Шиндялов Николай Антонович

Николай Антонович Шиндялов (1929 йылдың 9 майында тыуған— 2012 йылдың 19 ғинуарында вафат була) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы, тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990), Рәсәй Хәрби фәндәр академияһының корреспондент ағзаһы.

Шиндялов Николай Антонович
Тыуған көнө

9 май 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Вафат көнө

19 ғинуар 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (82 йәш)

Биография

үҙгәртергә

1948-1952 йылдарҙа Благовещен дәүләт педагогия институтында уҡыған. Шунда уҡ 1952-1956 йылдарҙа ассистент булып эшләй, 1956-1963 йылда — өлкән уҡытыусы, һуңынан — кафедра мөдире.

1963 йылда В. И. Ленин исемендәге МГПИ-ла «1922-1926 йылдарҙа Амурҙа социалистик төҙөлөш» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1989 йылда «Алыҫ Көнсығышта Октябрь революцияһы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

10-дан ашыу монография һәм 250 ғилми мәҡәләләр баҫтыра.

Уның тарафынан студенттар һәм аспиранттар өсөн 10-дан ашыу уҡыу һәм уҡытыу өсөн методик ҡулланмалар баҫтырыла.

Н.А. Шиндялов юғары квалификациялы ғилми -педагогик кадрҙар әҙерләү йәһәтенән ҙур эштәр башҡара. 16 уңышлы яҡланған кандидатлыҡ диссертацияһы етәксеһе, 19 докторлыҡ диссертацияһы яҡлаусыларға ғилми консультант һәм рәсми оппонент, 36 кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлауҙа рәсми оппонент булараҡ сығыш яһай.

Наградалар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә