Шайтанка (Чусыу йылғаһының үрге һул ҡушылдығы)

Урта Уралдағы Чусыу йылғаһының һул ҡушылдығы.

Шайтанка[2] (иҫк. Чатаев Шайтанкаһы [3][4]) — Урта Уралдағы Чусыу йылғаһының һул ҡушылдығы. Оло Шайтанка йылғаһы тамағынан 2 км түбәнерәк Свердловск өлкәһе Подволошный ауылы янында ҡоя. Волга йылғаһының өсөнсө тәртиптәге ҡушылдығы булып тора. Оҙонлоғо яҡынса 26 км.

Шайтанка
Ҡайҙа ҡоя Чусыу
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе
Оҙонлоҡ 23 km
Карта

Көнбайыштан Шайтан ҡырлаһын ситләп урап үтеп, Рәүҙе районындағы Коноваловский ҡырлаһы Гладкая (Шыма) тауының төньяҡ битләүенән баш алған тау йылғаһы. Төп ҡушылдыҡтары (Хомутовка, Поскакушка, Вторая Листвянка, Омутная) шулай уҡ Коноваловский ҡырлаһы тауҙарынан башлана.

Топонимикаһы

үҙгәртергә

Атаманың килеп сығышы: «шайтанка» гидронимының тамыры, әлбиттә, төрки телдәрҙән. «Шайтан» — «чёрт» һүҙе менән бәйле. Ололар элек йылға һаҙлыҡлы, һис үтеп булмаҫлыҡ, ҡырағай йәнлектәр мыжғып торған хәүефле урындарҙан аҡҡан тип хәтерләгән.

Был ерҙәрҙә йәшәгән башҡорттар уны «ен (шайтан) үҙәне» тип атаған.

Шуға ла йылғаға ошо исем тағылған. Был территорияны, моғайын, культивациялағандарҙыр һәм нәмәләрҙер ҡорғандарҙыр, күпмелер өлөшө Первоуральский быуалары менән күмелгән[5].

Рудольф Кашин: "Шайтан" топонимы башҡа халыҡтарҙың манси ерҙәренә үтеп инеү тәрәнлеген билдәләгән һымаҡ, төньяҡтан Тура йылғаһы менән сикләнгән территорияла таралған һәм ошо йылға буйлап көнсығышҡа шулай уҡ Ница һәм Пышма йылғаларына үтеп ингән", — тип яҙа.

Ҡасандыр Чусыу буйында вогул биләмәләре һәм элгәрге хужаларҙың тораташтарына табыныу урындары урынлашҡан булған. Тимәк, башҡорттар «шайтан» һүҙе менән мансиҙар өсөн изге урындарҙы атаған. XVIII быуатта Уралда булып ҡайтҡан академик П.С. Паллас былай тигән:

Себерҙең был өлөшөндә Шайтан йә Шайтанская тип аталған шишмәләр, тауҙар һәм аҡландар күп. Сөнки унда вогулдар тораташтарға табынған, һәм рәсәйҙәр уларҙың һындарын шайтан тип атаған.

Мансиҙар «шайтан» һүҙен башҡа мәғәнә һалып үҙләштергән. Һәм уларҙың телендә «шайтан», исламға тиклемге ғәрәптәрҙәге кеүек, ике донъя аралашсыһы йәки "изге, имсе, шаман" тигән мәғәнәгә эйә[7].

1721 йылда Шайтанка аша Чусыу (Уткинский) биҫтәһенән Уктус заводына юл һалына. Йылға тамағында, яр буйында Подволошный ауылы урынлаша[4]. XX быуат башында йылға аша ПермьЕкатеринбург тимер юлы рельстары түшәлә.

1921 йылда Подволошный ауылы эргәһендәге йылғаны быуалар. Йылға ағышы ерҙе бергәләп эшкәртеү буйынса ширҡәт ағзалары төҙөгән тирмән ташын әйләндерә. Чатаев Шайтанкаһы мул һыулы була, йылға буйлап ағас ағыҙалар. Бассейнында урман күп ҡырҡылғанлыҡтан, йылға һәм уның күп һанлы ҡушылдыҡтары көсөн юғалта. Хәҙер ул һайыҡҡан, әммә ике урында быуылған.

Бер һыу ятҡылығының бейек уң ярында динас заводының «Урман әкиәте» тигән профилакторийы урынлашҡан.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010100612111100010287[3].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Лист карты O-40-120 Первоуральск. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1984 год. Издание 1985 г.
  3. 3,0 3,1 «Река Шайтанка (Чатаевская Шайтанка)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  4. 4,0 4,1 Опарин Ф. П. Река Чусовая: путеводитель / отв. ред. А. И. Пятницкий. — Свердловск: Уральский рабочий, 1936. — С. 32. — 147 с. — 10 000 экз.
  5. Легенда реки Шайтанка http://reki-ozera.ru/rybalka_v_sverdlovskoy_obl/reki/108848-bolshaya-shaytanka.html Шайтанка. Балыҡ тотоу
  6. Шайтанка атамаһының легендаһы
  7. [1]