Географик киңлек

(Широта битенән йүнәлтелде)

Географик киңлек — сферик координаталар системаһында Ер йөҙөндәге нөктәнең торошон билдәләүсе координата[1]; меридиандың билдәле бер нөктә һәм экватор араһындағы өлөштөң градустарҙа күрһәтелгән дәүмәлене.

Меридиан һары, Экватор — зәңгәр, Параллель пунктир һыҙыҡтар менән күрһәтелгән

Параллелдәр һәм меридиандар ярҙамында географик объекттың урынын билделәү өсөн географик киңлек һәм географик оҙонлоң тигән төшөнсәләр индерелгән.

Географик киңлектәр экваторҙан иҫәпләнә. Экваторҙағы барлыҡ географик нөктәләр бер үк географик кинлектә, йәғни 0° киңлектә урынлашҡан. Төньяҡ ярымшарҙа барлыҡ нөктәләр 0°-тан 90°-ҡа тиклемге төньяҡ киңлектә, ә Көньяҡ ярымшарҙа ятҡан барлыҡ нөктәләр — (минус) 0°-тан 9минус) 90°-ҡа тиклем көньяк киңлектә ята.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Широта — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание). Михайлов А. А.