Шаронов Андрей Владимирович

Шаронов Андрей Владимирович (11 февраль 1964 йыл) — «Сколково» Мәскәү идара итеү мәктәбе президенты, элекке Мәскәү Хөкүмәтендәге Мәскәү мэрының иҡтисади сәйәсәт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министры урынбаҫары һәм Рәсәй Федерацияһы йәштәр эштәре буйынса Дәүләт комитеты рәйесе.

Шаронов Андрей Владимирович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 февраль 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә социология фәндәре кандидаты[d]
Строка принадлежности Moscow School of Management SKOLKOVO[1]
Ҡатнашыусы Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2015 г.[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы Почётная грамота Правительства Российской Федерации благодарность Президента Российской Федерации Благодарность Правительства Российской Федерации
 Шаронов Андрей Владимирович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Андрей Шаронов 1964 йылдың 11 февралендәӨфөлә тыуған. Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын тамамлай һәм шунда инженер булып эшләй.

  • 19871989 йылдар — Өфө авиация институтының ВЛКСМ комитеты секретары;
  • 19891991 йылдар — СССР халыҡ депутаты (ВЛКСМ квотаһы буйынса һайланған);
  • 19901991 йылдар — ВЛКСМ Үҙәк Комитеты секретары;
  • 19911992 йылдар — РСФСР-ҙың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын биләй;
  • 19921996 йылдар — Рәсәй Федерацияһының Йәштәр эштәре буйынса комитетын етәкләй;
  • декабрь 1996 йыл — Рәсәй Федерацияһы Иҡтисад министрлығында дөйөм социаль сәйәсәт департаменты начальнигы була;
  • 19972007 йылдар — Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министры урынбаҫары, статс-секретарь һәм министрҙың беренсе урынбаҫары;
  • 20072010 йылдар — ««Тройка Диалог» инвестиция компанияһы» ябыҡ акционерҙар компанияһының директорҙар советы рәйесе һәм идара директоры
  • 2010 йылдың 22 декабрендә Мәскәү мэрының указы менән уның иҡтисади сәйәсәт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, бюджет формалаштырыу, сәнәғәт һәм иҡтисади сәйәсәт, шулай уҡ дәүләт күпләп һатып алыу, сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү мәсьәләләре буйынса яуаплы була.
  • 2013—2016 йылдар — СКОЛКОВО Мәскәү идара итеү мәктәбе ректоры.
  • 2016 йылдың сентябренән — СКОЛКОВО Мәскәү идара итеү мәктәбе президенты[2].
  • "Управляющая Компания «НефтеТрансСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең директорҙар советы рәйесе, «Совкомфлот» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «НОВАТЭК» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «ФосАгро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директорҙар советы ағзаһы, ВТБ банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Күҙәтеү Советына инә.

20-нән ашыу баҫтырған ғилми эш һәм мәҡәлә авторы, уйлап табыуға СССР-ҙың 5 авторлыҡ таныҡлығы эйәһе. Социология фәндәре кандидаты.

Ҡатыны Ольга шулай уҡ Өфө авиация институтында уҡый. 2012 йылдың 24 апреле төнөндә инсульттан вафат була. Ике балалары бар[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2006).
  • 2009 йылда «Бойондороҡһоҙ директор» номинацияһында «Аристос 2009» премияһы менән бүләкләнә[4], шулай уҡ ошо уҡ категорияла «Йыл директоры» исеме ала[5].
  • 2009 йылда Почет ордены менән бүләкләнә.
  • 2012 йылда «Эшлекле репутация» номинацияһында «2012 йыл шәхесе» премияһы лауреаты.
  • 2014 йыл — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.
  • 2016 йыл — Бойондороҡһоҙ директорҙар ассоциацияһы һәм Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзының «Бойондороҡһоҙ директорҙар институты үҫешенә индергән өлөшө» махсус премияһын ала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә