Чурчхела
Чурчхела — (киптерелгән төшөмһөҙ емеш, груз. ჩურჩხელა) — грузиндарҙың милли тәм-томо[1][2]. Башҡа исемдәре - "Аджинджухуа" (Абхазия), "Татлы суджук" (Әрмәнстан). Төркиәлә төр. Pestil Cevizli SucukSucuk Pestil Cevizli исеме менән билдәле: һүҙмә-һүҙ грек сәтләүеге менән суджук тип тәржемә ителә. Чурчхела күп кенә Кавказ халыҡтарының яратҡан тәм-томо һанала. Уны епкә теҙелгән сәтләүектәрҙе он менән ҡуйыртылған йөҙөм һутында әҙерләйҙәр.
Глюкоза һәм фруктозаға (30-52 %), үҫемлек майҙарына, аҡһымға, органик кислоталарға (1,1-2 %), азотлы һәм феноллы матдәләргә, витаминдарға бай булыуы арҡаһында юғары туҡлылығы менән айырыла.
Чурчхеланың кахетин, имеретин һәм башҡа сорттары билдәле.
Кахетин чурчхелаһы виноград һуты ҡулланып әҙерләнә, өҫтәүенә, уның айырып алынған матдәләргә бай прессланған фракцияһы алына. Һутты 30 минут буйы ҡайнатҡандан һуң, 10-12 сәғәткә һыуытырға ҡуялар. Ялтырап торған һутты фильтр аша үткәрәләр һәм 30-40 % шәкәрләнгәнсе ҡаҙанда быҡтыралар. Кәрәк булһа, аҡбур йәки мәрмәр оно (5 г/литр) ҡушып, кислотлығын кәметәләр. Ҡуйыртылған һутты 5-6 сәғәт тоталар һәм ултырмаға төшкәнен ҡойоп алалар. Һуңынан 30 °C -ҡа тиклем йылыталар, аҙаҡ бойҙай оно ҡушып өҙлөкһөҙ бутайҙар һәм кәркле ҡуйылыҡҡа еткерәләр. Массаның әҙерлеген епкә теҙелгән эслекте төшөрөп тикшерәләр. Масса епкә нығыраҡ йәбешһен өсөн, 2-3 сәғәтэсендә киптереп алалар, бынан һуң епкә теҙелгән эслекте массаға төшөрөүҙе 1,5 - 2 см ҡалынлыҡтағы ҡатлам барлыҡҡа килгәнсе ҡабатлайҙар. Чурчхеланы15 -17 тәүлек буйы ҡояшта киптерәләр. Һуңынан чурчхеланы йәшниктәргә тултыралар, һәр ҡатлам араһына сепрәк һалалар һәм ҡоро һалҡынса урынға ҡуйып, 2-3 ай буйы өлгөрөп етеүен көтәләр.. Өлгөрөү ваҡытында шоколад тәменә тартым тәм ала. Эслек өсөн грек сәтләүеге, миндаль, фундук, йөҙөм; өрөктөң, персиктың төштәрен ҡулланалар. Емештәрҙең төштәрен тышы һыҙырылып сыҡҡансы һыуҙа тоталар, унан һуң еңелсә шәкәрле иретмәлә бешерәләр.
Кахетин чурчхелаһынан тыш , Грузияла уның башҡа сорттарын да әҙерләйҙәр. Уларҙы әҙерләү технологияһы эслегенең составы, ҡулланылған ондоң сифаты һәм һутты әҙерләү режимы буйынса айырыла.
Чурчхела — грузиндарҙың Яңы йыл табынының мотлаҡ компоненты.
Чурчхеланы Ҡара диңгеҙ буйы, Краснодар крайы, Грузия курорт ҡалаларында йыш осратырға мөмкин. Шулай уҡ Украинала ла һатыла.
2011 йылдың сентябрендә Грузия властары чурчхелаға һәм башҡа бер нисә милли ашамлыҡҡа патент юллай[3].