Чечен әҙәбиәте

чечен телендә, йәиһә чечен авторҙары тарафынан ҡайһы бер башҡа телдәрҙә яҙылған әҙәбиәт.

Чечен әҙәбиәте (чеч. Нохчийн литература) — чечен телендә, йәиһә чечен авторҙары тарафынан ҡайһы бер башҡа телдәрҙә яҙылған әҙәбиәт. Төньяҡ Кавказға ситтән үтеп ингән христиан, ә һуңғараҡ ислам дини текстарына, шулай уҡ урындағы күп төрлө фольклорға — вайнахтарҙың быуаттар дауамында фәлсәфәүи фекер, тел, художество образдары һәм символдары тупланған үҙенслекле ауыҙ-тел ижадына нигеҙләнеп барлыҡҡа килгән. Ҡайһы берҙә, телдәре яҡын һәм этник яҡтан туғандаш халыҡтарҙың - чечендарҙың һәм ингуштарҙың - тарихи яҙмыштары уртаҡ булғанлыҡтан, ингуш әҙәбиәте менән, бер әҙәби берлеккә берләшә.

чечен әҙәбиәте ижадының ҡыҙыҡтырырлыҡ самобытный формаһы — тептар (1907 йыл).

Тәүҙә латин алфавиты, һуңынан кириллица нигеҙендә индерелгән чечен яҙмаһы ярҙамында булдырылған әҙәбиәт үҙенең йәшәүен 1925—1927 йылдарҙа башлаған.

Сығанаҡтары

үҙгәртергә

Чечняла нәфис әҙәбиәт барлыҡҡа килеүе сығанаҡтары булып бай ауыҙ-тел ижады — «Нарт эпос»ы, халыҡ йырҙары, риүәйәттәр, әкиәттәр тора. Урындағы фольклорға вайнахтар башынан үткән тарихи процестар, шулай уҡ башҡа кавказ художество традициялары йоғонто яһаған. Грузин сығанаҡтарында вайнах аҡһаҡалдары һәм грузин батшалары араһындағы грузин телендә хат алышыу тураһында хәтирәләр бар[1]. Артабанғы осорҙа, башҡа дин — ислам таралыуы менән бәйле, бай мосолман әҙәби традициялы һәм ғәрәп графикалы ғәрәп урта быуаттар әҙәбиәтенә яҡынлығы урындағы интеллектуалдарҙы ҡәнәғәтләндергән. Хәҙерге Чечня территорияһында ғәрәп телендәге яҙма әҙәбиәттең тәүге өлгөләре XV быуат аҙағына ҡарай[2].

Чечен әҙәбиәтенең үҙенсәлекле формалары тип был халыҡтың тәүге фамилия хроникаларын — тептарҙы — айырым бер ырыу-ғаиләнең (тайптың) тарихы һәм генеалогияһы хаҡында оҙаҡ ваҡыттар дауамында, шулай уҡ тайп һәм бөтә халыҡ тормошонда иң мөһим ваҡиғалары тураһында яҙылған тарихи текстарҙы атарға була. Фольклор материалдарына ярашлы, был яҙмалар тирегә, ағасҡа һәм ташҡа яҙылған[3].

Чечен яҙмаһының барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

Чечендар йәшәгән төбәккә Рәсәй империяһы йоғонтоһо тарала башлағандан алып, уларҙың ҡайһы бер өлөшө рус мәҙәниәтенә йүнәлеш алған. Рәсәйҙә сәйәси ҡоролош үҙгәреү осорона (1917 йылғы Рус революцияһы) чечендарҙың көнсығыш вайнахтарҙың айырым халыҡ булып формалашыу процесы барған. Өҙлөкһөҙ барған һуғыштар һәм конфронтация шарттарында айырым милләт булараҡ формалашҡан был халыҡҡа бөйөк мәҙәниәтте яңынан булдырырға кәрәк булған — был осорҙа чечендарҙың үҙенең яҙма теле лә, ошо телдә яҙылған бөйөк әҙәбиәте лә булмай. 1925—1927 йылдарҙа латиница индерелгәндән һуң ғына. урындағы әҙәби телде ныҡышмалы эшкәртеү башланған. Был реформалар, шулай уҡ 1930 йылда СССР-ҙа дөйөм башланғыс белем биреү индерелгәндән һуң, чечен интеллигенцияһының тиҙ үҫеүенә булышлыҡ иткән. 1929 йылда Грозный ҡалаһында чечен уҡытыусыларын әҙерләгән тәүге ике педучилище асылған, 1938 йылдың сентябрендә ҡалала физика-математика, тарих һәм филология — өс факультеты булған Чечен дәүләт педагогия университеты асылған. Әммә сталин заманының күпләп репрессиялауы, 1938 йылдың аҙағына Чечен-Ингуш Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы ысын мәғәнәһендә үҙенең белемле ҡатламын юғалта. Артабан белем кимәле буйынса чечендар, ингуштар кеүек үк, башҡа күп төньяҡ кавказ халыҡтарынан артта ҡалғандар[2][4].

Чечен әҙәбиәте

үҙгәртергә

Совет осоро әҙәбиәте

үҙгәртергә

Чечен совет әҙәбиәтенә Сәид Сөләймән улы Бадуев, «Аслыҡ» тигән атама менән билдәле беренсе чечен повесы авторы нигеҙ һалған. 1920-се — 1930-сы йылдар башында ул төрлө хикәйәләр, пьесалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар эмансипацияһы проблемаһына бағышланған — «Петимат» романы. Был йылдарҙа шағирҙар һәм яҙыусылар рокую известность Сәидбей Арсан улы Арсанов («Два поколения» романы), Шамсуддин Катаевич Айсханов, А. Дудаев, Арби Шамсуддинович Мамакаев, Магомет Амаевич Мамакаев, Нурдин Джамалдинович Музаев, Ахмад Нажаев, Халид Дудаевич Ошаев, Ибрагим-Бек Саркаев һ.б. ижады киң танылыу таба.

Сталин репрессиялары осороноң чечен әҙәбиәтенә ҙур зыяны тейгән — талантлы әҙәбиәтселәргә ҡарата, уларҙы контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләп, күп һанлы енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, ә чечендарҙы һәм ингуштарҙы депортациялаған дәүерҙә (1944—1957 йылдар) чечен телендә әҫәрҙәр баҫтырыу туҡтатылған.

Чечен әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусылар араһында Абузар Айдамировты (1929-2005) атарға була.

Абузар Айдамиров XIX быуат чечен һуғыштарына бағышлап трилогия яҙҙы: «Долгие ночи», «Молния в горах» и «Буря». Уның исемен бер нисә урам йөрөтә. Чечен Республикаһының төп китапханаһы ла уның исемен йөрөтә. 1960-сы — 1980-се йылдарҙа, чечен халҡының күпселеге һөргөндән әйләнеп ҡайтҡандан һуң, чечен әҙәбиәтендә проза, иң тәүҙә тарихи роман төп урынды биләй — «Когда познается дружба» (С. А. Арсанов), «Мюрид революции», «Зелимхан» (М. А. Мамакаев), «Республика четырёх правителей» (Шима Хамидович Окуев), «Долгие ночи», «Молния в горах» (Абузар Абдулхакимович Айдамиров), «Пламенные годы» (Х. Ошаев). Нурдин Музаев, Магомед Мусаевич Мусаев, Д. Дадашев, У. Ахмадов, Хамзат Ибрагим-Бекович Саракаев һ. б. повестары һәм романдары хәҙерге заман проблематикаһына бағышланған. А. Ш. Мамакаев, Н. Музаев, З. Муталибов, Х. Эдилов һ.б. шиғриәте күренекле була. Абдул-Хамид Хамидович Хамидов, Х. Ошаев, М. Мусаев, Н. Музаев, Б. Саидов, У. Ахмадов, Л. Яхъяев, Руслан Шалаудинович Хакишев һ. б. чечен драматургияһына өлөш индерҙе. 1990-сы йылдар башында Магомет Абуевич Сулаевтың чесен халҡын депортациялау тураһындағы трагик темаға бағышланған «Горы слышат, но молчат» романы донъя күрә.

1980-се — 1990-сы йылдар башында чечен әҙәбиәтенә шағирҙар (Хусейн Джунидович Сатуев, Шаид Рашидов, Саид Асланбекович Гацаев, Зелимхан Абдулмуслимович Яндарбиев, Зайнди Джабаевич Байхаджиев, Ильман Мовсурович Юсупов, Апти Дибаевич Бисултанов, Шарип Мовладович Цуруев һ.б.) һәм прозаиктар (Муса Магомедович Ахмадов, З. Абдуллаев, Сәид-Хамзат Махмудович Нунуев, Муса Эльмурзаевич Бексултанов, Сайд-Хасан Кацаев һ. б.) быуыны килә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Гамрекели В. Н. Об изучении прошлого. // Документы по взаимоотношениям Грузии с Северным Кавказом в XVIII веке. — Тбилиси, 1968. — С. 37.
  2. 2,0 2,1 Шнирельман В. А. Быть аланами. Интеллектуалы и политика на Северном Кавказе в XX веке. Часть третья. Преодоление судьбы (чеченцы и ингуши). 2016 йыл 30 май архивланған. Глава 3. Создание первых научных центров. — М.: «НЛО», 2006.
  3. Ильясов Л. Матер. Всерос. науч. конф. Москва, 19-20 апреля 2005. // Чеченская республика и чеченцы: История и современность. — М.: «Наука», 2006. — С. 176-185.
  4. Хамидова З. Х. Борьба за язык (проблемы становления и развития чеченского языка) // Чечня и Россия: общества и государства / Под ред. Д. Е. Фурмана. — М.: «Фонд Андрея Сахарова», 1999. — С. 136, 139.
  • Очерк истории чечено-ингушской литературы. — Ҡалып:Гр., 1981.
  • Айдаев Ю. Чеченская литература//Чеченцы: история и современность. — М., 1996.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Чеченцы