Шәүәлиев Рауил Рәшит улы

(Шавалеев Равиль Рашитович битенән йүнәлтелде)

Шәүәлиев Рауил Рәшит улы (3 февраль 1958 йыл)— ғалим-хи­рург, медицина фәндәре докторы (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). Башҡортостан Республикаһы Хирургтар ассоциацияһының «Алтын скальпель» наградаһы лауреаты.

Шәүәлиев Рауил Рәшит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 февраль 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Бүздәк, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хирург
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина институты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Рауил Рәшит улы Шәүәлиев 1958 йылдың 3 февралендә БАССР-ҙың Бүздәк районы Табанлыкүл ауылында тыуған (хәҙерге ошо уҡ райондың Бүздәк ауылы).

Башҡорт дәүләт медицина институтын 1981 йылда тамамлай. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының 3-сы һанлы дауаханаһында хирург булып эшләй башлай.

1986 йылдан Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында эшләй. 1994 йылдан алып баш белгес, 1995 йылдан министр ярҙамсыһы булып эшләй.

1997 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2002 йылдан хирургик ауырыуҙар кафедраһы доценты ғилми исеме бирелә. 2005 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1998 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында госпиталь хирургияһы профессоры дәрәжәһендә студенттарҙы уҡыта башлай.

2000 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының клиникаһында хирургия бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, ул етәкләгән булек ҡорһаҡ ҡыуышлығы органдары ауырыуҙарына экстрен һәм планлы медицина ярҙамы күрһәтә.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Шәүәлиев Рауил Рәшит улының фәнни эшмәкәрлеге дөйөм һәм ҡорһаҡ ағзалары хирургияһы мәсьәләләренә, ҡорһаҡ ярыһының йәбешмә ауырыуын иҫкәртеүгә арналған. Уның ҡатнашлығында трансплан­тацион сандыр герниопластикаһы алымы, ашҡаҙан‑эсәк юлын иртә ҡуйылған дауамлы һәм үҙ аллы электростимуллаштырыу ысулы, бүҫер булғанда ҡорһаҡ ярыһы эсендә йәбешеп үҫеүҙе клиникала тикшереү, дауалау һәм иҫкәртеү алгоритмы эшләнә һәм ғәмәлгә ашырыла.

300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу, 4 уҡытыу-методик әсбаб авторы[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә