Меридиан һары, Экватор — зәңгәр, Параллель пунктир һыҙыҡтар менән күрһәтелгән

Параллель — экваторҙан тигеҙ алыҫлыҡта Ер шарын уратып алған фарази һыҙыҡ[1].

Ер шарында меридиан һәм параллель һыҙыҡтар ориентирлашыу өсөн кәрәк. Улар горизонттың төп яҡтарын күрһәтә. Параллель һыҙыҡтары көнсығыш- көнбайыш йүнәлешендә һуҙылған. Ерҙең иң ҙур параллеле — экватор тип атала. Экваторҙан полюстарға алыҫлаша барған һайын параллелдәр ҡыҫкара бара.

Глобуста параллель экваторҙан тигеҙ алыҫлыҡта ятҡан түңәрәк итеп төшөрөлә. Параллелдә бөтә нөктәләр бер киңлектә, төрлө оҙонлоҡта ята.

ҠарағыҙҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)