Чехов энциклопедияһы (баҫма)

Чехов энциклопедияһы (А. П. Чехов: энциклопедия) — бер томдағы универсаль фәнни-популяр баҫма. Унда урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың тормошо һәм ижады тураһындағы белешмәләр баҫылған. 2011 йылда сыҡҡан энциклопедияла яҙыусының әҫәрҙәре менән бер рәттән Чехов музейҙары, Чеховтың ижадын өйрәнеүсе ватандаш ғалимдарҙың исемдәре лә бар.

Чехов энциклопедияһы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле

Чехов энциклопедияһын яҙыу идеяһы ХХ быуаттың аҙағында барлыҡҡа килә. 1994 йылда Икенсе халыҡ-ара Чехов симпозиумында Германияла (Баденвейлер) ҡалаһында А. П. Чеховтың тормошона һәм ижадына арналған энциклопедия баҫыу мәсьәләһе ҡарала. Өс томлыҡ энциклопедияны төҙөүҙә барлыҡ илдәрҙән Чехов ижадын өйрәнеүселәр, шул иҫәптән Р.-Д. Клуге (Тюбинген университеты, Германия), Д. Рейфилд (Лондон университеты, Англия) һәм башҡа СНГ, Польша, Чехия, Словакия, Италия һәм башҡа илдәрҙең ғалимдары ҡатнашырға тейеш була[1]. Рәсәй белгестәре — Александр Павлович Чудаков, Рәсәй Фәндәр академияһының Чехов комиссияһы рәйесе Владимир Борисович Катаев, Нина Евгеньевна Гитович күп томлы энциклопедияны башлап яҙыусылар. Финанс етешмәгәнлектән энциклопедияны яҙыу бик аҡрын бара. 2011 йылда Чехов энциклопедиһы «Просвещение» нәшриәтендә ҡыҫҡартылып баҫыла.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Чехов энциклопедияһы (А. П. Чехов: энциклопедия) Мәскәүҙә «Просвещение» нәшриәтендә ҡатырға тышлы итеп сығарыла. Чехов энциклопедияһы — фәнни-популяр баҫма.

Баҫма авторҙар коллективы (Н. Капустин, Р. Лапушин, И. Ничипоров, А. Собенников, А. Степанов, И. Сухих, С. Тихомиров, В. Звиняцковский һәм башҡалар) тарафынан әҙерләнгән. Баш мөхәррире — Владимир Борисович Катаев. Энциклопедияның тиражы — 5000 дана. Чехов энциклопедияһындағы мәҡәләләр, монографиялағы кеүек, бүлектәрҙән тора, бүлектәр эсендә алфавит буйынса урынлаштырылған.

Энциклопедияның йөкмәткеһе

үҙгәртергә

Энциклопедияның башында «Краткая летопись жизни и творчества Чехова» тигән йылъяҙма бар. Артабан «Творческий путь А. П. Чехова», унан һуң — «Произведения А. П. Чехова», «Поэтика А. П. Чехова», «Мировоззрение А. П. Чехова» тигән бүлектәр бар. «Творческий путь А. П. Чехова» (В. Б. Катаев), «Интеллигенция» (В. Б. Катаев), «Религия» (Н. В. Капустин), «Наука» (П. Н. Долженков) мәҡәләләре бик ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. «Академический инцидент» (Л. Е. Бушканец), «Дрейфуса дело» (В. Б. Катаев) мәҡәләләрендә яҙыусының гражданлыҡ позицияһы ҡарала. «Поэтика» бүлеге лә бик матур һәм фәһемле. Таныҡлы Чехов ижадын өйрәнеүселәр В. Б. Катаев, Н. В. Капустин, Р. Е. Лапушин, И. Н. Сухих, А. Д. Степанов, О. М. Скибина, Л. М. Цилевич, А. П. Чудаковтарҙың мәҡәләләрендә Чехов әҫәрҙрәенең нәфислек ҡанундары, яҙыусының һөйләү үҙенсәлектәре, сюжет төҙөү маһирлығы ҡарала. «Поэтика» бүлегендә яҙыусының хаттарына бағышланған мәҡәләләр ҡуйылған. «Поэтика А. П. Чехова» бүлегендә А. Степановтың «Знак», «Коммуникация» һәм «Риторика» тигән мәҡәләләре бар.

«Изучение творчества А. П. Чехова» бүлегендә ХХ быуаттағы беҙҙең илдең һәм сит илдәрҙең чеховсылары хеҙмәте күрһәтелгән. Энциклопедияла Чехов ижадын өйрәнгән, хәҙерге ваҡытҡа вафат булған Ю. Авдеев, Г. Бялый, Н. Гитович, Б. Зингерман, В. Лакшин, З. Паперный, Э. Полоцкая, А. Скафтымов һәм А. Чудаковтарға арналған бәләкәй мәҡәләләр бар.

Энциклопедияла мәктәп программаларына ингән әҫәрҙәр иң ныҡ яҡтыртылғандары. Был «Степь», «Дуэль», «Палата № 6», «В овраге» повестары, «Каштанка», «Дом с мезонином» хикәйәләре, «Вишневый сад» комедияһы.

«Музеи» һәм «А. П. Чехов в школе» бүлектәрендә Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге һигеҙ Чехов музейы (Таганрог, Александровск-Сахалинск («А. П. Чехов һәм Сахалин»), Баденвейлер («Чехов салоны»), Мәскәү, Мелихово («Музей-усадьба»), Ялта, Сумы) тураһында мәҡәләләр бар.

Энциклопедияла Чехов заманындағы фотографиялар, яҙыусының автографлы һүрәттәр бар.

  • А. П. Чехов: энцикл./ Сост. и науч. ред.: В. Б. Катаев. — М.: Просвещение, 2011. — 695, [1] с.: ил., портр.; 30 см. — Указ. упоминаемых произведений А. П. Чехова: с. 679—683. — Указ. имен: с. 684—695. — 5000 экз. — ISBN 978-5-09-019741-0

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә