Чжу Си
Чжу Си ( ябай. 朱熹, пиньинь: Zhū Xī, шулай уҡ Чжу Юаньхуэй, Чжу Чжунхуэй, Чжу Хуэйань тигән исемдәре лә бар; 18 октябрь 1130 йыл — 23 апрель 1200 йыл) — ҡытай философы, ғалим-энциклопедист, әҙиб, текстолог һәм Конфуцийҙың ҡануни әҫәрҙәренә аңлатма биреүсе, педагог,яңы кофуцианлыҡ тың төп вәкиле. Ул был тәғлимәтте универсаль һәм системалы ҡалыпҡа һалғас, тәғлимәт Ҡытайҙа һәм күрше илдәрҙә, бигерәк тә Япония менән Кореяла, ортодоксаль идеологияға әүерелә[1].
Чжу Си | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Фуцзянь провинцияһы Юси өйәҙе |
Вафат көнө | |
Вафат булған урыны | |
Мәктәп/традиция |
неоконфуцианство |
Осор | |
Биографияһы
үҙгәртергә1130 йылдың 18 октябрендә Юси өйәҙе (Фуцзянь провинцияһы) аҡыл эйәләре ғаиләһендә донъяға килә. Олатаһы Чжу Си,бай булмаған ғалим-конфуцийсы, балаларын уҡыуға һәм камиллашыуға әүәҫләндерә, «биш быуын буйы Конфуций иманын һеңдереп үҫкән нәҫелдә» даһи берәү донъяға киләсәген юрай.
Чжу Синың атаһы Чжу Сун 21 йәшендә, 1118 йылда, иң юғары ғилми дәрәжәгә (цзиньши) эйә була. Баш ҡалала хеҙмәттә сағында Төньяҡ Сундың баш һалыуы шаһиты була, ил башының яҡындары менән Көняҡҡа күсенә һәм Цзинь менән солох төҙөүгә ҡаршы сыға (1141): Шуның өсөн Цинь Гуй уны хеҙмәттән сығара һәм бик бәләкәй вазифа менән төпкөлгә һөргөнгә ебәрә. Ул шунда үлеп ҡала.
Чжу Си үҙе иһә бала саҡтан һәләтлелеге менән айырылып тора һәм 4 йәшенән үк әсәһе күҙәтеүе аҫтында классик белем ала башлай. Хакимиәттә етәксе вазифаһында эшләргә хоҡуҡ биргән цзиньши дәрәжәһенә ул 18 йәшендә үк эйә була (ул саҡта бындай дәрәжәгә уртаса 35-тә генә өлгәшә алғандар)[2].
Беренсе тапҡыр Чжу Си Тунъань өйәҙенә эшкә тәғәйенләнә (1151—1158). Ул һалым йыйыу тәртибендә һәм полицияла үҙгәрештәр индерә, китапхана менән мәктәптең эшен яҡшырта, унда яңыса йолалар үткәртә башлай [2]. Чжу Си 26 йәшендә халыҡтың ҙур ихтирамына лайыҡ була һәм хатта урындағы мәктәптә уға бағышланған алтарь асалар[3].
33 йәшендә Чжу Сины император тәүге тапҡыр ҡабул итә һәм хәрби академияның профессоры итеп тәғәйенләй, әммә ике йылдан ул был эшенән китә. Хакимиәт әһелдәре уны дәүләт хеҙмәтенә ылыҡтырырға тырышп ҡараһалар ҙа, ул ғилми, әҙәби һәм педагогик хеҙмәткә өҫтөнлөк бирә[4].
Чжу Сиға аҡыл эйәһе Ли Тун бик ҙур йоғонто яһай. Уның менән Тунъангә киткәнсә үк танышҡан булалар. 1158 йылда ул Ли Тунға яңынан килә һәм 1160 йылда бер нисә ай һабаҡ алып ята[5]. Ли Тун Чэн Хао һәм Чэн И тигән ғалимдар менән фекерҙәш була (шуға күрә Чжу Си барлыҡҡа килтергән аҡыл эйәһелек йүнәлеше Чэн-Чжу тип тә йөрөтөлә).
