Бикҡолов Шакир Сәлим улы
Бикҡолов Шакир Сәлим улы (15 ғинуар 1932 йыл — 18 май 1983 йыл) — шағир. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Шакир Бикҡолов | |
Исеме: |
Бикҡолов Шакир Сәлим улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Жанр: |
Шиғриәт |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Биографияһы
үҙгәртергәШакир Сәлим улы Биҡҡолов 1932 йылдың 15 ғинуарында БАССР‑ҙың Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуған.
К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын (1955), М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1975) тамамлаған. 1957 йыл Шишмә районының Түбәнге Хәжәт мәктәбе директоры, 1958—73 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең өлкән мөхәррире, 1975 йылдан алып БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты мөхәррире. Уның шиғырҙарында тыуған ергә, йәштәрҙең патриотлығына дан йырлана. Балалар өсөн «Ҡыҙыл ҡар яуғас» (1974) шиғырҙар йыйынтығы авторы. С. Я. Маршак, С. В. Михалков, К. И. Чуковский һ. б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә.
Хәтер
үҙгәртергәУның тыуған ауылында мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, урамға уның исеме бирелгән.
Китаптары
үҙгәртергә- «Әсә күңеле» (1960)
- «Ерем яҡтыһы» (1965)
- «Тамырҙарым» (1970)
- «Ҡыҙыл ҡар яуғас» (1974)
- «Япраҡтар шауы» (1980)
- Һиңә әйтер һүҙем: шиғырҙар һәм поэма. Өфө, 1981
- Волнам навстречу: стихи. Уфа, 1972
- Разноцветный ветер: стихи. М., 1978
Һылтанмалар
үҙгәртергәБикҡолов Шакир Сәлим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.