ЯСЙ «Чудеево» — Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендәге ижадлы ял ойошторған шәхси ғаилә үҙәктәре селтәре, 2009 йылдан башлап социаль эшҡыуар Елена Минаева етәкселеге аҫтында эшләй башлай. Үҙәктәр социаль инфраструктураһы насар үҫешкән йоҡлау райондарында йәшәгән мәктәп йәшендәге балаларҙың (инвалидтар ҙа керә бында), хужабикәләрҙең, пенсионерҙарҙың, студенттар, эшләгән кешеләрҙең ялын ойошторалар.

Чудеево
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

2009

Нигеҙләүсе

Елена Минаева

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү

Төп фигуралар

Елена Минаева (генераль директор)

Тармаҡ

мәҙәниәтле ял ойоштороу

Сайт

http://чудеево.рф/

Тарихы үҙгәртергә

"Чудеево"ның тәүге ял үҙәген 2009 йылда Красногорск ҡалаһында ҙур логистик компанияһының топ-менеджеры Елена Минаева ойоштора. Елена Минаева Дәүләт етәкләү университетында уҡыуҙы тамамлай. Ул ун йәшлек зәғиф балаһы өсөн оҡшаш үҫешеп барған учреждение эҙләй ине, әммә үҙенең ҡалаһында бер-нимә лә оҡшаш таба алмай, шуның өсөн үҙенең ял ойоштороу үҙәген асырға уйлай. Башланғыс этапта ойошмаға Красногорск администрацияһы һәм урындағы мәктәптәрҙең уҡытыусылары ярҙам итә. Минаева күргәҙмәләр, промоакциялар һәм мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр үткәрә, урындағы гәзиттәрҙә һәм информацион стендтарҙа белдереүҙәр һәм иғландар ҡуя, компанияның рәсми сайты килеп сыға.

Компанияның боролош ваҡыты 2011 йылда була. Шул саҡ компания «Беҙҙең киләсәк» региональ социаль программаларҙың фондының бөтә Рәсәй социаль эшҡыуарҙар конкурсын еңә һәм 349 мең һумға тигеҙ булған процентһыҙ ике йылға займ ала. Шул аҡсаларға Химки һәм Новокуркино ҡалаларында тағы ике үҙәк асыла, профессиональ реклама компанияһы үткәрелә — был ойошманың оборот аҡсаларының ҙур үҫешенә килтерә.

2014 йылда Минаева етәкләү кадрҙарын әҙерләгән президент программаһының ҡатнашыусыһы була һәм Санкт-Петербург дәүләт университетының «Социаль проектарҙы етәкләү» курсын тамамлай. "Чудеево"ның һәр бер үҙәгендә уҡытыусылар һаны 15 тиклем күбәйә, шул уҡ ваҡытта һәр бер филиалдың клиенттар һаны 50 ғаиләгә тигеҙ була[1][2]. Компания «Беҙҙең киләсәк» фондының социаль эшҡыуарҙар конкурсында икенсе тапҡыр ҡатнаша һәм тағы ла еңә, тик хәҙер компания 2,5 миллион һумға тигеҙ булған займ ала[3]. «Эксперт» журналының күҙәтеүселәре «Чудеево» компанияһын Рәсәйҙә әле эшләгән 40 социаль предприятие исемлегендә билдәләй[4]

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

«Чудеево» үҙәктәре яңы йоҡлау райондарында урынлашҡан, шунда инфраструктура үҫешеүенең темпы яңы йорттар төҙөү темпынан күпкә ҡалыша. Баштан ойошма мәктәпкәсә йәштәге балаларға ориентирлана, әммә аҙаҡтан пенсионерҙар, хужабикәләр, студенттар һәм эшләгән һәм ижад мауығыуы менән булған оло кешеләр өсөн айырым түңәрәктәр барлыҡҡа килә. Дәрестәр бәләкәй төркөмдәрҙә (5-8 кешенән артыҡ түгел) үтә, был үҙенсәлекле балаларға социаль адаптация һәм коммуникатив үҫешеү өсөн тигеҙ мөмкинлектәр бирә. Компания инклюзив белем алыу концепцияһында тора, мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр һау булған кешеләр менән бер төркөмдә эшләйҙәр һәм уҡыйҙар. «Чудеево» балалар ҡарау буйынса декрет ялда булған ҡатын-ҡыҙҙарға уҡыу һәм эшкә урынлашыу мөмкинлеген бирә (һығылмалы график, өйгә яҡынлыҡ, өйҙә эшләү)[5].

Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — һынлы сәнғәт студиялары, шунда төшөрөп өйрәнергә теләүселәр менән профессиональ рәссамдар эшләй. Һынлы сәнғәт түңәрәктәренән башҡа "Чудеево"ла шулай уҡ төрлө йүнәлештәге махсус түңәрәктәр бар: авиамоделирование, графити, фото һәм видео, дизайн, бижутерие, ҡулдан эшләү, валяния һәм башҡалар[6].

Өҫтәүенә, мәктәптәрҙә һәм йәйге лагерҙарҙа химик бойондороҡто профилактикаһы буйынса үҫмерҙәр өсөн «Чудеево» тренингтар үткәрә. Ойошма эргәһендә үҙенсәлекле булған балаларҙың ата-әсәләренә психологик һәм информацион ярҙам күрһәтер өсөн ата-әсәләр клубы асыла. Компанияның эшселәре зәғиф-кешеләр өсөн онлайн белем алыу курстарын алып бара, пенсионерҙар һәм күп балалы ғаиләләр өсөн хәйриә уңайлыҡтарын күрһәтә[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Сеть семейных центров культурного досуга «Чудеево». Президентская программа подготовки управленческих кадров. Дата обращения: 30 май 2015. 2015 йыл 21 февраль архивланған.
  2. Надежда Старовойтенко. Социальный бизнес: досуговый центр для инвалидов. Деловая среда (30 апрель 2014). Дата обращения: 30 май 2015. 2015 йыл 29 март архивланған.
  3. Информационная справка о результатах проведения Всероссийского Конкурса проектов «Социальный предприниматель — 2014». BezFormata.Ru (2014). Дата обращения: 30 май 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. Что и как читают социальные предприниматели // Эксперт. — 2014. — № 26. — С. 79.
  5. В Подмосковье работает сеть досуговых центров для детей с инвалидностью, созданная социальным предпринимателем. Агентство социальной информации (4 апрель 2014). Дата обращения: 30 май 2015. 2014 йыл 17 апрель архивланған.
  6. Минаева Елена Анатольевна. Беҙҙең киләсәк (7 декабрь 2011). Дата обращения: 30 май 2015.
  7. Ольга Шлыкова. Творческие мастерские для всей семьи. Яңы Бизнес (27 февраль 2012). Дата обращения: 30 май 2015.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Чудеево(недоступная ссылка) — ойошманың рәсми сайты