14 йыл отставкала булғандан һуң 1178 йылда Чжу Си дәүләт хеҙмәтенә ҡайта. 1179—83 йылдарҙа Нанькан өлкәһе башлығы (Цзянси провинцияһы) Чжу Си Ҡытайҙа танылыу яулаған Бай-лу дун мәктәбен барлыҡҡа килтерә «Аҡ болан мәмерйәһе» (en:White Deer Grotto Academy)[6].
Артабан бер нисә тапҡыр, әммә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа, хакимиәттә юғары вазифаларға тәғәйенләнә. Чжу Си сәйәсәттә ул саҡтағы Ҡытайҙың төп дошманы — чжурчжән дәүләте Цзингә ҡарата бик тиҫкәре ҡарашта була. Был иһә хакимдарҙың һуғышсан күршеһе менән һыйышып йәшәү ынтылышына ҡаршы килә. Һөҙөмтәлә Чжу Си хакимиәттә 9 йыл, 46 көн һарайҙа лектор булып эшләп ҡала. 1195 йылда, императорға тәнҡитле доклад яҙыуының эҙемтәләрен һиҙенеп, күрәҙәлек ҡыла. Дунь (Ҡасыу) тигән гексаграмма төшә — һуңғараҡ быны ул псевдоним итеп ала — Дунь-вэн (Ҡасҡын ҡарт)[7].
Йыш ҡына отставкала булыу сәбәпле, ул фәҡирлектә йәшәй һәм конфуцийсылар өсөн түбәнселек һаналған китап нәшер итеү менән аҡса эшләй. Шул уҡ ваҡытта ул ошо рәүешле үҙ идеяларының таралыуына өлгәшә. Чжу Си бик емешле авторҙарҙың береһе була. Ул 80-ләп әҫәр яҙа, 2 меңләп хаты ҡала, ә яҙып алынған диалогтары 140 бүлектән тора һәм ҡытай әҙәбиәтендә иң күләмле тип һанала. ОУның 467 уҡыусыһы була — яңы конфуцийсыларҙың барыһынан да күберәк! Ул иң күп уҡыу йорттары асҡан кеше һәм 21 академия эшендә ҡатнашҡан. Чжу Си тоҡомдарына һанһыҙ каллиграфик яҙма ҡалдыра, ә үҙен бик күп рәссамдар ҡағыҙҙа һәм ташта һынландырып ҡалдырған[7].
1196 Чжу Синың үҙен бойондороҡһоҙ тотоуы, атап әйткәндә, бер юғары чиновникты ҡабул иткәндә йоласа меню булмауы өсөн, фәйләсуфты тиҫтәләрсә енәйәттә ғәйепләүгә килтерә: уны императорға хөрмәт күрһәтмәүҙә һәм төрлө фетнәсел фекерҙәр таратыуҙа ғәйепләйҙәр. Һөҙөмтәлә уның бар дәрәжәләрен юҡҡа сығаралар, ә тәғлимәтен тыялар. Әммә 1199 йылда, вафатына 1 йыл ҡала, Чжу Си аҡланыла, 1209 йылда, үлгәндән һуң, Вэнь (Мәҙәниәт)тигән юғары исем бирелә. 1230 йылда Һуй-го-гун (держава кенәзе)титулы бирәләр, 1241 йылда бөйөк конфуцийсылар иҫәбенә индерәләр һәм Конфуций ҡорамында исемле таҡта ҡуялар[7].
Чжу Си 1200 йылдың 23 апрелендә Фуцзянь провинцияһының Каотинь төбәгендә вафат була[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Dukhovnaya_kultura_Kitaya_Filosofiya_2006"
- ↑ Кобзев А.И. Чжу Си // Духовная культура Китая: энциклопедия: в 5 т.. — М.: Изд. фирма «Восточная литература» РАН, 2006. — Т. 1. Философия. — С. 593-596.
- ↑ Кобзев А.И. Чжу Си // Духовная культура Китая: энциклопедия: в 5 т.. — М.: Изд. фирма «Восточная литература» РАН, 2006. — Т. 1. Философия. — С. 593-596.
- ↑ Encyclopædia Britannica Online, s. v. "Zhu-Xi", accessed May 17, 2013
- ↑ Encyclopædia Britannica Online, s. v. "Zhu-Xi", accessed May 17, 2013
- ↑ Кучера С. Чжу Си // Большая советская энциклопедия.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Кобзев А. И. Чжу Си // Духовная культура Китая: энциклопедия: в 5 т.. — М.: Изд. фирма «Восточная литература» РАН, 2006. — Т. 1. Философия. — С. 593-596.
- ↑ Чжу Си // Энциклопедия Кругосвет.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Чжу-цзы да цюань (Полное [собрание сочинений] Учителя Чжу). Т. 1-12. Тайбэй, 1970;
- Чжу-цзы юй лэй (Классифицированные речи Учителя Чжу). Кн. 1-8. Пекин, 1986;
- Чжу Си. Натурфилософия. Природа человека, его сознание, воля и чувства. О воспитании и знании / Пер. М. Л. Титаренко //
- Антология мировой философии. Т. 1, ч. 1. М., 1969;
- Чжу Си. Син. Жэнь у чжи син (Природа-син. Природа-син человека и вещей / Пер. В. В. Зайцева) // Человек как философская проблема: Восток-Запад. М., 1991;
- О сознании (Синь): Из философского наследия Чжу Си / Пер. с кит. А. С. Мартынова и И. Т. Зограф; Вступ. ст. и коммент. к пер.
- А. С. Мартынова; грам. очерк И. Т. Зограф. — М.: Восточная литература, 2002. — 318 с — (Памятники письменности Востока. СХХII).
- De Harles Ch. (tr.). Tchou Hi. La Siao Hio, ou morale de la jeunesse. P., 1889;
- Bruce J.P. (tr.). The Philosophy of Human Nature by Chu Hsi. L., 1922;
- Graf O. (verdeut.) Tschu Hsi. Djin-si lu, die sungkonfuzianische Summa. Bd 1-3. Tokio, 1953—1954;
Chan Wing-tsit (tr.). Reflections on Things at Hand: The Neo-Confucian Anthology Compiled by Chu His and Lü Tsu-ch`ien. N.Y., L., 1967;
- Gardner D.K. (tr.). Chu Hsi. Learning to be a Sage: Selections from the Conversations of Master Chu, Arranged Topically. Berk., 1990;
- Ebrey P.B. (tr.) Chu Hsi`s Family Rituals: A Twelfth Century Manual for the Performance of Cappings, Weddings, Funerals and Ancestral Rites. Princ., 1991.
- John Berthrong, Concerning Creativity—A Comparison Of Chu Hsi, Whitehead, And Neville. Albany: SUNY Press, 1998. 254 p. ISBN 0-7914-3944-5.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Алексеев В. М. Китайская литература. М., 1978, с. 429—498
- Голыгина К. И. «Великий предел». Китайская модель мира в литературе и культуре (I—XIII вв.). М., 1995, с. 306—323
- Гусаров В. Ф. Непоследовательность Конфуция и дуализм философии Чжу Си.// Третья научная конференция «Общество и государство в Китае». Т.1. М., 1972.
- Зайцев В. В. О формировании философского учения Чжу Си // Из истории китайской философии: становление и основные направления (даосизм, буддизм, неоконфуцианство). М., 1978.
- История китайской философии. М., 1989, с. 332—349
- Кобзев А. И. Философия китайского неоконфуцианства. М., 2002, указатель
- Краснов А. Б. Учение Чжу Си о природе человека // Конфуцианство в Китае. Проблемы теории и практики. М., 1982. С.126-148..
- Мартынов А. С. Чжу Си и официальная идеология императорского Китая // Конфуцианство в Китае. Проблемы теории и практики. М., 1982. С.111-125.
- Мартынов, А. С. Буддизм и конфуцианцы. Су Дун-по (1036—1101) и Чжу Си (1130—1200) // Буддизм, государство и общество в странах Центральной и Восточной Азии в средние века. — М.: Наука, 1982. — С. 206—316.
