Шаһ һарайыОдесса (Украина) ҡалаһындағы бина, Ггоголь урамы, 2-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. XIX быуатта неоготик стилдә төҙөлгән, порт ҡалаһының сағыу иҫтәлекле урыны булып тора.

Шаһ һарайы
Нигеҙләү датаһы 1851
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Одесса
Архитектура стиле неоготика[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия Украины[d] һәм памятник архитектуры местного значения[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1852
Карта
 Шаһ һарайы Викимилектә

Һарай 18511852 йылдарҙа Бржозовский Зенон өсөн төҙөлгән. Замандаштары билдәләүенсә, ул, әйтерһең, Хәрби балканың ҡаршы яғында урынлашҡан Воронцов һарайының киреһе булған.

Бржозовскийҙар был комплексҡа 1910 йылға тиклем хужа булғандар, ә һуңынан граф Иосиф (Юзеф) Шенбек уның хужаһы була. XIX быуаттың 70-се йылдар башында һарайҙа билдәле «Федор Рафалович һәм К» сауҙа йортоноң башлығы Федор Алексеевич (Абрамович) Рафалович йәшәгән. 1910 йылдан 1920 йылға тиклем һарайҙы Фарсының шаһиншаһы шаһ Мөхәммәт Әли ҡуртымға ала, уның арҡаһында һарай ошо рәсми булмаған исемде ала.

Совет осоронда һарайҙы, ҡоролмалар һәм ихата ҡаралтыларын төрлө дәүләт учреждениелары ҡуллана. XX быуат аҙағында һарай ныҡ туҙа. 2000 йылда Архпроект МДМ архитектура-реставрация бюроһы һарайҙың реставрация проектын әҙерләй. Реставрация 2000 йылдан 2004 йылға тиклем дауам итә.

 
1999 йылда, реставрацияға тиклем
 
2005 йылда реставрациянан һуң,
 
2005 йылда реставрациянан һуң,

XXI быуат башында «Шаһ һарайы» бинаһында «Диңгеҙ транспорт банкының» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш офисы урынлаша.

Һылтанмалар

үҙгәртергә