Шахтёр-ҡыҙылгвардеецтар обелискыһы (Константиновск)
Иҫтәлекле урын | |
Шахтер–ҡыҙылгвардеецтар обелискыһы
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Константиновск ҡалаһы, Ростов өлкәһе |
Төҙөлгән ваҡыты | 1967 йыл |
Бөгөнгө хәле | яҡшы |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Обелиск шахтерам–красногвардейцам |
Шахтер-ҡыҙылгвардеецтар обелискыһы — Ростов өлкәһенең Константиновск ҡалаһында, 1918 йылда аҡ ғәскәрҙәр тарафынан әсир ҡыҙылгвардеецтарҙы юҡ итеү иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл-обелиск.
Тарихы
үҙгәртергәГраждандар һуғышы йылдарында, 1918 йылдың 29 апрелендә Дон станицаһы Костантиновскиҙа аҡ гвардеецтар 860 самаһы әсир ҡыҙылгвардеец, шахтёр, эшселәрҙе — Александровск-Грушевский (хәҙер Шахты ҡалаһы), Сулин һәм Александровский (хәҙер Запорожье ҡалаһы) тимер юлсыларын язалап үлтерә. Улар араһында ҡатын-кыҙҙар һәм балалар ҙа була. Әсирҙәрҙе төрлө тораҡ пункттарында ҡулға алалар, бер партияға туплайҙар һәм сауҙагәр Пустовойтовтың иген амбарына ябалар. Аҡ гвардеецтар иген амбарын үлем казематына әйләндерә. Һыуһауҙан һәм аслыҡтан күптәр үлә. Ҡалғандарын палачтар шашкалар менән тураҡлай һәм пулемёттан атып үлтерә.
Был Граждандар һуғышы ваҡытында Константиновск ҡалаһындағы ҡан иң күп түгелгән урын була. Тере ҡалыусыларҙың береһе, бронепоездың элекке яугиры М. В. Червонная шулай тип хәтерләй: «Ҡанға батҡан, ярам тере әсирҙәр бер-береһенең өҫтөндә ултырҙы һәм ятты. Һауа етмәгәнлектән һәм тығыҙлыҡтан 40 кеше тонсоғоп үлде. Ваҡыты-ваҡыты менән аҡ кпзпктпр амбар ишеген асып, әсирҙәрҙе һөйрәп сығарҙы һәм шунда уҡ уларҙы тураҡланы, штыктар менән сәнсеп үлтерҙе».
Һуңыраҡ йөҙҙәрсә кеше фажиғәле һәләк булған урында, киләсәк быуындар белһен өсөн: «Был бинала (элекке иген амбары) 1918 йылда аҡ гвардия палачтары ҡыҙыл партизандарҙы — шахтёрҙарҙы, уларҙың ҡатындарын һәм балаларын йыртҡыстарса язаланы. Бөйөк Октябрь еңеүе өсөн көрәшеүселәргә мәңгелек иҫтәлек һәм мәңгелек дан».
Сауҙагәр Пустовойтовтың үлем амбары эргәһендә 1967 йылда Шахты ҡалаһы хеҙмәтсәндәре Константиновка ҡалаһы халҡы менән бергә һәләк булыусылар иҫтәлегенә «Шахтерҙар иҫтәлегенә» обелискын ҡуя. Һәйкәлгә былай тип яҙыла: «1918 йылда аҡ гвардеецтар тарафынан йыртҡыстарса язаланыусылар шахтылар хәтерендә мәңге йәшәр. Атайҙарыбыҙ төҙөп өлгөрмәгәнде беҙ төҙөрбөҙ, улар йырлап бөтөрмәгәнде беҙ йырлап бөтөрөрбөҙ».
Шахты таусылары төҙөткән обелискыға яҙын Константиновск халҡы сәскәләр һала. Тулыһынса Совет власы Константиновскиҙа 1920 йылдың 9 ғинуарында урынлаштырыла, шуға күрә ҡала урамдарының береһенә (элекке Дон урамы) 9 ғинуар атамаһы бирелгән (1905 йылдың 9 ғинуары менән бутамаҫҡа).
Әҙәбиәт
үҙгәртергәСорокин П. Никто не забыт, ничто не забыто.//Донские огни.-2013.-4 мая.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Обелиск шахтерам-красногвардейцам
- Обелиск шахтерам-красногвардейцам(недоступная ссылка)