Чита дәүләт медицина академияһы

Чита дәүләт медицина академияһы (ЧДМА) — Чита ҡалаһындағы һигеҙ дәүләт юғары уҡыу йорттарының береһе. 5 факультетты (дауалау, стоматология, педиатрия, Юғары шәфҡәт туташы хеҙмәте һәм квалификацияһын күтәреү факультеты), юғары уҡыу йортона әҙерлек үҙәген, медицина экологияһы ғилми-тикшеренеү институтын һәм стоматология клиникаһын үҙ эсенә ала. 25 һөнәр буйынса уҡытыу алып барыла. Рәсәйҙә бер нисә медицина юғары уҡыу йортоноң ғына, шул иҫәптән Чита дәүләт медицина академияһының, үҙ базаһында стоматология клиникаһы бар. Академияны тамамлағандан һуң тамамлаусыларҙың 95 проценты һөнәре буйынса эшләй, был Байкал аръяғы крайында һәм Алыҫ Көнсығышта медицина персоналына булған ихтыяждың юғары булыуы тураһында һөйләй.

Чита дәүләт медицина академияһы
Нигеҙләү датаһы 1953
Рәсми атамаһы Чыцінскі дзяржаўны медыцынскі інстытут
Ректор Говорин, Анатолий Васильевич[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Чита һәм Пермь
Рәсми сайт medacadem.chita.ru
Карта

Мәғлүмәт

үҙгәртергә

2002 йылға ҡарата дүрт һөнәр буйынса (дауалау эше, стоматология, педиатрия, юғары белемле шәфҡәт туташы) 2500-гә яҡын студент уҡый. Белгестәрҙе профессиональ ҡабаттан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү факультеты эшләй. Яҡынса 20 000 табип әҙерләнгән, был һан элекке Чита өлкәһе табиптарының 90 процентын һәм Бүрәт табиптарының 75%-ын тәшкил итә. 2002 йылда яңы стоматология клиникаһы барлыҡҡа килә. Фәнни-педагогик кадрҙарҙы әҙерлек 14 һөнәр буйынса аспирантура аша һәм 2 һөнәр буйынса докторантура аша алып барыла.

Чита медицина институтына 1953 йылдың 3 июлендә Читаға Пермдән күсереп килтерелгән стоматология институты базаһында нигеҙ һалына[1]. ЧДМУ үҫешенә Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, академия ректоры В. Н. Иванов ҙур өлөш индерә. Уның хөрмәтенә 1999 йылда төп уҡыу корпусы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

Профессор-уҡытыусылар составы

үҙгәртергә

Профессор-уҡытыусылар составына 331 кеше инә, шул иҫәптән 41 медицина фәндәре докторы, 177 фән кандидаты, 26 профессор, 73 доцент, шулай уҡ Рәсәй һәм сит ил фән академияларының 10 мөхбир ағзаһы һәм ағза-корреспонденттары, 14 Бүрәт Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбе һәм мәғариф алдынғылары, һаулыҡ һаҡлау алдынғылары. Улар араһында Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы Б И. Кузник, донъяға билдәле ғалим-физиолог. Уның фәнни эшмәкәрлеге ҡан тамырҙары-тромбоцитар гемостазын өйрәнеүгә йүнәлтелгән.

Ректорҙары

үҙгәртергә
ФИО Эш йыл
М. В. Костылев 1953 — 1954
Ю. Д. Рыжков 1954 — 1963
Ю. М. Герусов 1963 — 1967
В. Г. Кузьмин 1967 — 1974
В. И. Акопов 1974 — 1979
В. Н. Иванов 1979 — 1999
А. В. Говорин 1999 — 2020
Д. Н. Зайцев 2020 менән

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ныне стоматологический факультет Пермской государственной медицинской академии
  • Журавлева К.И., Рыжков Ю.Д., Степанов П.Ф. Первый медицинский институт в Забайкалье. — Чита, 1960.
  • Читинский государственный медицинский институт / Сост. В.И. Акопов. — Чита, 1970.
  • Читинский государственный медицинский институт / Сост. В. И. Акопов, М. М. Рожинский. — Иркутск, 1974.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • chitgma.ru — Читинской государственной медицинской академии рәсми сайты.
  • Читинская государственная медицинская академия (ЧГМА) (рус.). ez.chita.ru. Проект «Энциклопедия Забайкалья». Дата обращения: 19 января 2019. Архивировано 24 сентября 2018 года.