Шокша (этник төркөм)
Шокша — эрзәләрҙең этник төркөмө. Телдәре — Урал телдәре ғаиләһе фин-волга төркөмсәһенә ҡараған эрзә теленең шокша диалекты.
Үҙ атамаһы |
Шокша, шокшот |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Тел |
Шокша теле, рус, муҡшы, |
Дин | |
Раса тибы |
Атлант-балтия тибы, Европеоид раса |
Халыҡ | |
Туғандаш халыҡтар | |
Килеп сығышы |
Шокшалар Мордовияның Теньгушево районындағы 15 тораҡ пунктта (Баево, Березняк, Вяжга, Дудниково, Коляево, Кураево, Малая Шокша, Мельсетьево, Мокшанка, Нараватово, Сакаево, Стандрово, Шелубей, Широмасово, Шокша) һәм Торбеево районындағы 5 тораҡ пунктта (Дракино, Кажлодка, Майский, Федоровка, Якстере Теште) йәшәй. Шокшаларҙың һаны бөтәһе 10 000 кеше самаһы.
Оҙаҡ ваҡыттар муҡшылар менән күрше йәшәгәнлектән, эрзәләрҙең был төркөмө тел, айырым элементтарҙа көнкүреш һәм мәҙәни йәһәттән уларҙың йоғонтоһона дусар була[2]. Әммә был йоғонто эрзә үҙаңын юғалттырырлыҡ көскә эйә түгел. 1979 йылда ғалим Н. Ф. Мокшин етәкселегендә ғаиләләр буйлап йөрөп үткәрелгән тикшереүҙәр материалдарына ҡарағанда, улар үҙҙәрен эрзә тип һанай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Официальная публикация итогов Всероссийской переписи населения 2010 года. Т. 1. Численность и размещение населения // Федеральная служба государственной статистики
- ↑ Якушкин А. В. Дракинский диалект эрзя-мордовского языка языка // Очерки мордовских диалектов. — Т. 1. — Саранск, 1961.