Ширғәзина-Криулина Рәзилә Нурлығаян ҡыҙы

Ширғәзина Рузилә Нурлығаян ҡыҙы — (1966) спорт мастеры, еңел атлетика буйынса СССР чемпионы.

Ширғәзина-Криулина Рәзилә Нурлығаян ҡыҙы
Тыуған көнө

1966

Тыуған урыны

Раевка ҡасабаһында, БАССР

Гражданлығы

Рәсәй

Тормош иптәше

Валерий Криулин (мәрхүм)

Балалары

Ҡыҙы - Виктория

Наградалары һәм премиялары

Биографияһы үҙгәртергә

Рәзилә Ширғәзина[1] 1966 йылда Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында Мөнирә Дәүләт ҡыҙы менән Нурлығаян Нурмөхәмәт улының ғаиләһендә дүртенсе бала булып тыуа. 14 йәшендә илдең иң шәп йүгереүселәре тип таныла. 4-се синыфта уҡығанда апаһы менән спорт мәктәбенә йөрөй башлай. Ике йылдан республика беренселегендә сығыш яһағанда иһә ҡыҙҙың йәшендәй тиҙлеге Өфө тренерҙарын таң ҡалдыра. Артабан ҡыҙ Республика Олимпия резервы мәктәбендә шөғөлләнә башлай. Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетының физкультура уҡытыусыһы.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • 1980 йыл, Кисловодск, 1 километр араға йүгереүҙә чемпионат еңеүсеһе. Шул уҡ йылда СССР йыйылма командаһына индерелә һәм бер-бер артлы яңы еңеүҙәр яулай.
  • 1984 йыл, СССР чемпионаты еүеңсеһе.
  • 1985, 1986 йылдар, СССР беренселеге — көмөш миҙалдар.
  • 1988 йыл, РСФСР Кубогы — беренсе урын.
  • 1993 йыл, Пекин — ике көмөш миҙал.
  • 1994 йыл, Франциялағы халыҡ-ара ярыштар — көмөш миҙал, Словакия — алтын миҙал.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ире — еңел атлет Валерий Криулин (СССР-ҙың иң шәп йүгереүсеһе, хәҙер мәрхүм), ҡыҙы Виктория — Мәскәүҙә фитнес-инструктор.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. [1], category-8/947-hteremd-a-ylanly-tuay.html