Чухраёв Александр Михайлович

Чухрай Александр Михайлович (14 ғинуар 1952 йыл — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһының IV һәм V саҡырылыш депутаты, Дәүләт Думаһында һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. "Берҙәм Рәсәй " Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Юғары советы ағзаһы[1]. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Курск төбәк бүлексәһе секретары (2002 йылдан). Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2002).

Чухраёв Александр Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 ғинуар 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Сафоновка[d], Кореневский район[d], Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Курск дәүләт медицина университеты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

1952 йылдың 14 ғинуарында Курск өлкәһенең Кореневский районы Сафоновский совхозында эшсе ғаиләһендә тыуған. 1971 йылда Рыльск медицина училищеһын отличие менән тамамлағандан һуң Брежневский медпунктында фельдшер булып эшләй башлай. 1971—1977 йылдарҙа — Курск дәүләт медицина институты студенты, 1977—1979 йылдарҙа — Курск дәүләт медицина институтының факультет хирургияһы кафедраһында клиник ординатор, ә 1979—1982 йылдарҙа — шул уҡ кафедра аспиранты.

1982—2003 йылдарҙа Курск өлкә клиник дауаханаһының баш табибы вазифаһын биләй. 1987 йылда Харьковта Украина табиптарҙың белемен камиллаштырыу институтында медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Функциональное состояние органов гепатопанкреатодуоденальной зоны у больных с билиодигестивными анастомозами» темаһы буйынса диссертация яҡлай. 2001 йылда Федераль медик-социаль экспертиза һәм инвалидтарҙы реабилитациялау фәнни-ғәмәли үҙәгендә (хәҙерге Федераль медик-социаль экспертиза бюроһы) «Управление многопрофильной больницей как социально-экономической системой в условиях реформирования здравоохранения» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1995 йылдан — Курск дәүләт медицина университетының сестринский эштәр кафедраһы мөдире.

2002 йылдан «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Курск төбәк бүлеге секретары. 2003 йылда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының дүртенсе саҡырылыш депутаты, 2007 йылда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының бишенсе саҡырылыш депутаты итеп һайлана.

2011 йылдың 22 ноябрендә Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы бойороғо менән Рәсәй Федерацияһының «Күҙ микрохирургияһы» тармаҡ-ара фәнни техник комплексының генераль директоры итеп тәғәйенләнә, был поста отставкаға ебәрелгән Христо Тахчидиҙе алмаштыра. Бер ҡасан да күҙ ауырыуҙарын махсуслаштырылған дауалау менән шөғөлләнмәгән дөйөм профилле хирург Чухраевты тәғәйенләү йәмәғәтселектең һәм комплекс хеҙмәткәрҙәренең уның бөтә 12 филиалында ҡырҡа кире реакция тыуҙыра[2][3][4][5].

Өйләнгән, ике балаһы бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә