтың тарихи-документаль романыӨҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы өсөн </ref> ябыу тамғаһы юҡ.

Мәҡәлдәр

үҙгәртергә

Шоңҡарҙан ҡош ҡурҡа, турғайҙан — ҡорт ҡурҡа

Аҫыл шоңҡар ҡаҙ алһа, ҡанатын ҡанға тигеҙмәҫ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