Чуракова Светлана Александровна

Светлана Александровна Чуракова (7 октябрь 1993 йыл)[3] — ултырып волейбол уйнаусы, «ЦСП-Крылатское» уйынсыһы; 2018 йылда рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында донъя чемпионы[4], 2017 йылда[5] һәм 2019 йылда[6] Европа чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2018)[7]. Рәсәйҙә беренсе протез ҡуллы волейболсы[2].

Светлана Чуракова
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тулы исеме

Светлана Александровна Чуракова

Ҡушаматы

Светка Золотая Ручка, Однорукий Бандит, Модель-киборг[1]

Гражданлығы

Рәсәй Рәсәй

Тыуған датаһы

7 октябрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (27 йәш)

Тыуған ере

Архангельск, Рәсәй

Буйы

198[2]

БиографияһыҮҙгәртергә

Светлана Александровна Чуракова 1993 йылдың 7 октябрендә Архангельск ҡалаһында тыуған, бала саҡтан инвалид (тыумыштан уң иңбашы булмай). 25 йәшенә журналистика факультетын тамамлай, тәржемәсе һәм журналист дипломы ала. Төбәктең «Вести Поморья» программаһында хәбәрсе булып эшләй[8][9], инглиз теле уҡытыусыһы, протез-ортопедия предприятиеһының директор урынбаҫары була. Йәйәнән атыу менән шөғөлләнә, университетта матурлыҡ конкурсында приз эйәһе була (инвалидлыҡ менән беренсе һәм берҙән-бер ҡатнашыусы була). Йәйәнән атыу буйынса шөғөлөнән һуңғараҡ протездың уңайһыҙ булыуы арҡаһында баш тарта.[2]. Протез ҡулланып, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн «Кибатлетика» ярышында ҡатнашыусы.

Ултырып волейболда Мәскәү ҡалаһы «ЦСП-Крылатское» клубы өсөн сығыш яһай, спорт өсөн махсус протез ҡуллана[2]. Волейбол менән дәрестәргә тиклем (17 йәшендә) 196 см оҙонлоҡта һәм 127 кг ауырлыҡта була, әммә һуңыраҡ 44 кг ауырлыҡты ташлай. 2019 йылда рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында Европа чемпионаты еңеүсеһе[10] һәм 2018 йылда донъя чемпионаты еңеүсеһе була[11][12]. 2018 йылда донъя чемпионатында еңеүе өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры исемен ала.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Российские "киборги": будни железного человека и бионической принцессы  (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Источник Светы  (рус.)
  3. Список кандидатов в спортивные сборные команды России по спорту лиц с поражением ОДА (летние дисциплины) на сезон 2019 г.  (рус.)
  4. Женская сборная России по волейболу сидя впервые выиграла ЧМ  (рус.)
  5. Спортсменки ЦСП «Крылатское» стали чемпионками Европы по волейболу сидя  (рус.)
  6. Задержан мошенник, обманувший волейболистку паралимпийской сборной России  (рус.)
  7. ЦОП Москомспорта. ВОЛЕЙБОЛ СИДЯ (спорт лиц с поражением ОДА)
  8. Светлана Чуракова стала чемпионкой мира по волейболу сидя на YouTube
  9. Сегодня в Москве прошла торжественная церемония награждения сборной Россиий по волейболу сидя  (рус.)
  10. МУЖСКАЯ И ЖЕНСКАЯ СБОРНЫЕ КОМАНДЫ РОССИИ ВЫИГРАЛИ ЧЕМПИОНАТ ЕВРОПЫ ПО ВОЛЕЙБОЛУ СИДЯ  (рус.)
  11. ЖЕНСКАЯ СБОРНАЯ КОМАНДА РОССИИ ПО ВОЛЕЙБОЛУ СИДЯ ВПЕРВЫЕ ЗАВОЕВАЛА ТИТУЛ ЧЕМПИОНА МИРА  (рус.)
  12. Профиль на сайте Паралимпийского комитета России  (рус.)