Ширма ( нем. Schirm «һаҡлау», «ҡурсыу») — интерьер элементы,бүлмәнең бер өлөшөн пәрҙәләү өсөн ҡулланылған ҙур булмаған күсмә ҡаплауыс, ул бәләкәй, бер бүлмәле фатирҙарҙа кейенеп-сисенеү өсөн бик уңайлы яйланма. Тәүге ҡаплауыс-ширмалар Ҡытайҙа эшләнә башлаған .

Ширма
Рәсем
 Ширма Викимилектә
Мори Сосэн.« Маймылдар төшөрөлгән алты бүлемле ширма»
Солтандың йоҡо бүлмәһендәге ширма
Биҙәкле алтын ширма

Йоҡо гардероб, балалар бүлмәләрендә, квартира-студияларҙа ҡулланыла[1]. Ширма бүлмәне ныҡлы сикләмәй икегә бүлеп төрлө маҡсатта ҡулланырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, кухня менән аш бүлмәһен бүлеү, йоҡо бүлмәһендә гардероб булдырыу өсөн уңайлы.

Япония сәнғәтендә һәм Ҡытай сәнғәтендә ширма һүрәт төшөрөү өсөн файҙаланылған.

Ширмалар шулай уҡ ҡурсаҡ театрында актерҙар йәшенеү өсөн дә ҡулланыла.

Ғәҙәттә ширма йыйылма конструкциялы була, уның бейеклеге кеше оҙонлоғонан тәбәшәгерәк итеп эшләнә.

Утилитар ширмалар ҙа була, мәҫәлән, улар медицина учреждениеларында ла файҙаланыла. Медицина ширмалары секциялары бер нисә булыуы мөмкин. Уларҙың пәрҙәләре туҡыма йәки пластиктан яһала[2].

  • Николаева Н.С. Ширма — вещь и картина 2010 йыл 23 ноябрь архивланған. // Вещь в японской культуре. М.: Вост. лит., 2003, с. 169-184
  • Ширма // Краткая энциклопедия домашнего хозяйства. — М.: Государственное Научное издательство «Большая Советская энциклопедия», 1959.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Раскладушка
  • Полати
  • Японская ширма

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә