Шаронов йорто
архитектура ҡомартҡыһы
Иҫтәлекле урын | |
Шаронов йорто
| |
Ҡала | Таганрог, Фрунзе урамы, 80 |
Бина тибы | Айырым йорт |
Архитектура стиле | Модерн |
Проект авторы | Фёдор Осипович Шехтель |
Төҙөлгән ваҡыты | 1912 йыл |
Билдәле йәшәүселәр | Евгений Иванович Шаронов, Эвальд фон Клейст |
Статус | Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110064000 |
Шаронов йорто Викимилектә |
Евгений Иванович Шаронов йорто — Таганрогтағы (Фрунзе урамы, 80) боронғо йорт, архитектура һәйкәле. XX быуат башында архитектор Шехтель Ф. О. төҙөгән бина Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекттары иҫәбенә инә.
Тарихы
үҙгәртергәБина 1912 йылда архитектура академигы Ф. О. Шехтель проекты буйынса модерн стилендә төҙөлә. 1917 йылдға тиклем ҡаланың эре алпауыты һәм икмәк бешереп һатыусы Е. И. Шаронов милкендә була, был йортто ул ҡыҙы Мария өсөн һалдыра[1]. 1920 — 1922 йылдарҙа бинала ебәкселек станцияһы урынлаша, 1923 йылдан — балалар поликлиникаһы. Оккупация ваҡытында бында Э. фон Клейсттың 1-се танк армияһы штабы була[2]. 1944 йылдан һуң бинала ҡаланың төрлө ойошмалары, шул иҫәптән КПСС-тың Орджоникидзе район комитеты урынлаша. 1981 йылдан Шаронов йортон «Таганрог көнкүреше һәм ҡала төҙөлөшө» музейы биләй.
Архитектура үҙенсәлектәре
үҙгәртергәШаронов йорто «модерн» ынйыһы, архитектура, һынлы сәнғәт һәм скульптураның мөһабәт өлгөһө булып тора. Ҡат ярымлыҡ бинаның Мәскәүҙәге Ярослав вокзалы менән уртаҡлығы күп: шундай уҡ остло башнялар, трапеция формаһындағы ҡыйыҡтың уртаһында кикереек бар, төрлө формалағы тәҙрәләр ҙә шундай уҡ аралаштырыла. Бина композицияһы ассиметрияға негҙләнгән. Уның һул өлөшө дүрт мөйөшлө бейек башнялы булып, һигеҙ ҡырлы япма менән тамамлана. Өҫтә йорт хужаһының инициалдары «Е. Ш.» яҙылған ҡулса була, һуңынан ул флаг ҡуйылған шпиль менән алмаштырыла. 1978 йылда флаг шариклы подшипникка ҡуйыла һәм хәҙер ул ел булғанда әйләнеп тора. Был өлөштә мозаика композицияһын тирәсләп торған кокошник менән биҙәлгән төп ишек урынлашҡан.
Фасадтың фриз өлөшө мозаика картиналары бигерәк тә колоритлы булып күренгән керамика плиткалары менән йөҙләнгән. Үҙәк өлөштөң өҫкө тәҙрә араларын рәссам Н. Рериха стилендә эшләнгән «Ладьяларҙың йөҙөп китеүе» композицияһы тулыландыра. Бинаның уң яғында — В. Васнецов эскизы буйынса эшләнгән «Диңгеҙ алышы» панноһы. Унда боронғо урыҫ алфавиты хәрефтәре менән А. Т. Толстойҙың «Боривой» плэмаһынан: «Сшиблись вдруг ладьи с ладьями и пошла меж ними сеча… брызжут искры, кровь струится, треск и вопль в бою сомкнутом…» — тигән юлдар яҙылған.
Йорттоң был өлөшө элек осло башлы булһа, хәҙер ярым түңәрәк итеп ябыла. Һул яҡтан баштары декоратив башнялар менән биҙәлгән ҡапҡалар тора. Уларҙағы инә арыҫлан баштары — күренекле рәссам М. Врубель эше. XX быуат башының «модерн» стилендәге архитектура һәйкәле — Ростов өлкәһендә фасадта монументаль һынлы сәнғәт ҡулланыуҙың берҙән-бер өлгөһө.
Шаронов йорто кинематографта
үҙгәртергәГалерея
үҙгәртергә-
Шаронов йортоноң фасады (XX быуат башы)
-
Шаронов йортоноң фасады
-
Панноның үҙәк өлөшө
-
«Ладьяларҙың йөҙөп китеүе», Н. Рерих
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Статья о музее на Таганрог.su(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Подлипанов М. Д. Шаронов Евгений Иванович // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 803.
- ↑ Матишов Г. Г., Афанасенко В. И., Кринко Е. Ф. Миус-фронт в Великой Отечественной войне. — Ростов-на-Дону: ЮНЦ РАН, 2010. — С. 100.
- ↑ Товарищество «Искусство или смерть» / Под ред. О. Головановой. — М.: ГМСИ, 2009. — 304 с.
- ↑ Собств. корр. «Дневник убийцы»: Пролитая кровь обязательно вернется // Экспресс-газета. — 2002. — 29 янв.