- Панфилов, С. С. Отношение Чжу Си к буддийской традиции // Шестая буддологическая конференция: Тезисы / Сост. С. Э. Коротков, Е. А. Торчинов. — СПб.: 1999. — С.38—42.
- Тиллман Х. К. Сознание Неба (тянь) в системе воззрений Чжу Си // Ретроспективная и сравнительная политология. Публикации и исследования. Вып. I.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1991. — С.302-319.
- Фицджеральд, С. П. Китай. Краткая история культуры. / Пер. с англ. Р. В. Котенко. — СПб.: Евразия, 1998. ISBN 5-8071-0010-7 — Глава XX. Чжу Си и неоконфуцианство
- Лю Шу-сянь. Чжу-цзы чжэсюэ сысян ды фачжань юй ваньчэн (Развитие и формирование философской мысли Учителя Чжу [Си]). Тайбэй, 1986
- Сюн Вань. Чжу-цзы ли-сюэ юй фо-сюэ (Учение о принципе учителя Чжу [Си] и буддизм) // Хуаган фо-сюэ сюэбао. Вып. 7. 01.1984, с. 261—285
- Сю-сигаку тайкэй (Общий курс учения Чжу Си). Т. 1-9. Токио, 1974-75
- Фань Шоу-кан. Чжу-цзы цзи ци чжэсюэ (Учитель Чжу [Си] и его философия). Пекин, 1983
- Цянь Му. Чжу-цзы синь сюэ ань (Новый отчет об учении Учителя Чжу [Си]). Т. 1-5. Тайбэй, 1971
- Чжан Ли-вэнь. Чжу Си сысян яньцзю (Исследование идеологии Чжу Си). Пекин, 1981
- Чэнь Лай. Чжу Си чжэсюэ яньцзю (Исследование философии Чжу Си). Пекин, 1987
- Adler J.A. The Inter-penetration of Stillness and Activity in Chu Hsi`s Appropriation of Chou Tun-i // Association for Asian Studies Annual Meeting. Bost., 1999
- Angle S.C. The Possibility of Sagehood: Reverence and Ethical Perfection in Zhu Xi`s Thought // JCP, № 25 (3), 09.1998, p. 281—303
- D. Bodde. Philosophy of Chu Hsi, Camb., 1942
- Bruce J.P. Chu His and His Masters. L., 1923
- Chan Wing-tsit. Chu Hsi: Life and Thought. Hong Kong, 1986
- Chan Wing-tsit. Chu Hsi: New Studies. Honolulu, 1989
- Ch`eng Chung-ying. New Dimensions of Confucian and Neo-Confucian Philosophy. Albany, 1991
- Ching J. The Reli-gious Thought of Chu Hsi. N.Y., 2000
- Chu Hsi and Neo-Confucianism. Honolulu, 1988
- De Bary W.T. Neo-Confucian Orthodoxy and the Learning of the Mind-and-Heart. N.J., 1981
- Gardner D.K. Chu Hsi and the Ta-hsueh: Neo-Confucian Reflection on the Confucian Canon. Camb. (Mass.), 1986
- Kim Yung Sik. The Natural Philosophy of Chu Hsi (1130—1200). Phil., 2000
- Le Gall S. Le philosophe Tchou Hi, sa doctrine, son influence. Chang-hai. 1894
- Munro D.J. Images of Human Nature: A Sung Portrait. Princ., 1988
- Sargent G.E. Tchou Hi contre le Bouddhisme. P., 1955
- Tillman H.C. Utilitarian Confucianism: Ch`en Liang`s Challenge to Chu Hsi. Camb. (Mass.), 1982.
- Tillman H.C. Confucian Discourse and Chu Hsi’s Ascendancy (1992);
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кобзев А. И. Чжу Си // Духовная культура Китая: энциклопедия: в 5 т.. — М.: Изд. фирма «Восточная литература» РАН, 2006. — Т. 1. Философия. — С. 593-596.