Чусовской (Силәбе өлкәһе)
Чусовской — Рәсәйҙә Силәбе өлкәһенең ҡала округы ҡасабаһы. Оло Чусовское күле яры буйында, район үҙәгенән, Үрге Өпәйленән төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 411 метр.
Чусовской | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Үрге Өпәйле ҡала округы |
Халыҡ һаны |
115 кеше (2002)[1], 111 кеше (2010)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 411 метр |
Почта индексы | 456812 |
GPS координаталары: N 56° 8' 11.004" E 60° 19' 53.184"
ОКАТО коды: 75406000014
ОКТМО коды: 75706000171
Автомобиль коды: 74, 174
Мәскәү менән ваҡыт айырмаһы: +2 ч
Географияһы
үҙгәртергәЧусовской ҡасабаһы территорияһының рельефы таулы, иң яҡын бейеклек — 481 метр (Песчанка тауы), 493 метр (Яланғас тау) һәм 460 (Кәзә тауы) метр. Ландшафты — шыршы һәм пихта ҡатыш ылыҫлы-япраҡлы ҡуйы үләнле урман зонаһы өлөшө. Ҡасабанан көньяҡҡа табан Кесе Чусовской күле ята.
Чусовской ҡасабаһын күрше тораҡ пункттар менән грунт юлдары бәйләй. Үрге Өпәйле ҡалаһына тиклем алыҫлыҡ 12 км тәшкил итә.
Тарихы
үҙгәртергә19 быуатта хәҙерге ҡасаба урынында Полевский, ә 20 быуат башында Өпәйле тимер эшләү заводына, 1929 йылдан Өпәйле металлургия заводына (1936 йылға тиклем) ағас күмере ебәреү өсөн күмер үртәүселәрҙең ҡыуышы урынлаша. Өпәйле никель заводын сафҡа индереү менән ҡасаба территорияһында был предприятиеның (башта Чусовской Мейестәре тип аталған) урман бүлеге урынлаша. Ағас цехтар, торлаҡ, социаль көнкүреш-мәҙәни учреждениелары төҙөү өсөн китә. Оҙаҡ ваҡыт урманды эстакадаларға егеүле транспорт менән ташыйҙар һәм ул унда складҡа һалына. 1930-сы йылдар аҙағында уны Үрге Өпәйлегә ташыуҙы еңеләйтеү өсөн Чусовской ҡасабаһы һәм Черемшанка араһында тар колеялы тимер юлы һалына. Был ваҡытҡа Чусовскойҙа башланғыс мәктәп, клуб (1980-се йылдар аҙағында ябыла), фельдшер-акушерлыҡ пункты (шулай уҡ ябыла) эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ағас әҙерләүҙә, күмерҙе томалап тотоуҙа хеҙмәт армияһы һалдаттары шөғөлләнә. 1945 йылдың июленән 1948 йылдың авгусына тиклем ҡасаба территорияһында 1651-се эшселәр отрядының 2-се Өпәйле зонаһы тип аталған 4-се ротаһы урынлаша (289 кеше). Бында Көнбайыш Европа илдәренән тотҡондар, башлыса Румыниянан граждандар эшләй (төрлө йылдарҙа уларҙың һаны 129 кешенән алып 300 кешегә тиклем). Урындағы эшкә һәләтле кешеләрҙең күп өлөшө Черемшан карьерында, Чусовской урман пунктында, химия урман хужалығында эшләй (сайыр йыйыу менән шөғөлләнә). 1990-сы йылдар башында ҡасабала крәҫтиән хужалығы булған[3].
Халҡы
үҙгәртергәБөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ҡасабала халыҡ һаны 2010 йылда 111 кеше тәшкил итә ( 53 ир-ат һәм 58 ҡатын-ҡыҙ)[4].
Халҡы 115 кеше тәшкил итә. (йылда 1926 — 10, 1956 йылда — 47, 1970 йылда — 211, 1983 йылда — 179, йылда 1995 — 100).
Урамдары
үҙгәртергәҠасабаның урам селтәре 3 урамдан һәм 1 тыҡрыҡтан тора[5].
— Шишмә урамы
— Май урамы
— Чусовская урамы
— Чусовской тыҡрығы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Чусовской
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 18 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года. 2019 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Верхний Уфалей г. → Чусовской п.