Шавров Владимир Фёдорович

Ҡалып:ФИО

Шавров Владимир Фёдорович
Тыуған көнө

1947

Ғилми дәрәжәһе

юридик фәндәр кандидаты

Шавров Владимир Федорович (тыуған 1947) — юрист, халыҡ-ара хоҡуҡ һәм АҠШ-тың тышҡы сәйәсәте буйынса белгес; СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының (МГИМО) халыу-ара мөнәсәбәттәр факультетын тамамлаған (1970), юридик фәндәр кандидаты, диссертацияһы АҠШ-тың тышҡы сәйәсәтенең "реализм" теорияһы буйынса яҡланған (1980); МГИМО доценты; РФ юстиция министрлығының Рәсәй хоҡуҡи академияһы пофессоры (2000). 1995-1998 йылдарҙа Румыниялағы Рәсәй илселегенең 2-се һәм 1-се сәркәтибе.

Биографияһы

үҙгәртергә

1947 йылда Шавров Владимир совет хәрби хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуған; 1970 йылда СССР сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын (МГИМО) отличие менән тамамлай. Уҡыуын тамалағас,1973 йылға тиклем Румынияла Совет илселегендә тәүҙә тәржемәсе булып, ә һуңынан протокол бүлегенең мөдире булып эшләй.

СССР-ға ҡайтҡандан һуң, СССР сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының (МГИМО) халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһының аспирантураһында уҡый. 1982 йылда ошо туған юғары уҡыу йортонда кандидатлыҡ диссертацияһын АҠШ-тың халыҡ-ара хоҡуҡ теорияһы һәм практикаһында "политик реализм" концепцияһы буйынса яҡлай, уның ғилми етәксеһе - профессор Игорь Блищенко була. Артабан Владимир Шавров СССР сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында (МГИМО) МГИМО эшләй башлай: 1983 йыл уҡытыусы булып, һуңынан — өлкән уҡытыусы һәм доцент. СССР тарҡалғас, 1995 йылдан алып 1998 йылға тиклем осорҙа Шавров Рәсәй Федерацияһының Румыниялағы илселегендә тәүҙә икенсе, ә аҙаҡ — илселектең беренсе секретары була. 2000 йылда Рәсәй Федерацияһының Юстиция министрлығы ҡарамағындағы Рәсәй хоҡуҡ академияһында профессор позицияһын биләй.

Владимир Шавров «Халыҡ-ара хоҡуҡ» рәсәй дәреслегенең авторҙашы, был дәреслек 1998 йылда сыҡҡан профессор Юрий Колосов һәм Эмилия Кривчикова мөхәррирлеге аҫтында сыҡҡан. Владимир Шавров инглиз, немец, француз, поляк һәм румын телдәрен бик яҡшы белгән.

  • Теория и практика международного права США : Учеб. пособие / И. П. Блищенко, В. И. Шавров. — М. : Изд-во Ун-та дружбы народов, 1985. — 85 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә