Саф математика

тулыһынса абстракт математика
(Чистая математика битенән йүнәлтелде)

Саф математика — тулыһынса абстракт математика, ул, ғәмәли математиканан айырмалы рәүештә, реаль донъяның объекттары менән мөнәсәбәт урынлаштырмайынса, абстракт структураларҙы өйрәнә. Саф математикаға арифметиканы, алгебраны, юғары анализды (функциональ анализ, сикһеҙ бәләкәй дәүмәлдәр анализын, шулай уҡ дифференциаль иҫәпләүҙе, интеграль иҫәпләүҙе һәм вариацион иҫәпләүҙе), һандар теорияһын, геометрияны, тригонометрияны индерәләр.

Бертран Рассел саф математика тураһында: «Саф математика — ул шундай предмет, унда беҙ нимә тураһында һөйләгәнебеҙҙе белмәйбеҙ, һәм беҙ һөйләгән нәмә ысынмы икәнен дә белмәйбеҙ ». Годфри Харди, «Математик апологияһы» эссеһында теманы тулыһынса асып, эшмәкәрлеге бер ниндәй практик файҙа килтермәгән «саф математик» булыуы менән ғорурлана[1].

В. И. Арнольдтың ироник раҫлауы буйынса, саф һәм ғәмәли математика араһында айырма фәнни түгел, ә социаль һәм шунан тора, саф математикка математик факттарҙы асҡан өсөн түләйҙәр, ә ғәмәли математикка практик мәсьәләләрҙе сискән өсөн түләйҙәр. Арнольд шулай уҡ Рәсәйҙә һәр математик тиерлек «саф» һәм «ғәмәли» математиканы бергә алып барыуын билдәләй.[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Арнольд В. И. Топологические проблемы теории распространения волн // Успехи математических наук. — 1996. — В. 1. — Т. 51. — № 307. — С. 3—6. — §1. Апология прикладной математики
  • Харди Г. Г. Апология математика = A Mathematician's Apology / пер. с англ. Ю. А. Данилова. — Ижевск: НИЦ «Регулярная и хаотическая динамика», 2000. — 104 с. — 1500 экз.
  • Russell, Bertrand The Principles of Mathematics (ингл.). Fair Use Repository. — Chapter I. Definition of Pure Mathematics. Дата обращения: 12 май 2018.

Һылтанмалар

үҙгәртергә