Шервашидзе һарайы

Шервашидзе һарайы — Грузияның Абхазия төйәгендәге Лыхны ауылында урынлашҡан иҫке ҡаралты.

Шервашидзе һарайы
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта

Ун алтынсы — ун етенсе быуаттар араһында Абхазия хакимдары Шервашидзе кенәздәр өсөн төҙөлгән һарай. Ул 1866 йылда Рәсәй империяһына ҡаршы баш күтәргән ихтилал барышында емертеүгә дусар ителгән. Бина ике ҡатлы бина булған, эзбизташ, ҡомташ, кирбес һәм башҡа материалдар ҡулланып төҙөлгән булған[1]

Ун алтынсымы, ун етенсеме быуаттарҙа төҙөлгән һәм ун туғыҙынсы быуатта үҙгәртеп ҡоролған Шервашидзе һарайы әлеге ваҡытта емерек хәлдә, Лыхны ауылы ситендәге яланда урынлашҡан.1866 1866 йылдың 1 авгусында ихтилал ваҡытында уны Кутаиси губернаторы генерал Д. Святополк-Мирский яндыртҡан була.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Бина ашыҡ-бошоҡ һалынған. Кирбестәре ҡыйышыраҡ ята, иҙелмәһенең сифаты ла хөрт кенә. Емертелгәнгә тиклем үк һарай күркәм булмағандыр тип уйларға ҡала. Бер ерҙә лә уның һүрәте лә, тасуирламаһы ла ҡалмаған. Шуға күрә уны тергеҙеү эштәре ниәтләнә ҡалһа, был бик ҡатмарлы буласаҡ[2].

Легендалар

үҙгәртергә

Һарай тураһында төрлө легендалар ҙа сыға башлаған. Имештер, төҙөгән саҡта уҡ гел нимәлер емерелеп төшөп торған, шунан бер белемсе кешеләтә ҡорбан килтерергә кәрәклеген әйткән. Сибәр бер ҡыҙ менән мыҡты егетте һайлап алып, икеһен дә тереләй диуарға һалып ҡалдырғандар. Шунан һуң ғына һарайҙы тиҙләп төҙөп бөткәндәр, мәгәр тегеләрҙең ыңғырашҡаны һаман ишетелгеләп тора, ти[3]

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Грузия Шервашидзе һарайын мәҙәни мираҫы исемлегенә индергән, әммә территорияны контролдә тотоуҙы бер нисек тә тормошҡа ашыра алмай. Шуға күрә ҡомартҡының бөгөнгө хәле тураһында мәғлүмәт юҡ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә